-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Вәзәм шәлдәре

Шәл клубтары Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа шәл менән бәйле өс халыҡ клубы асылды. Тәүгеһе – 2014 йылда Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында ойошторолған «Вәзәм шәлдәре» халыҡ оҫталары клубы. Етәксеһе – Гөлназ Ғафир ҡыҙы Сурина. «Стәрлебаш биҙәктәре» халыҡ клубы иһә 2016 йылда Стәрлебаш районы үҙәгендә Зөлфиә Вапаева етәкселегендә туп­ланды. Өсөнсө халыҡ клубы – «Ҡәнифә юлы» төркөмө, ул Йылайыр районы Юлдыбай ауылында эшләй, етәксеһе – Фариза Хафизова.

Өс ижад клубы ла Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Урал» галереяһы тырышлығында барлыҡҡа килде. Етәксе-кураторҙары Нәфисә Тулыбаева, Кәримә Кайдалова, Гөлгөнә Баймырҙина. Тиҙҙән дүртенсе халыҡ клубы – «Ейәнсура шәле» асылыуы көтөлә. Нигеҙ һалыусыһы – Нәзирә Кәримова.
Шәл бәйләү еңел эш түгел, халыҡ тормошонда һәм тарихында ҙур әһәмиәткә эйә һөнәри күренеш, халыҡ кәсебенең бер төрө икәнен аңларға ваҡыт. Был ҡатмарлы һәм сетерекле кәсеп төрөн республиканың Еңел сәнәғәт министрлығы, Һөнәрселек палатаһы үҙ ҡарамағына алһа, күпме белгестәр ярҙамында шәлселәрҙең эше лә, эштәренең мәнфәғәте лә артыр ине. Әлегә Башҡортостанға берҙән-бер бәләкәй предприятие – «Алтын ҡулдар» эшләп килә. Етәксеһе Алһыу Ғәббәс ҡыҙы Әпсәләмова иллеләп оҫта менән бергә «Башҡорт шәле» исеме аҫтында тауар етештерә.
Башҡорт шәленең киләсәге
«Башҡорт шәле» республика күргәҙмә-конкурсын ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Урал» галереяһы, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм «шәлле» райондарҙың мәҙәниәт идаралыҡтары. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика Һөнәрселек палатаһы – бер ниндәй ярҙам, яҡлау күрһәтерлек ойошма түгел. «Тарих һәм рух менән ҡуша үрелгән милли байлығыбыҙ – мамыҡ шәлдәргә, художестволы йәки киң ҡулланылған кейеҙ баҫыуға, милли кейемдәр тегеүгә хөкүмәт битараф ҡала. Иң оҫта шәлселәр, кейеҙселәр, милли кейем тергеҙеүселәр дәүләт кимәлендәге наградаларға лайыҡ», – тигәйне күренекле ғалим-этнограф, жюри рәйесе Альмира Ғәйнулла ҡыҙы Янбухтина. Күптән түгел мәрхүмә булған ғалимәнең был һүҙҙәре беҙгә васыят кеүек ҡалды. Тик кем ҡолаҡ һалыр?
Был йүнәлештә аныҡ тәҡдимдәр:
1. Башҡортостанда мамыҡ кәзәләрен үрсетеүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү.
2. Шәл бәйләүҙе республикала айырым сәнәғәт тармағы итеү.
3. Махсус шәл һатыу магазиндарын асыу.
4. Башҡорт шәле тураһында фәнни хеҙмәттәр, махсус каталогтар сығарыу.
5. Шәл оҫталарының күргәҙмәләрен даими ойоштороу.
6. Башҡорт шәлен Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары исемлегенә теркәү.
7. Башҡорт шәлен Башҡортостан бренды икәнен иғлан итеү.
Фестиваль йәки ижади бәйгеләрҙә еңеүсе оҫталарҙың махсус күргәҙмәһен булдырыу, уларға оҫталыҡ дәрестәре үткәреүгә ярҙам итеү кеүек мөмкинселектәр булһа, халҡыбыҙҙың был кәсебе, һис шикһеҙ, яңы үҫеш алып, донъя кимәлендә республика данын бермә-бер арттырыр ине.

Сәрүәр СУРИНА,

РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар берлектәре ағзаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: