-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
30 Ноябрь 2022, 16:11

Ижадсылар ожмахы – «Аҡлан»!

Алһыу Әнүәр ҡыҙы Хамматова Өфө ҡалаһында тыуған. 20-се мәктәпте тамамлаған. Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡып, тире ауырыуҙары табибы булып хеҙмәт юлын башлаған. Әлеге ваҡытта ул – Республика тире-венерология диспансерында дауалау буйынса баш табиптың урынбаҫары. Алһыу – билдәле яҙыусы Яныбай Хамматовтың яратҡан ейәнсәре. Әсәһе Гүзәл Яныбай ҡыҙы – билдәле тәржемәсе, тел белгесе. Алһыу Әнүәр ҡыҙы «Башҡортостан ҡыҙы»нда фәһемле мәҡәләләре менән сығыш яһарға ла ваҡыт таба. Ул шулай уҡ сит ил авторҙарының әкиәттәр китабы тәржемәсеһе һәм уларға иллюстрациялар төшөрөүсе булараҡ та билдәле.

Ижадсылар ожмахы – «Аҡлан»!
Ижадсылар ожмахы – «Аҡлан»!

Быйыл Башҡортостан яҙыусыларының баҡса ҡасабаһы «Аҡлан»дың ойошторолоуына 55 йыл тула. «Аҡлан» 1967 йылда күренекле башҡорт әҙиптәре, шағирҙары, сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре – Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбаев, Әнғәм Атнабаев, Ғабдулла Байбурин, Зәйнәб Биишева, Шәриф Бикҡол, Әнүәр Бикчәнтәев, Муса Ғәли, Хәким Ғиләжев, Ғәли Ибраһимов, Кәтибә Кинйәбулатова, Яҡуп Ҡолмой, Ноғман Мусин, Кирәй Мәргән, Назар Нәжми, Ғилемдар Рамазанов, Александр Филиппов, Яныбай Хамматов, Ғайса Хөсәйенов һ.б тарафынан булдырыла. Ул яҙыусыларҙың Мәскәү янындағы мәшһүр «Переделкино» ҡасабаһы кеүек ижад йорто булырға тейеш тип күҙаллана. Әҙәбиәт аҡһаҡалдарының иҫләүенсә, «Аҡлан»дың барлыҡҡа килеүендә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының 1-се секретары Зыя Нуриевтың роле ҙур була. Ул яҙыусыларға буласаҡ ижад йортоноң урынын үҙҙәренә һайларға кәңәш итә. Бөгөн инде кем тарафынан уның һайланыуы билдәһеҙ, әммә Дим йылғаһының бейек битләүендәге аҡлан барыһының да күңеленә хуш килә. Ысынлап та, бик күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ул. Тик «Аҡлан»ға барыу мәшәҡәтле булып сыға: ул саҡта яҙыусыларҙың машинаһы юҡ, ә ҡырсынташлы юл иһә бик алама, соҡор-саҡырлы, «Аҡлан» янына етәрәк юл бөтөнләй юҡ. Өфөнән 50 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан урынға электричкала барып, артабан инде, күпер булмау сәбәпле, Дим аша кәмә менән йөҙөп сығалар. Саҡ ҡына һуңғараҡ, тимер арҡандарға аҫып, данлыҡлы бишек – металл кәрзин ҡуйыла. Бер ярҙан икенсеһенә арҡанға тотоноп сығырға кәрәк, ә был иһә ярайһы уҡ хәүефле.
Яҙыусылар юғары күңел күтәренкелеге менән яңы ерҙә үҙ мөйөштәрен ҡорорға тотона. Ял йортоноң өйҙәре бер иш – фин проекты буйынса төҙөлөргә тейеш тип күҙаллана. Ул ваҡытта һәр яҙыусыға бүленгән ер 3-4 түгел, ә 15-әр сутыйҙы биләй. «Аҡлан» бер оҙон урам булып йәйелә, сөнки бер яғында – урман, икенсеһендә ялан һуҙылып китә. Кемгә ҡайһы ерҙә урын эләгеүе махсус шыбаға һалыу менән билдәләнә. Олатайым Яныбай Хамматовтың өлөшөнә яландан «төшә» урын. Бөгөн инде унда ҡасандыр ҡола ялан булған тип күҙ алдына килтереп тә булмай: ул ултыртҡан шыршы, ҡарағас, кедр, ҡарағайҙары үҫеп буй етте, баҡсабыҙ ҡуйы, күркәм урманға әйләнде.
Төҙөлөш эштәрен бөткәс, бәләкәйҙән ауыл ерендә егелеп үҫкән яҙыусыларыбыҙ, ҡул ҡаушырып ултырмай, киреһенсә, тырышып-тырмашып ер эшенә «сума». Шул рәүешле алма, төрлө емеш-еләк баҡсалары барлыҡҡа килә. Күптәр өсөн «Аҡлан» ҡолас йәйеп ижад итеү урыны ғына түгел, ә тупраҡ көсөн тойоп, ер эштәре менән булып, күңелгә ял алыу урынына әйләнә.
Баҡсала өйҙәр бер иштән булһа ла, һәр кем үҙ йортон зауығына ярашлы биҙәргә тырыша: кемдер ағастан биҙәк һала, бәғзеләр төрлө уйынсыҡ һындар ултырта, үҙенсәлекле итеп стеналарын буяусылар була. Минең әсәйем, мәҫәлән, веранда тәҙрәләрен буяп, уларға гном һүрәттәрен төшөрҙө. Ул гномиктар һаман да тәҙрәбеҙ яңаҡтарында «бейей». Кистәрен баҡсасылар ял итергә сыға, «Аҡлан» күңелле көлөү-шаярыуҙарға, шат тауыштарға күмелә. Яҙыусылар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә, ижади хыялдары менән уртаҡлаша, баҡсаһындағы «күстәнәс»тәре менән бүлешә, бер-береһенә ярҙам итеп, шау-гөр килеп йәшәй.
«Аҡлан» ҡасабаһы янында данлыҡлы Өфө алыҫ элемтә аппаратура заводының «Ҡайынҡай» ял йорто урынлашҡан. Үҙенең иркен, яҡты ашханаһы, кино залы булған кирбесле корпустарҙан торған ҡарағайлыҡтағы был ял йорто ниндәйҙер кимәлдә шифахананы хәтерләтә ине. Уның яҡында булыуы шул тиклем уңай, ашханаһына алдан яҙылып, тамаҡ ялғарға ла мөмкин, Дим ярында махсус йыһазландырылған һыу инеү урыны ла бар, ә һуңыраҡ хатта йылға аша понтон күпер ҙә һалынғас, юл ыҙалары бер аҙ кәмей төштө.
Йәш, дәртле, көстәре ташып торған яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар «Аҡлан»да үҙенсәлекле ижади мөхит тыуҙырыуға өлгәшә. Күптәр өсөн баҡса илһам сығанағы, көндәлек ижад итеү урыны ғына түгел, ә күңел сөңгөлөндә иң яҡты, йылы хәтирәләрҙе һаҡлаған, ҡәҙерле балаларының, һуңынан инде һөйөклө ейән-ейәнсәрҙәренең тәү тәпәй баҫҡан изге ере лә булып тора. «Аҡлан»ға йәне-тәне менән бирелгән яҙыусыларҙың береһе Хәким Ғиләжев була. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул Өфөгә һирәк ҡайта, йәйен дә, ҡышын да баҡсала йәшәй. Олатайым да баҡсаны бик яратты, иртә яҙҙан алып ҡара көҙгәсә ул «Аҡлан»да була торғайны. Ҡаланың ығы-зығыһынан алыҫта ижад эше лә алға бара ине.
Бөтә яҡшы нәмәнең ҡасандыр аҙағы булғандай, 90-сы йылдарҙа билдәле заводтың да, бер аҙҙан «Ҡайынҡай» ял йортоноң да эшмәкәрлеге кәмей. Тимер сымы өҙөлөп, кәрзине боҙолоп, күпер ҙә эшлектән сыға һәм Әлкә ауылы яғынан баҡсаға барыу бөтөнләй ауырлаша, шуға ял итеү урыны ла етемһерәп ҡала.
«Аҡлан»да ла яйлап элекке йәнлелек юғала, күңелдәргә һағыш оялай. Кемдер үҙ баҡсаһын әҙәбиәттән бөтөнләй алыҫ торған сит кешеләргә һата, кемгәлер алыҫ баҡсаға йөрөү ауыр йөк булып тойола, бер-бер артлы яҙыусылар, уларҙың хәләл ефеттәре лә мәңгелеккә юллана. Былтыр «Аҡлан»ға нигеҙ һалыусыларҙың иң һуңғы «тарпан»дары ғалим Ғайса Хөсәйенов менән баҡсаның тәүге рәйесе – яҙыусы Ноғман Мусин да баҡыйлыҡҡа күсте. Баҡса ерҙәре ташландыҡ хәлдә тороп ҡалды, ҡотороп үҫкән сейә, күксин ағастарынан өйҙәр күренмәй ҙә хатта. Күп кенә яҙыусыларҙың вариҫтары ерҙәрен ят кешеләргә һата, ә улар үҙ сиратында йорттарҙы һүтеп, боҙоп ташлай, сөнки улар өсөн был өйҙәрҙең бер ниндәй ҙә ҡәҙере, ҡиммәте юҡ.
Ә минең өсөн «Аҡлан» – элекке «йән эйәләре» менән тулы ҡасаба ул.

Алһыу Хамматова.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: