-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ һөнәрмәндәре
20 Декабрь 2018, 13:26

Башҡорт шәле

Борондан килгән шәл бәйләү ысулы шулай: дебетте ҡул менән иләйҙәр, кизе-мамыҡ еп – ҡатлыҡ ҡушып сираталар. Шәлдең уртаһы квадрат, тура дүртмөйөш рәүешендә бәйләнә, уға дүрт яҡлап ситтәр ҡушыла.

ШӘЛЕМ АҪЫЛ БИҘӘКЛЕ
Борондан килгән шәл бәйләү ысулы шулай: дебетте ҡул менән иләйҙәр, кизе-мамыҡ еп – ҡатлыҡ ҡушып сираталар. Шәлдең уртаһы квадрат, тура дүртмөйөш рәүешендә бәйләнә, уға дүрт яҡлап ситтәр ҡушыла. Һәр сит айырым бәйләнә. Хәҙер оҫталар машина менән, урта-ситте бергә ҡушып – төрлөсә бәйләй. Әммә халыҡсан бәйләү матурыраҡ күренә, ҡупшыраҡ һанала. Шәл ситенә биҙәк һалыу – элекке йола булһа, бөгөн уртаһына ла биҙәкте йәлләмәйҙәр. Оҫталар дебет шәл биҙәктәренә яғымлы исемдәр ҡуша: «һалма», «кәкерсәк», «бесәй табаны», «тулҡын», «тура биҙәк», «йәйғор», «шыршы», «борсаҡ», «төймә», «тәгәрмәс эҙе», «Заһира биҙәге», «тау биҙәге», «тәрәҙә биҙәк», «өҙмәкәй».

ТАҒЫ ЛА КӘЗӘ ТУРАҺЫНДА
Бер хәбәр-лаҡап бар халыҡ телендә. Имеш, ҡытайҙар Себер яғына Башҡортостандан йорт кәзәләре килтереп, ферма асып, дебетенән шәл бәйләп, һатыуға сығарырға теләгән. Бер-ике йылдан кәзәнең дебете танымаҫлыҡ булып үҙгәрә, ойошҡаҡ йөнгә әйләнә. Тимәк, башҡорт шәле тигән ҡот-бәрәкәт – Башҡортостанға Хоҙай бүләге. Уны республиканың милли хазиналары рәтендә патентлау һәм кисекмәҫтән үҫтереү программаларын булдырыу кәрәк. Бигерәк тә урындағы милли кәсеп-һөнәрмәнлек ғөрөф-ғәҙәтен дауам итеп, халыҡҡа эш булдырыу, аҡса табыу ысулы ул шәл бәйләү һәм һатыу.
Һатыу тигәндән, алтын сыҡҡан ерендә ҡиммәт, тиһәләр ҙә, был башҡорт шәленә бөтөнләй ҡағылмай. Ауыл һайын башҡорт ҡатындарынан бәйләнгән шәл һораған, барлығын белеп-һиҙеп ҡалһа, ай-вайға ҡуймай, тартып-талап тигәндәй алып киткән «шәл йыйыусылар» бер ҙә «алтын хаҡ» бирмәй. Арифметика ябай: төпкөл ауылда шәл 500-600 һумға алыпһатар моҡсайына килеп инһә, Өфөлә уны танымаҫлыҡ итеп тарап, мамығын көсләп өҫкә сығаралар һәм 1500-2000 һум хаҡ ҡуйып һаталар. Ырымбур баҙарында шәлдең башҡорттоҡо икәне бөтөнләй «онотола», ул «Ырымбур шәле»нә әйләнә. Ташкент, Мәскәү, Питер яҡтарында ла шәл үтә – бындағылар донъяла иң сифатлы шәл – башҡорт шәлен беләләр, һатыусылар инде хәҙер «Урал», «Ағиҙел», «Өфө», «башҡорт» һүҙҙәрен ҡушып маҡтап, 5-6 меңгә осора. Ә инде Себер, Алыҫ Көнсығыш тарафтары бары тик башҡорт шәлен һорай. Ҡотопҡа яҡын һыуыҡ ҡалаларҙа ысын башҡорт шәлен 10-15 меңгә һатып була, тиҙәр.
БЫЯЛА ДЕБЕТ йәки ЙЫЛАН ИТЕ
Һүҙҙәр – төрлө, мәғәнәһе бер. Дебет – кәзә мамығы тигәнде аңлата. Дебет кәзәһе – шәл бәйләргә яраҡлы сифатлы мамыҡ бирерлек йорт малы. Бөтә әтнәкә дебеткә барып төртөлә. 1960 йылдарҙа Башҡортостандың меңәр йыл аҫыраған дебет кәзәһен көсләп бөтөрһәләр ҙә, аҙағыраҡ Әстрхан һәм Волгоград далаларында ғәләмәт ҙур кәзә көтөүҙәре пәйҙә була, әүҙем үрсетелә. Улар оҙон, ялбыр мамыҡлы, ҡарап торһаң, арыу ғына һымаҡ. Унса малды нисек, ҡасан тарап бөтөрһөндәр – ҡайсылап-машинкалап ҡырҡып алалар, тыңҡыслап тоҡтарға тултыралар ҙа вагон-кузов тултырып ҡайҙа оҙаталар?! Әлеге лә баяғы Башҡортостанға! Мәгеҙ, башҡорт бисәләре, ҡулығыҙ ҡысыһа, шәл бәйләмәй тора алмаһағыҙ, боронғо кәсеп менән осто-осҡа ялғап йәшәргә өйрәнгәнһегеҙ – әйҙә, алығыҙ! Тәүге Волгоград дебете килеп тулған саҡ 1980 йылдар ине. Беҙҙең бер ҡатлы әүҙем халыҡ баяғы дебетте ташыны, хатта үҙ кәзәһен бөтөрөп йә тарамай ҡыялғандар булды. Ләкин ысын шәлселәр аҡты ҡаранан тиҙ айырҙы: ялпылдап-таралып торған сит яҡ мамығы бер ниндәй йылыны ла, йырҙы ла, өмөттө лә бар тип тә белмәй, имеш. Ҡыуан елдәр, әрем һәм сәнскәк баҫҡан ҡоро далала көн иткән кәзәнең мамығы хас та быяла, ялпылдай, тик йылытмай, матур йылмая, тик алдай... Тиҙ баҫыла, бер баҫылһа, төҫһөҙләнә һәм йәмһеҙләнә. Баҙар мамығы, тиҙәр уны, бер-ике йылдан артыҡ ваҡыт ҡапсыҡта ятһа, баҫылып, кейеҙләнеп-көйһөҙләнеп тамам эшлектән сыға. Ундай шәл иркәләмәй-иркәләнмәй, уралмай-ҡосаҡламай, ғәмһеҙ һәм тәкәббәр холҡон ташламай. Бына шулай, йәне теләгән – йылан ите ашаған, тиҙәр. Кемгәлер ундай шәл оҡшауы ла бар. «Үҙе уҫал, үҙе сибәр, күрһәң, йәндәрең биҙәр...», йырҙағы шикелле. Волгоград мамығынан бәйләнгән шәл – йылан ите булып ҡала инде», тип көлөшә ҡыҙҙар. Үҙҙәре һөйләй, көлөшә, ҡулдарында сылт-сылт энәләре уйнай, баҫҡан ерҙән шәл сите бәйләп торалар, имеш. Ҡарамайҙар ҙа! «Әһә, үҙең ниндәй дебеттән бәйләп тораһың әле?» – «Әлбиттә, үҙебеҙҙең ауыл кәзәһенеке, уны күҙ йомоп та бәйләп була – бармаҡҡа яғылып, уралып тора бит, кешегә иркәләнеп барған йорт кәзәһенең холҡо дебетендә лә ҡала. Шуға ла беҙҙең башҡорт шәле муйынға уралып, йылытып-хәстәрләп, иркәләп-һөйөп тора бит хужаһын. Теләһә ниндәй ауырыуға ла дауа, шәлеңә уран да, Хоҙайҙан һаулыҡ һора, шул хәтле килешә, ысын! Тере кәзә өҫтөнән генә тарап алынған тере мамыҡ бит ул – кәзә уны беҙгә үҙ теләге менән бирә, ҡурҡмай-өркмәй, рәхмәтле-риза булып ҡулыбыҙға тапшыра, бүләк итә! Шуға ла беҙҙең дебет әллә нисә йыл ятһа ла, боҙолмай, ойошмай, иҫкермәй. Тетеп-аялап ал да бәйлә, ябынып рәхәтлән!» Эй, рәхмәт яуғыры шәл оҫталары, егәрле башҡорт ҡыҙҙары! Хоҙай үҙегеҙгә лә һаулыҡ, иман байлығы, ике донъя рәхәте насип итһен!

Сәрүәр СУРИНА.

РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Дауамы. Башы – 10–11-се һандарҙа.
Читайте нас: