Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
1 Февраль , 14:15

Күңел яҙмалары

Интернет донъяһы йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшөнә, йән талабына әйләнде. Хәҙерге аралашыуҙың төп ҡоралы, тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Кешеләр, үҙҙәренең хис-тойғолары, яңылыҡ-ҡыуаныстары, һөйөнөс-көйөнөстәре менән уртаҡлашып, ошо «киңлектә» күңел бушата. Улар араһында блогерҙарҙың сәхифәһе айырым иғтибарға лайыҡ. Беҙ йәнле, халыҡсан яҙмалары менән меңдәрҙең иғтибарын яулаған уҡытыусы, йәмле Йылайыр һылыуы  – Зөлфирә Таһированың күңел донъяһына сәйәхәт ҡылдыҡ.

Күңел яҙмалары
Күңел яҙмалары

Һаҡмар буйында урынлашҡан Һабыр ауылында буй еткерә Зөлфирә һылыу. Бәләкәйҙән телдәр булып үҫә ул. Һүҙ маһирлығы – тамырҙарынан, юҡҡамы ни уларҙың араһын, Түләшевтәрҙе, «сүтәрҙәр» тимәйҙәр.

– «Сүтәр» ул, тимәк, телгә бөткән, күп һәм оҫта һөйләй, тигәнде аңлата, – тип ҡәнәғәт йылмая Зөлфирә һылыу. – Ғөмүмән, тыуған ауылымда элек-электән халҡыбыҙҙың йолаларына, мәҙәниәтенә ҙур иғтибар бүленде. Беҙ мәктәп эскәмйәһенән рухлы Үҫәргән ырыуынан икәнебеҙҙе лә, арабыҙ хаҡында ла бай мәғлүмәтле булып үҫтек. Атайымдың ике апаһы ла ижади ҡарашлы, һүҙ бәҫен белгән, һәр сараның уртаһында ҡайнаған шәп уҡытыусы булды. Атайым да һүҙ артынан кеҫәгә инмәгән, ултыртҡансы шаяртҡан мут кеше ине. Тик уның ғүмере бик иртә, 37 генә йәшендә, фәжиғәле өҙөлдө. Әсәйем яҡлап туғандарым – китап ене ҡағылған кешеләр. Мәктәптә уҡытыусылар: «Ана, Зөлфирәнең Ғәлиә өләсәһе китапханала бөтә китапты ла уҡып бөткән», – тип миҫалға килтерһәләр, минең ғорурлыҡ баштан аша. Ә гел йылмайып йөрөгән, шаян ғына, күк күҙле Сәйфетдин ҡартатайым иһә – гүйә әкиәттәге мәрәкәсел тылсымлы ҡарт. Әсәйем гел мәҡәлдәр арҡылы һөйләшә. Уның беҙгә өләшер кәңәше – мәҡәл-әйтем. 19 ғына йәшемдә кейәүгә сыҡҡанда ул миңә: «Көсләп бирмәнем, үҙең һайлап барған егет, ҡайны-ҡәйнә менән йәшәүе еңел түгел, ишектән ҡыуһалар – тәҙрәнән ин, тәҙрәнән ҡыуһалар – мөрйәнән төш, ҡайтмайһың», – тип ғүмерлек һабаҡ бирҙе. Йәш саҡта тәҙрәнән инә алмай ҡарап торғанымды, мөрйәгә һыя алмай йөрөгәнемде күҙ алдына килтереп шарҡылдап көлә торғайным. Ә әсәм бит, асылда, ниндәй генә зилзиләләрҙә лә сабыр бул, нығынып йәшә, тип күңелемә алтын аҡылын яҡҡан.

Зөлфирәлә ерле һөйләшкә, туған телгә һөйөүҙе башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Сәлихйән ҡыҙы Ҡужәбәкова уята. Әсәһе Зөһрә апай күрше Ҡаҙырша ауылына икенсегә тормошҡа сыҡҡас, уның ҡайныһы Нуретдин ҡартатай Игебаев та, үҫмер ҡыҙҙы янына ултыртып, ер-һыу атамаларына, ил-йортҡа ҡағылышлы матур тарихтар һөйләй.

Атайҙан иртә ҡалған, әсәләре башҡаланған өс ҡыҙға, әлбиттә, еңел булмай. «Атайым үлгәндә миңә – 11, әсәйем кейәүгә сыҡҡанда 15 йәш ине. Ҡаҙыршала урта мәктәп булмау сәбәпле, беҙ өләсәй-ҡартатай янында ҡалырға мәжбүр булдыҡ. Әсәй йылыһына, наҙына мохтаж үҫеп килгән саҡ, иркәләүҙәре шул тиклем етмәй. Уны ныҡ юҡһынабыҙ, ун бер йәшлек кенә һеңлем, төндәрен мине һыға ҡосаҡлай ҙа: «Әсәйҙе һағындым!» – тип илай. Күңел тигәнебеҙ гел китек булды, бала сағыбыҙ иртә бөттө», – тигәнендә Зөлфирә һылыуҙың уңалмаҫ йән яраларының ауазы сыңлап киткәндәй.

– «Бәйләнештә» селтәрендә яҙа башлауым да осраҡлы рәүештә генә килеп сыҡты – өҙөлөп атайымды һағыныуҙан. Беҙ һеңлем менән уның тыуған көнөндә лә, үлгән көнөндә лә, хатта Ил сиге һаҡсылары байрамында ла сәскәләр тотоп, ҡотларға зыяратҡа бара инек, ҡурҡмауыбыҙҙы әйт – бала күңелебеҙгә шул тиклем атай кәрәк булғандыр инде. Тәүге яҙмаларым – ҡәҙерлем хаҡында иҫтәлектәр. Бәләкәйҙән көндәлек тоттом, социаль селтәрҙә яҙа башлауым ана шул көндәлектәрҙең дауамы һымаҡ булып тойолдо. Яҙғандарымды кеше уҡый, оҡшата, һуңынан ҡыҙығыраҡ әйберҙәр сыймаҡлай башланым, ғаиләм тормошон, үҙем менән булған мажаралы хәлдәрҙе, ҡайнымдың ҡыҙыҡтарын. Бигерәк тә «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә беҙҙең бәләкәй, 46 өйҙән генә торған Сәләх ауылына билдәле кешеләрҙең килеүе, яҙмаларыңды уҡыйбыҙ, тиеүҙәре иңемә ҡанат үҫтергәндәй булды, – тип бәйән итә виртуаль донъялағы юл башы хаҡында ихлас әңгәмәсем.

Тик Зөлфирә һылыу үҙен блогер тип һанамай, сөнки уларҙың тәү маҡсаты аҡса эшләүгә, рекламаға ҡоролған. «Күңелемә ҡасан илһам ҡошо ҡуна, шул мәлдә генә ҡәләмгә тотонам», – ти ул.

Үҫмер сағында Зөлфирә буласаҡ тормош иптәше, үҙенән алты йәшкә олораҡ егеткә һушы китеп ғашиҡ була. Ышаныслы, әҙәпле Рәмис йөҙөндә ул йөрәге ҡорғаҡһыған атай һөйөүен дә таба. «Бейем менән ҡайныма тәрбиәле улдары өсөн шул тиклем рәхмәтлемен», – ти бәхетле ҡатын. Интернетта танылыу яулауын хәләле бер һүҙһеҙ ҡабул итә, һәр башланғысын хуплай, аңлай. «Минән бигерәк Рәмисте нығыраҡ таныйҙар. Шулай бер Рәмис ер аяғы ер башындағы Таймырҙа вахтала сағында, бүлмәгә инһә: «Оһо, Зөлфирәнең ире», – тип шат йылмайып бер егет ултыра, ти. Һеҙ кем булаһығыҙ, тигән һорауына, мин Зөлфирәнең подписчигы, тип көлә икән», – тип иҫләй ул. Ысынлап та, Зөлфирәне яратып уҡыусыларының һаны битләүендә ун меңдән ашыу, былтыр ғына асҡан төркөмөндә иһә – алты мең самаһы. Шуныһы мөһим: Зөлфирә йондоҙ ауырыуы менән сирләмәй, ябай ҙа, итәғәтле лә ул. «Кеше һүҙенә ныҡ иғтибар бирәм, хәтеремде ҡалдырып, ҡанатымды ҡайырһалар, оҙаҡ яҙа алмай йөрөйөм. Әгәр ҙә мин битләүемдән оҙайлы ваҡытҡа юғалып торһам, тимәк, күңелемде төшөргән ниндәйҙер етди ваҡиға булған», – тип күңел серҙәре менән бүлешә матурҡай. 

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2025) һанында уҡығыҙ.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: