-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
31 Декабрь 2024, 12:25

Илаһи ҡөҙрәт

Төрлө сүрәткә инә һәм шул уҡ ваҡытта үҙе булып ҡала белә ул. Һөйкөмлөлөк, талант, көслө холоҡ, нескә харизма был актрисаның үҙен дә, героиняларын да ниндәйҙер ҡабатланмаҫ үҙенсәлек менән балҡыта. Сәхнәлә лә, тормошта ла, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә лә өлгө алырҙай һоҡланғыс шәхес ул. Заманыбыҙҙың күренекле актрисаларының береһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Физәлиә Рәхимова-Ғәлина яңы йылда күркәм юбилейын ҡаршылай. Уның Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә ижад иткән ялҡынлы ролдәре һәм «Күңелле йәшәйбеҙ», «Сируси» кеүек популяр сериалдарҙағы мауыҡтырғыс образдары халыҡ һөйөүен яулаған.

Илаһи ҡөҙрәт
Илаһи ҡөҙрәт

«Һәр йәш, һәр миҙгел үҙ матурлығы, үҙ бәҫе менән ҡәҙерле. Беҙҙең бала саҡ оҙаҡ ине, ҡыштар, йәйҙәр оҙон ине. Бөгөн ул осор яҡты төш кеүек кенә йылы сатҡыларҙа хәтергә төшә: ыҡсым ғына һаҡаллы Мөхитдин олатайым һәм ипле тәбиғәтле, һылыу Хәжәр өләсәйем беҙҙең менән йәшәне. Апай-ағайымдар район үҙәгендәге бала табыу йортонда тыуһа, мин Магнитогорск ҡалаһында донъяға килгәнмен. Әсәйем мине тапҡандан һуң, ҡаты ауырып, дауаханаға эләгә, ә мине балалар дауаханаһына һалып ҡуялар. Был хәл өйҙәгеләрҙе тәрән хафаға ҡалдыра. Шөкөр, ярты йылдан әсәйем һауығып, ә мин туп-тумалаҡ булып үҫеп, Магнитогорскиҙан ауылға ҡайтып төшкәнбеҙ. Олатайым һөйөнөсөнән мине Мәнит тип йөрөттө шуға. Тубығына ултыртып, яратып һамаҡлағанын саҡ-саҡ ҡына хәтерләйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һигеҙ йәшемдә – өләсәйем, унан алдараҡ олатайым мәңгелек йортҡа күсте», – тип бала сағының һынылышлы ла, яҡты ла минуттарын бәйән итә актриса.

Әбйәлил районы Туйыш ауылы уҙаманы – Мөхитдин олатаһы кешеләрҙе өшкөрөп дауалай. Тирә-яҡтан да килә халыҡ, бағымсы ҡарттың доғалар әйтеп имләүе күптәргә килешә, илаҡ ҡына кесе ейәнсәрен дә ул тылсымлы өшкөрөүе менән тынысландырып йоҡлатыр була. Аралары ни бары ике йәш айырма менән бер-бер артлы тыуған Фәниә, Фирғәт, Ринат, Нилиә апай-ағайҙарынан һуң туғыҙ йылдан ғына донъяға ауаз һалған Физәлиәләрен ишле ғаиләлә, ел-ямғыр тейҙермәй, иркәләтеп кенә үҫтерәләр. Әсәһе Әғниә апай бөҙрә сәсле, матур, телгә маһир һәм күҙҙәре уттай янып торған илгәҙәк ҡыҙында артист һәләтен тойоп, ошо оҫталығын үҫтереү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй.

«Сәнғәт юлын һайлауымда төп этәргес әсәйем булды. Ҡәҙерлекәйемдең үҙенең күңел түрендә актриса булыу хыялы йәшәгәндер, тип уйлайым. Тик уны ғәмәлгә ашырыу форсаты ғына теймәгән. Тәү башлап әсәйем мине бейеү түңәрәгенә алып барҙы. Үҙ ҡулдары менән милли биҙәүестәр, түшелдерек-ҡашмауҙар яһап, балитәкле күлдәк тегеп кейҙерҙе. Ә атайым мандолина, скрипкалар яһаны, шул музыка ҡоралдарында уйнаны, ғөмүмән, ғаиләбеҙҙә барыһы ла баянда өҙҙөрҙө, йыр-бейеүгә маһир булды», – тип дауам итә һөйкөмлө ханым.

Байым ауылы мәктәбен тамамлаған ҡыҙы Өфө дәүләт сәнғәт институтына барырға ниәтен әйткәс, әсәһе ҡуш ҡуллап фатихаһын бирә. «Артист тормошо ауыр тип, ҡаршы төшкән ағаларыма ла яуабы әҙер ине. Һәләтемә ныҡ ышанды ул, – ти Физәлиә Әнүәр ҡыҙы. – Шулай итеп, әсәйем һөнәри үҫешемдәге һәр аҙымымды күҙәтеп барҙы. Диплом спектакленән башлап мин уйнаған һәр     тамашаны яратып ҡараны ул, хатта ыжғыр бурандарҙа йыраҡ Әбйәлилдән килеп етер ине».

Институттан һуң Башҡорт дәүләт академия драма театрында ике йыл эшләй йәш актриса. Илшат Йомағолов, Фидан Ғафаров, Хәмит Яруллин, Нурия Ирсаева кеүек легендар артистар менән бергә ижад итеү ҡанаттарын нығыта. Өмөтлө актрисаға «Шәфәҡ»тән фатир ҙа бирәләр. Әммә яҙмыштың үҙ ҡануны: тәжрибә туплаған һылыу яңы асылған Стәрлетамаҡ дәүләт драма театрына эшкә күсә. «Стәрлетамаҡҡа килен булып төштөм», – тип йылмая актриса.

Ғүмерлек йәре, курсташы Илһам Рәхимов ул ваҡытта Стәрлетамаҡ драма театрында эшләп йөрөгән була.

Талантлы Стәрлебаш егете, тормош иптәше Илһам Ринат улы менән бергә 1993 йылда Рәмил Ҡол-Дәүләттең «Бермуд өсмөйөшө»ндә ирле-ҡатынлы образды сәхнәгә сығаралар. Шунда ете айлыҡ ауыры менән уйнай ҡаһарман актриса. Мөхәббәт ҡуҙы, йәштәрҙә сәм уятып, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, талпынып эшләргә көс-ҡеүәт бирә. Рухлы, һәләтле актерҙарҙың ижади тандемы Стәрлетамаҡ театрына саф һулыш өрә һәм мәҙәни усаҡты яңы бейеклектәргә күтәрә.

 Утыҙ өс йыл эсендә йөҙләгән роль ижад иткән Физәлиә Әнүәр ҡыҙы. Айҙар Хөсәйеновтың «Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән» пьесаһында – Бәндәбикә, Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау»ында – Туҡтабикә һәм «Ай тотолған төндә»һендә  – Тәңкәбикә, Флорид Бүләковтың «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы»нда –  Нурия, Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса»һында – Шәмсиә килен, Әнғәм Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым!»ында Ғиҙелбанат кеүек ялҡынлы ролдәрен генә алайыҡ! Күпме хис-тойғо ҡоршауында тота ул яратҡан тамашасыһын. Геройҙары менән бергә тетрәнәһең, һыҙланаһың, шатланаһың... Һәр береһе уның нескә йөрәге аша үткән, тәрән күңел кисерештәренән туҡылған, төпкө аңында яҡлау тапҡан, шуға ла ул ижад иткән һәр образды яратып, ышанып ҡабул итә халыҡ.

«Оҡшамаған ролдәр ҙә эләгә, әммә эшләү дәүерендә үҙ итә, ярата башлайһың. Артиста «бөйөклөк» сире булырға тейеш түгел, ул үҫеште тотҡарлай. Хатта бәләкәй генә роль дә күп көс талап итергә мөмкин, әммә ул ентекле эшләнгән, тамамланған булғанда ғына дөйөм картина уңышҡа өлгәшә ала. Сәхнәлә һәр персонаж мөһим», – ти ул. 

Ирле-ҡатынлы Рәхимовтар «Күңелле йәшәйбеҙ», «Сируси», «Бәхет ҡошо», «Күршеләр» сериалдары, «Өс хат», «Уҡыуҙан тыш дәрес» фильмдары аша ла яҡшы таныш.

«Һәр эшкә яуаплы ҡарайым, шуға йыш ҡына күңелдә, нимәнелер эшләп еткермәнем, тигән ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо ҡала. Был да, үҙ сиратында, артабан эҙләнергә, уйланырға, алға ынтылырға этәргес бирә», – тигән фекерҙә танылған актриса.

Донъяһы бөтөн, ижадта ла, ғаиләлә лә бәхеткә өлгәшкән уңышлы ҡатындың тормошта үкенестәре лә бар.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12е (2024) һанында уҡығыҙ.

Автор: Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас