-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
28 Ноябрь 2023, 14:49

Хәтирәләр – күңел ынйыларым

«Минең һымаҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуған балаларҙың яҙмышы оҡшаштыр ул. Атайым яуҙа хәбәрһеҙ юғалған, әсәйемдең ҡулында дүрт сабый, ҙурына алты йәш, бәләкәйе мин булам. «Хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙҙы әсәйем декабрҙә ала, шул айҙа мин донъяға киләм», – ти ғалимә, иҡтисади фәндәр кандидаты, Өфөлә йәшәүсе 82 йәшлек Хәмиҙә Ғәзиз ҡыҙы Байморатова. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән кешеләр уның йөрәгенән ынйылай теҙелеп кенә сыҡҡан һағышлы ла, яҡты ла хәтирәләрҙә үҙ тормошон таныр, тип уйлайбыҙ.

Хәтирәләр –  күңел ынйыларым
Хәтирәләр – күңел ынйыларым

– суйын, шунда арҡыры-буй һалынған ҡайын сырағы яна. Әсәй йөн иләй, сирата, йә ямай, тегә, бәйләй. Сания, Зәйтүнә апайымдар, Сәрүәр ағайым дәрес әҙерләй. Мин, орсоҡ буйындай ҡыҙыҡай, улар араһында уралып йөрөйөм, сыраҡ янып бөтһә, яңыһын ҡуям. «Их, тиҙерәк уҡырға өйрәнергә!» – тип уйлайым. Белемгә ынтылыу шул ваҡытта тыуғандыр, моғайын.
Күршелә атайымдың мәрхүм ағаһының 15-16 йәштәрҙәге ике улы йәшәй ине. Әсәйем уларҙы ла хәстәрләне. Ағайҙар ҡул араһына инеп килә, колхозда эшләгәс, паек та алалар, шулай бергәләшеп ғүмер итәләр. Әсәйемдең бер минут та тик ултырғанын хәтерләмәйем, ул йүгереп баҡса үҫтерә, еләк-емеш йыя, киндер һуғып, бөтәбеҙгә лә күлдәк-ыштан тегә. Был ауыр заманды беребеҙ ҙә аслыҡтан үлмәйенсә, ауырымайынса үткәреп ебәргәнбеҙ бит әле, тием бөгөн.
Минең әле лә ауыҙымда балтырған, ҡаҡы, кәзә һаҡалы, ҡымыҙлыҡ, зәрәтә үләне, һарына тәме һаҡлана. Балтырған менән ҡаҡы, ҡымыҙлыҡты әсәйем тоҡлап йыйып алып ҡайтып киптерә торғайны. Мейес башында – муйыл, кипкән көнбағыш, баҙҙа – шалҡан, кишер.
Бишкә алты метр үлсәмендәге өйөбөҙҙә оло тимер мейес, һике, өҫтәл, эскәмйә, ағас карауат урынлашҡан. Яңы тыуған быҙауҡайҙы, бәрәстәрҙе ҡышҡы һалҡындан һаҡлау өсөн, өйгә алып инәбеҙ.
Тимер мейескә утын яғып, өйҙө йылытабыҙ. Утын кипһен өсөн, уны мейес тирәләй һөйәп ҡуябыҙ. Тәҙрәләргә ҡышҡы һыуыҡ әкиәти һүрәт төшөрә. Ишекте асҡан һайын тыштан ингән һалҡын һауа өйҙөң яртыһына тиклем аҡ быу булып тарала...

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Хәтирәләр –  күңел ынйыларым
Хәтирәләр – күңел ынйыларым
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: