-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
1 Июнь 2023, 16:25

Бары һинең өсөн йәшәнем...

Быйыл данлы тарихы булған Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең олпат 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Театр элек-электән талантлы актерҙары менән дан тотҡан. Был һанда һүҙебеҙ театр ветераны, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Ниғмәтуллина тураһында булыр.

Бары һинең  өсөн йәшәнем...
Бары һинең өсөн йәшәнем...

Флүрә Ниғмәтуллина 1941 йылдың декабрь айында донъяға килә. Ҡәһәрле һуғыш еле уның ғаиләһен дә урап үтмәй – атаһы һуғышҡа киткәндә ҡыҙ әсә ҡарынында ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сабыйын күрергә насип булмай ҡәҙерлеһенә.
– Атайым тыуған илде һаҡларға киткәндә өй алдындағы баҡсаға ике ҡайын ултырта. Мин ошо ҡайындар араһында уйнап, өй ҡороп, ҡурсаҡ уйнап үҫтем, бик һағынам уларҙы. Әллә шуға ҡайындар йөрәгемә бик яҡын, – ти Флүрә апай.
Өфөлә сәнғәт училищеһын тамамлаған ҡыҙҙы Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эшкә ебәрәләр. Был уның тәүге һәм һуңғы эш урыны була – 44 йыл шунда намыҫлы хеҙмәт итә.
– Театрым... Йәш кенә килеш ошонда мине ҡабул итеп, үҙ ҡосағына һыйындырған тыуған театрым! Йәшлек йылдарым, ғаилә ҡороу, сабыйым тыуыуы – барыһы ла уның менән бәйле. Эйе, ғүмерем буйы уға тоғро ҡалдым. Салауат театрының үҙенә ылыҡтырырҙай көсө, дәрәжәһе, баһаһы булған, тимәк. Хаҡлы ялға сығыуыма ла байтаҡ, тик театр һәр ваҡыт минең күңелемдә ҡала, хәтирәләрем дә байтаҡ. Вәзих Сәйфуллин, Лек Вәлиев кеүек яҡшы режиссерҙарға, Риф Мозаһитов, Рим Баянов, Иршат Вәлиев, Фәйзи Бәхтийәров, Хәй Фәхриев һымаҡ тәүге быуын артистарына тура килеүем – үҙе яҙмыш бүләге, – тип хәтирәләре менән бүлешә сәхнә ветераны.
Әсәһенә оҡшап моңло тауышлы актриса бөтә ролдәрен дә янып, күңелен һалып башҡара. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки тамашасы яһалмалыҡты яратмай, улар йөрәккә үтеп инерлек итеп уйнауҙы талап итә. Ролдәре бихисап була талантлы һылыуҙың: «Ҡара йөҙҙәр»ҙә – Ғәлимә, «Еҙнәкәй»ҙә – Сажиҙә, «Ғүмер ике килмәй»ҙә – Тәскирә, «Ҡоштар иртә китә» спектаклендә – Марина, «Тиле йәшлек»тә – Һандуғас. Был исемлектең сиге юҡ, уны әллә күпме дауам итергә була.
– Ошо арауыҡта ижад иткән йөҙҙән ашыу образымдың һәр береһе миңә әле булһа яҡын, уларҙы һағынам, ҡайһы берҙәренән тормошомда фәһем алған осраҡтар ҙа булды. Айырыуса йырлы ролдәрем тормошта йәшәргә ярҙам итте, көс бирҙе, – ти Флүрә Миңлейәр ҡыҙы.
Ижад осоронда Флүрә Ниғмәтуллина, төрлө образдар тыуҙырып, үҙенең киң диапазонлы актриса булыуын иҫбатлай. Уның тырыш хеҙмәте бихисап грамота, дипломдар менән билдәләнгән. 1979 йылда уға – «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы», 1990 йылда «Башҡортостандың халыҡ артисткаһы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. 2002 йылда актриса Салауат ҡалаһы эшҡыуарҙарының «Йылдың иң яҡшы актеры» премияһына лайыҡ була.

Динә ҒӘЛИЕВА.
Фотолар – Флүрә Ниғмәтул­линаның шәхси архивынан.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Бары һинең  өсөн йәшәнем...
Бары һинең өсөн йәшәнем...
Автор:
Читайте нас: