Тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ белем усағын тамамлағандан һуң Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын баш ҡалабыҙ Өфөлә башланғыс класс уҡытыусыһы булып башлай. Магнитогорск ҡалаһындағы педагогия институтының художество факультетын тамамлай. Кейәүгә сыҡҡас, ғаилә Асҡарға ҡайта. Мәктәптә хеҙмәт дәрестәре алып барырға тәҡдим иткәс, бәләкәстән ҡул эштәре менән булышырға яратҡан, дәрте ташып торған йәш кеше баш тартмай. Был һөнәрҙең Хоҙай биргән һәләттәрен, булмышын асыры хаҡында уйланып тормай ул саҡта.
Ижади ҡарашлы, эҙләнеүсән педагог утыҙ һигеҙ йылын балаларға белем биреүгә арнай, рәсем, һыҙма, донъя мәҙәниәте һабаҡтарын алып бара. Башҡорт рәссамдары ижадына ҙур иғтибар бүлә. Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрә ул дәресте. Картиналарға тап килгән көйөн таба, тарихын һөйләй, рәссамдар менән таныштыра... Хәлиҙә Кәлимулла ҡыҙының онотолмаҫ һабаҡтарын уҡыусылары әле лә һағынып, яратып иҫкә ала. Йәш уҡытыусыларға аҡыллы кәңәштәрен биреүсе остаз, терәк булыусы педагогты хеҙмәттәштәре лә ипле, итәғәтле кеше итеп белә. Таһир Күсимов исемендәге гимназияла профком рәйесе бурысын да башҡара ул, коллектив берҙәм, татыу булһын өсөн күп көс һала, төрлө кисәләр, экскурсиялар, театрҙарға барыуҙы ойоштора. Хеҙмәте лә юғары баһалана: Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.
Ҡул эштәренә маһирлығы – әсәһенән. Ҡәҙерлеһенең тилбер ҡулдарына ҡарап һоҡланған ҡыҙсыҡ үҙе лә тегеү менән мауығып китә.
– Аҡҡа ҡара төрткөлө матур күлдәк тегеп бирҙе әсәйем. Эй яратып, өҫтән төшөрмәй кейеп йөрөйөм. Ҡайҙалыр барғанда машинаның ишегенә ҡулым ҡыҫылды. Шабырлап ҡан аға. Ауыртҡандыр ҙа инде, ул хәтлем булғас. Тик миндә икенсе ҡайғы: «Күлдәгем бысранды инде!» – тип асырғанып илайым... Йыш ҡына әсәйемдең кәрәкле әйберҙәрен дә боҙоп ҡуя инем. Бер саҡ иҫ киткес матур шифон күлдәгенең итәген ҡырҡып алдым да ҡурсағыма кейем тектем. «Ай, балаҡайым», – тип кенә өндәште әсәйем, саҡ ҡына ла әрләмәне. Аҙаҡ ул күлдәген оҫта ҡулдары менән йүнәтеп эшләп алды», – тип бала саҡ хәтирәләренә бирелә Хәлиҙә Кәлимулла ҡыҙы.
Оҫта ханым ҡурсаҡтар тегә, туйҙарға һандыҡтар эшләй, ҡорама ҡора, таҫма менән сигә. Кейем тегеүҙең, бесеүҙең дә ысулдары күп, туҡтауһыҙ камиллаша ул һәм үҙенә оҡшаған, йәненә ятҡан алымдарҙы таба. Хәҙер үҙе лә оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Күптәр тап унан өйрәнеп, дәрт алып тегеү менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Бына, мәҫәлән, Магнитогорскиҙан бер парҙы алайыҡ. Теген машинкалары һатыу менән булалар икән. Ҡатынына эйәреп килгән ирҙең маҡсаты – теген машинаһының, оверлоктың төҙөлөшөн, эш барышын яҡшыраҡ аңлап, белемен һатыу эшендә ҡулланыу. Магазинға килгән кешеләрҙең һорауына яуап бирергә, аңлатырға кәрәк бит. Дәрестәргә ихлас йөрөй ул, тегеү серҙәренә тиҙ төшөнөп ала, ул ғына түгел, был шөғөлдө яратып китә. Һөҙөмтә шул – күмәкләп тегәләр хәҙер, ғаилә үҙ оҫтаханаһын асып, уңышлы эшләй.
Тегеү маһирлығының баһаһы башҡа. Уның ҡиммәтен, ҡәҙерен аңлағандар аҡсаһын да йәлләмәй. Ҡулы эш белгән ас ултырмаҫ.
«Йәш барған һайын тамырыңа, асылыңа нығыраҡ ҡайтаһыңдыр, моғайын. Хәҙер инде милли кейем тегеү, биҙәүестәр яһау күңелгә яҡын. Мин асаһы серҙәр, етәһе үрҙәр күп әле», – тип бүлешә оҫтабикә. Башҡорт халҡының традицион кейемдәрен боронғоса тегеү үҙенсәлектәрен өйрәнеүенә ҡыуанып бөтә алмай, күлдәк, камзул, селтәр, ҡашмау, алмиҙеү, янсыҡ, түбәтәй, ир-егеттәр күлдәге менән ыштанын да тегә, биҙәй, алтын еп менән сигеү серҙәрен дә үҙләштерә. «Хан ҡыҙы» төркөмөн алып барған Гөлсөм Хөсәйеноваға бик рәхмәтлемен, сәхнә костюмынан алыҫлашып, боронғоно тергеҙеүгә күп көс һала ул. Ғөмүмән, хәҙер милли кейемгә иғтибар ҙур, был темаға ойошторолған марафондарҙан ҡалмаҫҡа тырышам», – ти Хәлиҙә апай. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә лә милли кейемдәр тегә, яҡындарын да ижади эшкә йәлеп итә. Ул теккән мендәрҙәрҙе, күлдәктәрҙе бер туған Рәйсә апаһы күҙ яуын алырҙай сәскәләр менән нағышлай, ә алъяпҡыс, шоперҙарын килене милли стилдәге һүрәттәр менән биҙәй.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2023) һанында уҡығыҙ.