«Атайым Шәмсетдин Ямалетдин улы бик иртә, 40 йәшендә, ҡапыл ғына йөрәк сиренән донъя ҡуя. Әсәйебеҙ Флүрә Ғәбдрәхим ҡыҙы туғыҙ бала менән ҡала, иң бәләкәйенә, миңә, ул ваҡытта 14 көн генә була», – тип хәтирәләр йомғағын һүтә Алһыу. Атай наҙынан ғүмерлеккә мәхрүм тубырсыҡтай туғандарын апайҙары менән ағайҙары бик йәлләй һәм ел-ямғыр тейҙермәйенсә, ҡурсалап ҡына тора. Әсәһе, өс апаһы һәм биш ағаһы өсөн үҙенең бик ҡәҙерле йән икәнен тойоп буй еткерә һылыу. «Наҙланып, иркәләнеп кенә үҫтем. Бала саҡта атлайһы урынға гел бейеп йөрөнөм – күңелемдә урғылған тыйып торғоһоҙ шатлыҡты шулай сығарғанмындыр», – ти ул, йылмайып.
Алһыу бәләкәйҙән үк тыуған ере – Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы сәхнәһе күрке була. Унынсы класты бөткәс, райондың данлыҡлы «Ирәндек» бейеү ансамбле менән концерттарға йөрөй. Шул саҡтарҙы иҫкә төшөрә лә былай ти: «Баймаҡтың үҙешмәкәр бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән төбәктәрҙең береһе булыуы менән ғорурланам. Беҙ үҫкән заманда ауылда хатта урамдар, округтар буйлап концерт ҡуя торғайнылар. Клубта кис һайын шаулап-гөрләп репетициялар уҙҙы, кешеләр, бер баҫаһын биш баҫып, дәртләнеп йәшәне, тормоштары йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Илһамлы ул мөхиттә бар халыҡ сәнғәткә ғашиҡ ине. Һәм мәктәпте тамамлаған йылда юлдарымдың Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының бейеү бүлегенә илтеүе ғәжәп түгел».
Ҡабатланмаҫ һәләткә эйә ҡыҙға ҙур сәхнә юрайҙар. Ләкин ул балалар сәнғәт мәктәбендә эшләүҙе һайлай. «Техникумға килгәндә үк асыҡ белә инем: бейеүсе түгел, бейеү уҡытыусыһы булырға теләйем! Сәңгелдәктә ятҡан саҡтан әсәйем, ағай-апайҙарым йөрәгемә һалған әйтеп бөткөһөҙ оло һөйөүҙе бейеү аша балалар менән бүлешкем килгәнгәлер, моғайын...» – ти ул йән талпынышын аңлатып.
1996 йылда техникумды уңышлы тамамлап, йәш белгес тыуған яҡтарына юллана – йүнәлтмә буйынса Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбендә эш башлай. Йәшлек утын яндырып, уҡыусыларға әлмисаҡтан килгән сәнғәтебеҙ серен асыусы Алһыу Хафизованың исеме бөтә республикала танылыу ала. Талантлы уҡытыусыны, милли бейеү нескәлектәрен өйрәтеүҙе һорап, Өфө эргәһендәге Благовещен ҡалаһына саҡыралар. Ялҡынлы хеҙмәт бында ла матур емештәр бирә: халҡыбыҙҙың боронғо мәҙәни мираҫы менән ҡыҙыҡһыныу, уны замансалап тергеҙеү өр-яңы кимәлгә күтәрелә. Тик йәнтөйәктең тартыу ҡөҙрәтенә ҡаршы торорлоҡ көс бармы? Яҙмыш йәнә атайсалына алып ҡайта: 2012 йылдан Алһыу Шәмсетдин ҡыҙы – Сибай сәнғәт мәктәбенең хореография уҡытыусыһы, «Толпар» өлгөлө бейеү коллективы етәксеһе.
Утыҙ йылға яҡын ғүмер эсендә остаз нисәмә мең баланы тылсымлы бейеү иленә алып ингән икән? Теүәл генә иҫәбен үҙе лә әйтә алмаҫ. Әле сәнғәт мәктәбендә әҙерлек, урта һәм өлкән төркөмдәрҙә 4–15 йәшлек 96 бала шөғөлләнә. «Һеҙ халҡыбыҙҙың йыр-моңон, тарихын белергә, ғөрөф-ғәҙәтен, телен, мәҙәниәтен ихтирам итергә, нәфис әҙәбиәтте, спортты яратырға, тәрбиәле, күҙәтеүсән булырға тейеш, тип үҫтерәбеҙ ансамблгә йөрөгән балаларҙы», – уҡыусылары менән нисек эшләүе хаҡында һөйләп, Алһыу Шәмсетдин ҡыҙы шулай ти. Бөгөнгө көндә тиҫтәнән ашыу тәрбиәләнеүсеһе Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһында, Сибай һәм Учалы сәнғәт колледждарында белем ала. Атаҡлы «Мираҫ» бейеү ансамблендә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейеүселәр байтаҡ. Сәнғәт мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында эшләүселәр ҙә күп.
«Әлбиттә, әле беҙҙә шөғөлләнеүсе балаларҙың барыһы ла бейеүсе булып китмәйәсәк. Ундай маҡсат та ҡуйылмай. Ләкин Бейеү тигән сихри донъяға бер килгән кеше ғүмер буйы уйҙары, эштәре менән матурлыҡҡа ынтыласаҡ. Сөнки был ынтылыш көндәлек дәрестәрҙә һәр күҙәнәгенә һеңеп бара. Ҡолағында сыңлап торған милли көйөбөҙ күнегелгән хәрәкәттәрҙе йәнә һәм йәнә ҡабатларға әйҙәйәсәк – хатта олпатланып, сәхнәгә сығыуына байтаҡ йыл үтһә лә», – ти әңгәмәсем.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2023) һанында уҡығыҙ.