+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ һөнәрмәндәре
4 Февраль 2020, 14:13

Йондоҙ аҫа – юл аса

Сәйетбабаға бар ҙа оҫталарын күрмәй, балаҫ алмай ҡайтып кит, имеш! Рабиға Йәрмиева менән Минира Харрасова борондан килгән был кәсепте лайыҡлы дауам итә. Минираның әсәһе Миңнеямал Рәхимова ла иҫ киткес оҫта балаҫсы булған. Рабиға апай ҙа, унан өйрәндем, ти. Ул бер-бер артлы күҙҙең яуын алырҙай балаҫтарын сығарып күрһәтә башлағас, һоҡланыуҙан телһеҙ ҡалдыҡ. «Күҙем насарайыу сәбәпле, хәҙер балаҫты һуғып та бармайым, шуға һатыуға ла юҡ. Эше ауыр, оҙайлы. Тик кенә ултырып һуҡҡанда, берәүһенә ун көнләп ваҡыт китә», – ти Рабиға апай.

Балаҫ – ул өй йәме. Күпме күҙ нурҙары түгелгән унда, күңел йылыһы һалынған! «Башҡортостан ҡыҙы»нан килдек, тигәс, Рабиға апай йәшереп кенә тотҡан балаҫтарын да сығарып йәйҙе. «Барыһына ла былай күрһәтеп бармайым мин, яратҡан баҫмамдан килгәстәр, нисек түҙеп ултыраһың?» – тине ул ҡояштай балҡып. Фотографыбыҙ Александр Данилов уларҙы төшөрөп алды.
Читайте нас: