-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
24 Июнь , 19:50

Тылсымлы моң

Ғәжәйеп яҙмышлы кешеләр була. Уларҙың һынмаҫ  ихтыяр  көсөнә,  рух ныҡлығына, ҡанатлы йәндәренә таң ҡалаһың. Яҙмыш еле күпме генә ҡаҡһа ла, ғүмерҙәрен аҫыл йыр итеп йәшәй белгәндәр –  ташты ярып үҫкән гүзәл сәскәгә тиң.

Тылсымлы моң
Тылсымлы моң

Мөғжизәгә тулы бай тормош юлы яҙған Фәниә Әбделхәйер ҡыҙы Дауытоваға ла. Урта Азияла йәшәп, Дауытовтар ғаиләһе оло балалары менән  Ырымбур яҡтарына күсеп ҡайтҡан мәлдә донъяға ауаз һала Фәниә апай. Аҡ ҡылғанлы  дала  моңона сорналып, тыуған яҡтарҙа тыуыуы яҙмыштың бер билгеһе була, гүйә. Йәш кенә көйөнсә билдәле Фирғәнә каналын төҙөргә барып, шунда ҡауышҡан Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка районы Иҫке Ғүмәр ауылы егете Әбделхәйер менән Переволоцк районы Ғабдрафиҡ ауылы ҡыҙы Шәмсибанат тыуған яҡтарында оҙаҡҡа туҡталмай. Ҡыҙҙары Фәниәгә алты ай тигәндә улар кире Төркмәнстанға китә, бер аҙҙан Үзбәкстанға күсә.

Ожмах емештәре баш осонда ғына тамылйып торған мул яҡтарҙа буй еткерә Фәниә ханым. «Руслан ағайым өй һалырға булып китте лә мин, бала ғына аҡылым менән уны йәлләп, ярҙам итәм тип, Ташкент ҡалаһындағы төҙөлөш техникумына уҡырға индем. Тик уҡыуым уҡыу булманы, цемент бутау кеүек ауыр эш йөкмәттеләр, етен йыйҙырҙылар. Шул мәлдә Ырымбурға ҡайтышлай туғандарым: «Фәниә, Рәсәйгә барғың килмәйме?» – тип һораны. Мин, әлбиттә, хыялымда йөрөткән, әсәйемдең моңло башҡорт йырҙарында йырланған тыуған яғым – Башҡортостанға ҡайтыуға ҡыуанып ризалаштым», – тип хәтер ебен һүтә ул. Әкиәттәрҙән уҡып, Башҡортостанды ҡуйы-ҡуйы урмандарға, көмөш һыулы йылғаларға бай, тип күҙ алдына килтергән 14 кенә йәшлек үҫмер ҡыҙ Ырымбурҙың икһеҙ-сикһеҙ далаһын, ап-аҡ ҡышын күреп шаҡ ҡата. Туғандары уны, Әминә әбейен ҡарарға тип, Ҡотломбәт ауылында ҡалдыра. Ғүмерҙә лә көйәнтәләп һыу ташымаған ҡыҙ нескә генә иңдәрендә көнөнә әллә нисә тапҡыр шишмә буйын тапай, ҙур кәритәлә кер йыуа, донъя йөгөнә егелә. Русса уҡыған һылыуҙы башҡорт мәктәбенә алмайҙар, күрше Степановкаға – немец ауылына  бирәләр. Төҙөлөш техникумында йүнле уҡыу булмау сәбәпле, тиңдәштәренән бер аҙ артта ҡалған Фәниә һынатмай, тырышып уҡый,      9-сыны тамамлап, Салауат педагогия училищеһы студенты булып китә. Таяныр яҡындары булмаған сит ҡалала япа-яңғыҙы урамдарҙа күҙ йәштәренә мансылған үҙәк өҙгөс ваҡыттары ла аҙ булмай Фәниә Әбделхәйер ҡыҙының. Алыҫта ҡалған әсәһенән, туғандарынан бер ярҙам көтмәй, үҙ йүнен үҙе күрергә өйрәнә студент ҡыҙ.

Училищены тик яҡшы билдәләргә тамамлаған һәләтле һылыуҙы үҙҙәрендә эшкә ҡалдырырға уй төйнәгән уҡытыусыларҙың өмөтөн селпәрәмә килтереп, Фәниә апай кире Урта Азияға юллана. Сөнки һөйөклө әсәһенән: «Ҡыҙым, ҡайт, яңғыҙыма ауыр», – тигән хат ала. Мичурин исемендәге совхоздың мәктәбенә урынлашып, үзбәк балаларын рус теленән уҡыта башлай. Бер йылдан Фәниә Әбделхәйер ҡыҙын уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу курсына ебәрәләр, шунда ул буласаҡ ҡәйнәһе Хәлфиә Зәйнулла ҡыҙы менән таныша. Туҡ буйы башҡорто булған, уҡытыусылар араһынан килен күҙләгән әсә Фәниә һылыуҙы бер күреүҙән оҡшата. Ҡашыҡҡа һалып йотмалы күҙ нурын сит милләткә кейәүгә биргеһе килмәгән әсәһе Шәмсибанат апай ҙа йәштәрҙең танышыуына шатланып риза була. Бер аҙҙан  Ырымбур башҡорттары гөрләтеп туй яһай.

Ҡыуан елдәр уйнап торған Обручево ҡасабаһында (хәҙер ул Даштабад  ҡалаһы) 15 йыл мәктәптә белем бирә Фәниә апай. Яҡты, ҙур коттедж алып, ике бала үҫтереп, матур итеп йәшәгәндә, көтмәгәндә ҡайғы ишек шаҡый.  «Тормошомдағы иң ҙур еңеүем – һөйөклө тормош иптәшемә икенсе ғүмер бүләк итеүем», – ти Фәниә апай был хаҡта, шатлыҡ ҡатыш һағыш йәштәренә мансылып. Илебеҙҙең иң ауыр, ҙур төҙөлөштәрендә 15 йыл алһыҙ-ялһыҙ эшләгән Юлай ағай,         38 йәшендә генә йөрәк өйәнәге кисереп оҙаҡ ҡына түшәктә ята. Табиптарҙың, кеше булмаясаҡ, тигәненә ҡарамай, өмөт шәмдәлен һүндермәй, ҡәҙерлеһен аяҡҡа баҫтырыуға бөтә йөрәк йылыһын, йән көсөн  һала шәфҡәтле ҡатын.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

Тылсымлы моң
Тылсымлы моң
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: