

– Бәләкәй саҡта күрше апай-инәйҙәр беҙгә кис ултырырға килә торғайны, урындыҡҡа теҙелеп, кем мамыҡ аялай, кем иләй, кем бәйләй. Ә мин, алты-ете йәш тирәһендәге ҡыҙ бала, энәләр тотоп, ҡурсаҡтарға буй шарф бәйләп, шуны киренән һүтеп ултырғанымды хәтерләйем.
Федоровка районы Бала Сытырман ауылында тыуҙым. Беҙҙең тирәлә, йәғни Мәләүез, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Федоровка райондарында был шөғөл – ғәҙәти күренеш. Заманында өләсәйем оҫта шәлсе булған, уның иләгән мамығы ҡырҡлы еп һымаҡ нәҙек, тигеҙ килеп сыға ине, әсәйемә оҫталыҡ ана шул өләсәйемдән күскән, миңә иһә – әсәйемдән. Бәләкәй сағымда әсәйемдең әҙерләп һалып ҡына торған дебетен зырлатып иләп ташлағаным хәтеремдә, өләсәйемдең ҡолғаға ҡуйып йөн иләгәнен ҡарап ултырам да, тороп китһә, йәһәт кенә барып орсоҡ зырлата башлайым! Берәү ҙә махсус өйрәтмәне, шулай өлкәндәрҙе ҡабатлап оҫтарҙым. Үҫә килә бергәләшеп бәйләй ҙә, уҡыу алдынан Мәләүез баҙарына алып барып һатып, мәктәпкә кейенеп ҡайта инек! Ашатҡан, эсергән, кейендергән шул шәл булды инде. Ырымбур баҙарына ла, хатта Ташкентҡа ла сығып китә торғайны ауыл ҡатындары шәлдәрен йөкмәп. Аҡсаһына ул ваҡытта беҙҙә булмаған өрөк-күрәгәләр, емеш-еләк, затлы сатин, ебәк туҡымалар алып ҡайталар. Күрше төбәктәрҙең данлыҡлы шәлдәре лә шул башҡорттоҡолор, тип уйлайым. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының эшһөйәрлеген, нескәлеген, бай күңел донъяһын сағылдырған һәм инде ҡаныбыҙға һеңгән был оҫталыҡтың тарихы бер нисә быуынға ғына ҡайтып ҡалмайҙыр. Тәрән, юғары мәғәнә һалып ҡарайым халҡыбыҙҙағы шәл бәйләү традицияһына. Һәр хәлдә минең яҙмышымда ул бик ҙур роль уйнаны. Район үҙәк дауаханаһы реанимацияһында утыҙ йылға яҡын шәфҡәт туташы булып эшләнем, ауыр хеҙмәттә ал-ял белмәнем. Һуң ғына әсәй булдым. Миңә ҡырҡ йәш ине икенсе ҡыҙыбыҙ тыуғанда. Баланан һуң өҙлөктөм, эстә инфекция китеп, сепсис башланды. Наҙгөлөмә һигеҙ ай ғына ине, ҡурҡыныс диагноз үлем язаһы кеүек яңғыраны. Ҡулыма төрткөләргә тулған рентген һүрәтен һоноп, «апай, үпкәгеҙҙә метастаза башланған, рактың һуңғы стадияһы», тип Өфөгә операцияға юллама тотторҙолар. Сабыйҡайым, ярай, аңламай, кем килһә лә, «әсәй» тиер ҙә китер, ә бына беренсе класҡа ғына төшкән Алинам нимә эшләр икән, нисек кенә уҡыр, мин юҡлыҡты нисек кисерер, тип ҡайғыра-ҡайғыра автобусҡа йыйынам. Урыҫтарҙың Пасхаһы бара ине, ҡаршыма өйөрө менән прихожандар тура килде, «вера поможет», «Всевышний не оставит», «человек может исцелить себя» тигәндәре ҡолағыма салынып ҡалды. Ә мин үлергә китеп барам. Карауат эргәһендәге стенаға рентген һүрәтен элеп ҡуйҙым да ҡарап ятам – ул селтәрле шәлдәй ялтырап күҙҙе ҡамаштыра. Күҙҙәремде йомоп, уйымда ундағы аҡ төрткөләрҙе шәл энәләре менән сүпләй башланым һәм, белгән доғаларымды ҡабатлай-ҡабатлай, йомғаҡҡа ураным. Шулай йоҡлап киткәнмен. Һәм, ышанаһы-ғыҙмы-юҡмы, ошонан һуң мөғжизә башланды: операциям уңышлы үтте, анализдарым яҡшырҙы, ҡурҡыныс диагнозым раҫланманы. Көслө табиптар һәм һөйөнөс, йыуаныс биргән шөғөлөм мине үлемдән аяны, тәнемде лә, йәнемде лә дауаланы. Ятҡан килеш тә шәл бәйләүемде туҡтатманым – рәхмәтем көслө ине! Үлеп терелергә мәжбүр иткән әлеге ваҡиға донъяға тулыһынса ҡарашымды үҙгәртте. Аяҡҡа баҫҡас, элекке эшемде ҡалдырҙым. Үҙемдең төп миссияма – ғаиләмә, шәл бәйләүгә күберәк ваҡыт һәм иғтибар йүнәлтергә форсат тыуҙы. Ышанысым нығынды, Аллаһҡа килдем. Эйе, минең өсөн шәл бәйләү – ябай шөғөл генә түгел, ә ижад та, дауа ла, рух сығанағы ла ул.
– Ниндәй кәзә мамығынан матур, йылы һәм сифатлы шәл килеп сыға? Был үҙенсәлек малдың ниндәй төбәктә, нимә ашап үҫеүенә лә бәйлеме? Ҡайһы өлөшөнән таралған мамығы һәйбәт, ныҡлы һанала?
– Элек һәр өйҙә кәзә малын күп тоттолар, уларҙың ниндәй генә төҫтәре юҡ ине: сөм ҡара, көрәнһыу, һоро, һорғолт, күкһел, аҡ... Ябынып йөрөрлөк матур шәл булһын өсөн ул байтаҡ мөһим этап үтергә тейеш әле. Дебеттең сифаты кәзәнең нисек туҡланыуына, тәрбиәләнеүенә лә бәйле. Кемдер оҙон һәм йылҡылдап торған Волгоград мамығын ярата. Мин үҙебеҙҙең яҡтарҙағы башҡорт тоҡомло кәзәләрҙең дебетен өҫтөн күрәм. Улар ҡыҫҡараҡ, йылҡылдап тормай, әммә йылы һаҡлай, тәнгә шифалы һәм оҙаҡҡа етә. Неврологик сирҙәр, йүтәл менән интеккәндәр минән заказ менән бәйләтеп ала. Яҙын бесән генә ашап ҡышлаған малдың мамыҡтары күпереп үҫкән була.
Кәзә тарау – үҙе бер йола. Эшкә ипләп кенә тотонһаң, мал тик кенә ята, тыпырсынмай. Үҙенә лә рәхәт бит инде, яҙҙың эҫе ҡояшы аҫтында тәне бешеп йөрөмәйәсәк. Малдың муйын тирәһендәге мамығы иң һәйбәте һанала. Ҡылдан, сүптән таҙартылған дебетте йыуып киптерәһең дә тәүҙә төйөрөн ҡалдырмай ғына ҡул менән тетәһең, шунан шапалайһың. Нәҙек кенә итеп иләгәс, еп ҡатлап, орсоҡ менән сиратаһың. Шәл башлар алдынан, эш ыраһын тип: «Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!» «Минең ҡулым түгел, Ғәйшә, Фатималарҙың ҡулы» йәки «Ике һуҡыр күрмәһен, икендегә етмәһен» тип һамаҡлайым. Ә әҙер шәлде, күперһен өсөн, ҡояшта елләтәм, аҡ ҡарға сығарып тапап сафландырып алам. Ялтырап нурланып китә ул.
– Беҙҙең ауылда апайҙар шәл ситен бер-береһенән уҙҙырып, төрләндереп бәйләй торғайны. Һеҙ ниндәй биҙәктәр ҡулланаһығыҙ? Яҡшы шәл ебәк кеүек алтын йөҙөктән үтергә тейеш, тип тә әйтәләр. Ысынлап та шулаймы? Шәлдең ниндәй төрҙәре бар?
– Семәрле биҙәктәр һалып, тәүҙә дүрт ситен бәйләйем, унан, үлсәмдәрен самалап, уртаһына күсәм. Ситтәргә «һалма», «бесәй табаны», «тулҡын», «тау-биҙәк», «шыршы», «тәгәрмәс эҙе» тигән нағыштарҙы ҡулланам. Халыҡ араһында таралғандарынан тыш, «ҡауыша алмаған йәрҙәр» тип аталған үҙем уйлап тапҡан семәрҙе лә яратам. Һәр шәлдең үҙ йөҙө, үҙенсәлеге шулай барлыҡҡа килә. Үҙ ҡулымды башҡаларҙың иңендә лә таныйым шуға. Хәҙер заманса ҡорамалдар ярҙамында шәлде сите менән тотошлай бәйләп тә һаталар. Мин ундайҙы өнәмәйем, боронғо ысулға – әсәйем өйрәткән аманатҡа таянам. Ситтәре биҙәк һәм «тел» менән семәрләнеп бәйләнгән һәм дүртмөйөштөң һәр яғы 70 сантиметр тирәһе булған «ҡыҙҙар шәле», «килен шәле», «әбейҙәр шәле» тигән төрҙәре бар. Нәҙек мамыҡтан эре итеп йыш күҙ салып, биҙәктәр һалып бәйләнгән «селтәр шәл» йәки «үәл» дә модала. Бына улар ысынлап та йөҙөктән үтерлек йоҡа ла, йылы ла була. Иңгә генә һалып йөрөтмәле «өсмөйөш шәл»гә лә өҫтөнлөк биреүселәр бар. Яҡтары метр ярымға еткән ҡалын ҙур шәлде йыуан итеп иләнгән дебеттән бәйләйҙәр. Тығыҙланып, кейеҙләнеп китә ул. Был «ауыл шәле» ҡышҡы һыуыҡта өшөтмәй, ауырығанда уны ябынып яталар.
– Һеҙ һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың шәл күргәҙмә-бәйгеләрендә гел тәүге урындарҙы яулап киләһегеҙ. Еңеүҙәргә һеҙҙе нимә дәртләндерә? Ниндәй маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?
– Беҙ – ижади, уңған, талантлы халыҡ. Боронғо аҫыл кәсептәребеҙ бик күп. Башҡорт дебет шәленә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, боронғо шәл бәйләү оҫталығын һаҡлау һәм үҫтереү, йәштәргә тапшырыу йәһәтенән бәйге-күргәҙмәләрҙең әһәмиәте оло мәғәнәгә эйә. Аралашыуҙан, тәжрибә уртаҡлашыуҙан, эшлекле бәйләнеш булдырыуҙан белемебеҙ, һөнәри кимәлебеҙ арта, ҡарашыбыҙ киңәйә, рухыбыҙ ҙа нығына бит. 2017 йылдан «Башҡорт шәле» республика күргәҙмә-конкурсында ҡатнашам, һигеҙ йыл эсендә төрлө номинацияларҙа дүрт тапҡыр Гран-при яуланым. Еңеүҙәрем күп, шөкөр. Улар мине тырышып эшләргә, яңы идеяларға дәртләндерә. Һуңғы ваҡытта башҡорт тоҡомло кәзәләрҙе үрсетеү мәсьәләһе борсой мине. Йыл да кәзә тотоусылар һаны һирәгәйә бара, сөнки ул малды аҫрау еңел түгел: көтөү менән йөрөмәй, ихаталағы ағас-ҡыуаҡтарҙы, кәртәләрҙе кимерә. Матур итеп ҡарарға, ашатырға кәрәк. Республика кимәлендә ошо проблеманы хәл итһәләр, башҡорт шәле юғалмаҫ, ә абруйы артыр ғына ине.
Оҫтаның тормошо ла шәлендәге биҙәктәр кеүек селтәрле, ҡатмарлы, мөғжизәгә тулы. Гөлсимә Иҫәнғолованың шәлдәре – сәнғәт өлгөһө генә түгел, ә йәшәүгә ышанысын да, донъяға сикһеҙ рәхмәтен дә, еңеү рухын да ҡушып бәйләгән ул нағыштарға. Шуға уның шәлен ябынған һәр кем үҙ дауаһын табалыр.
Альбина Ғөбәйҙуллина әңгәмәләште.