-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
1 Май 2025, 12:00

Башҡортса уйнайыҡ! «Биш ашыҡ»

Рәхилә ҒИЛЕМЙӘНОВА Шишмә районының «Әлкә» шифаханаһы ҡасабаһында йәшәй, сығышы менән Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Оло Солтан ауылынан ул. Милли  кейемде, аш-һыуҙы, йолаларыбыҙҙы тергеҙеү менән әүҙем шөғөлләнә. Конкурсҡа ул бала саҡта яратып уйнаған «Биш ашыҡ» уйынын тәҡдим итә. Уйын йылдамлыҡҡа, зирәклеккә өйрәтә, күҙ үлсәмен нығыта, көстө, сыҙамлыҡты, ҡыйыулыҡты арттыра, сәм уята, ти ул.

Башҡортса уйнайыҡ! «Биш ашыҡ»
Башҡортса уйнайыҡ! «Биш ашыҡ»

«Варианттары күп, мин һеҙгә уны үҙебеҙҙең бала саҡта уйнағанса күрһәтәм, – ти Рәхилә Төхвәтулла ҡыҙы. – Биш ашыҡ һөйәген ҡулға алаһың да уйын майҙанына һалаһың. Нисек төшөп ятһалар, шул килеш ҡалалар. Береһен алып (уңайлыһын үҙең самалайһың), юғарыға ырғытаһың, ул төшкәнсе бер ашыҡты алып өлгөрөргә, шунан өҫкә сөйгәнен дә тоторға кәрәк. Шулай барыһын берешәрләп эләктереп алаһың. Шунан икенсе кеше уйнай. Мәрәйҙәрҙе һанап барабыҙ. Киләһе әйләнештә ашыҡты ырғытҡан арала – ике, өсөнсөһөндә – өс, дүртенсеһендә дүрт ашыҡты тотоп өлгөрөргә кәрәк.

Артабан ашыҡтарҙы «ҡапҡа» аша төшөрәһең (һүрәттә). Баш бармаҡты – бер, ҡалғандарын икенсе яҡҡа ҡуйып «эшләнә» ул. Маҡсат – ырғытҡан ашыҡ төшкәнсе башҡа ашыҡтарҙы «ҡапҡа»ға индереү. Шулай уҡ тәүҙә – берешәрләп индерәһең, артабан һандарын арттырып бараһың. Яңылышһаң, мәрәйһеҙ ҡалаһың. 

Киләһе этапта ашыҡтарҙы өҫкә ырғытаһың да уларҙы ҡулдың һырты менән тотоп алаһың. Нисә ашыҡты тотһаң, шунса мәрәй отаһың.

Иң аҙаҡтан бөтә мәрәйҙәрҙе ҡушаһың. Кемдең мәрәйҙәре иң күбе йыйылһа – шул еңеүсе».

Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас