Республика, халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты, талантлы уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, йырсы, композитор, биш бала атаһы булған аҫыл ир уҙаманы ул – Йәғәфәр Нәҙершин. 1985 йылдың 19 декабрендә йәмле Ҡотан ауылында Сәфәрғәли Мөхәммәтғәли улы менән Зәлифә Ғәйзулла ҡыҙы Нәҙершиндарҙың күркәм ғаиләһендә икенсе бала булып тыуа ул. Биш кенә йәшенән отҡор, зирәк малай Зәлиә апаһына эйәреп, уҡырға бара. Бәләкәс кенә ҡәҙерле ҡустыһын апаһы йәлләп санала ғына йөрөтә мәктәпкә.
«Атайымдың әсәһе Миңһылыу өләсәйем халыҡ йырҙарын иҫ китмәле юғары оҫталыҡ менән башҡарҙы, тау башында ултырған өйҙәренән уның көр тауышы, затлы моңо бар ауылға яңғырап торор ине. Ун бала тәрбиәләгән өләсәйемдең һигеҙ улы ҡурайҙа, гармунда, баянда уйнай, ике ҡыҙының береһе – гармунсы, икенсеһе – мандолинасы», – ти ул йыр-моңға бай нәҫел-заты менән ғорурланып. Ғорурланырлыҡ та шул, ни тиһәң дә, Нәҙершиндар Бөрйән районында иң музыкаль ғаиләләрҙең береһе һанала. Ике туғандары, йырсылар – Линар Белый ҙа, Хәйҙәр Нәҙершин да – республикала билдәле шәхестәр. Йәғәфәр ҙә бәләкәй сағынан сәхнәлә. Йәйләүҙә үткән һабантуйҙарҙа «Бәпембә» йыры менән ырҙын эшселәре күңелен күтәрһә, башланғыс синыфта, уҡытыусыһы Тәскирә Нәҙер ҡыҙы Ғәлинаның сихри мандолинаһына ҡушылып, «Ямғыр уйнарға саҡыра» йыры менән тамашасы һөйөүен яулай ул. «Үҙемде белгәндән бирле хыялым йырсы булыу ине», – ти ул был хаҡта. Моң һөйгән йәш күңелдең нурлы, яҡты хыялы көтмәгәндә тормошҡа аша: Бөрйән районының «Таң» гәзитендә Сибай педагогия колледжына уҡырға саҡырыу тураһында иғланға тап була. Унынсы синыфты тамамлаған егет тәүәккәлләй ҙә имтихан тапшырырға бара. Һәм бер һүҙһеҙ колледждың музыка бүлегенә ҡабул ителә. Әлбиттә, был уҡыу йортонда, иң беренсе нәүбәттә, уҡытыусыларҙы әҙерләйҙәр, тик быға маҡсатлы егет бер ҙә бошонмай, тырышып белем ала, колледждың «Тулҡын» бейеү ансамблендә шөғөлләнә, бар мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай.
– Өсөнсө курста уҡығанда тәү тапҡыр үткәрелгән «Гәлсәр һандуғас» проектында ҡатнашып, дирижерлыҡ буйынса уҡытҡан хөрмәтле педагогым Рима Ғәлина яҙған «Аҡ таңдар» йыры менән дипломант булдым. Остазымдың Мәүлит Ямалетдинов һүҙҙәренә ижад иткән «Дәүерҙәр» йырын да тамашасы яратып ҡабул итте. Ҙур сәхнәлә уңыш яулауҙар күңел ҡанаттарымды нығытты, яңы үрҙәргә әйҙәне», – ти ул, яҡты иҫтәлектәргә сорналып. 2006 йылда, 5-се курста уҡығанында, йәш талант Татарстандың Лениногорск ҡалаһында педагогия колледжы студенттары араһында уҙғарылған Урал, Төньяҡ Кавказ, Волга буйы төбәк-ара йыр конкурсында ҡатнаша. Ике көн дауам иткән бәйгенең шарттары буйынса ике классик әҫәрҙе һәм бер халыҡ йырын башҡарырға тейеш булалар. Данлы, сәмсел Бөрйән егете бында ла һынатмай, йөҙәрләгән ҡатнашыусы араһында икенсе урынды ала. «Был еңеүем тормошомда иң иҫтәлекле, шатлыҡлы ваҡиғаларҙың береһе булды, шундай дәртләнеп ҡайттым унан», – ти ул.
Уҡыу йортоноң һуңғы курсында Йәғәфәр йән һөйгәне, Бөрйән районының Яңы Усман ауылы һылыуы Рәсилә Ғәзизйән ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләй. Колледждың бейеү түңәрәгендә бергә шөғөлләнгән матур, моңло тауышлы, аҡыллы яҡташ һылыуҡайҙы егет тәү күреүҙән үҙ итә.
– Рәсилә – минең бәхет йондоҙом, терәк-таянысым, ижадыма баһа биреүсе тәүге кәңәшсем, тәнҡитсем. Ул – юғары категориялы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, – ти бәхетле ғаилә башлығы биш аҫыл бала бүләк иткән тормош юлдашына сикһеҙ яратыу һәм оло ихтирам менән. 2006 йылдың 21 майында йәш ғаилә тормошона йәм өҫтәп, улдары Илйәм тыуа. Уҡыуҙы тамамлағас, Нәҙершиндар Күгәрсен районы Мораҡ ауылында йәшәй, Йәғәфәр Сәфәрғәли улы район мәҙәниәт йортона йырсы булып урынлаша. Ике йылдан һуң тыуған яҡтарына ҡайталар. Талантлы музыкант мәҙәниәт йортонда ла, мәктәптә лә эшләй. 2008 йылда тынғыһыҙ егет ситтән тороп БДУ-ның Сибай институтына – музыка бүлегенә уҡырға инә. 2009 йылдың 21 майында, теүәл өс йылдан һуң, матур ғаиләгә ҡот өҫтәп, икенсе улдары – Әлихан донъяға ауаз һала. Бер аҙҙан Нәҙершиндар, гүзәл йәшлек ҡалаларын һағынып, бында балалар тәрбиәләүгә лә, уҡытыуға ла мөмкинлектәр күберәк, тип Сибайға күсенә. Таусылар ҡалаһында өсөнсөгә атай булыу бәхетен кисерә Йәғәфәр, улына талантлы яҡташы, йырсы Райман Ишбаевтың исемен ҡуша.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2024) һанында уҡығыҙ.