-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
22 Октябрь 2022, 11:15

Сәсән һүҙе

2015 йылда – «Йыл кешеһе», 2018 йылда Башҡортостандың халыҡ сәсәне исемдәренә, 2019 йылда Бөтә донъя башҡорттарының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалына лайыҡ Фәүзиә Ҡотлогилдина Алтынбикә псевдонимы менән майҙанға сыға. Үткер сығыштары бөгөнгө көндөң ҡырҡыу күренештәренә баһа булараҡ ҡиммәтле. Сәсәндәр бер нәмәнән дә ҡурҡыу белмәй. Улар – халыҡтың күҙе лә, ҡолағы ла, теле лә... Ҡуштау мәсьәләһе килеп тыуғанда ла Фәүзиә апай һүҙе менән алғы һыҙыҡҡа баҫа. Торатауҙы яҡларға кәрәк булғанда ла, халыҡ алдына сығып, «Шаһтау бәйете»н һөйләй. Әйтештәре, ҡобайырҙары халыҡ араһында киң таралған.

Сәсән һүҙе
Сәсән һүҙе

Иҫәкәй – шағирәләр ауылы
Фәүзиә Ҡотлогилдина (Алтынбикә) 1952 йылдың 7 ғинуарында Ишембай районы Иҫәкәй ауылында тыуған. Әсәһе Тәнзилә – бухгалтер, атаһы Әбделғәлим шофер булып эшләй. Татыу йәшәйҙәр. Ғаиләлә ата-әсәһенең бер-береһенә һаҡсыл мөнәсәбәтен күреп үҫә ҡыҙ. Ул – баш бала, тағы ике ҡустыһы тыуа. Береһе мәрхүм инде. Ауылдаштары ҡунаҡтарҙа таҡмаҡ әйтешеп бейешкәндә Мөслимә тигән әбейҙең таҡмаҡтары айырыуса хәтеренә уйылып ҡала. Әсәһе менән атаһының да, бер-береһенең бейегәнен ҡеүәтләп, таҡмаҡ әйтешеүе иҫендә уның. Шағирәләр Ғәлиә Кәлимуллина, Рәшиҙә Шәмсетдиновалар ҙа – Иҫәкәйҙән. Иҫәп-хисапҡа маһир Фәүзиә математика уҡытыусыһы булырға хыяллана. Әммә юғары белем алырға тура килмәй уға. Бухгалтерҙар, тегенселәр әҙерләү курстарын үтә.
«Ҡаланан автобус менән Ташбүкәндә йәшәгән Сәлимә инәйем менән бергә ҡайттыҡ, уға бер ҡыҙ ҙа эйәргәйне. Уларға тағы ла һигеҙ саҡрым атлайһы бар. Үҙебеҙгә сәй эсергә индерҙем. Ҡыҙ Әнүәрҙең Зәйтүнә исемле бер туған һеңлеһе булған. Әсәһенә минең хаҡта әйткән. Таныштырабыҙ, тип һүҙ ҡуйышҡандар. Ә буласаҡ кейәүемә ул ваҡытта «Родина» совхозында өй һатып алған булғандар икән. Һауын һыйыр эйәртеп, өләсәһен ейәне менән бергә йәшәп торорға ебәргәндәр», – тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем. Шулай хәл ителә Фәүзиәнең яҙмышы. Йәй танышып, ҡыш өйләнешеп тә ҡуялар. Әнүәр ағай уны бер күреүҙә оҡшата ла, оҙаҡҡа һуҙмай, кәләш итеп алып ҡайта. Бер-бер артлы тыуған ҡыҙҙарына Зөлфиә, Әлфиә тип исем ҡушалар. Зөлфиә кейәүгә сығып, балалар табып, Наумовкала фельдшер булып эшләп хөрмәт ҡаҙанған. Ә Әлфиә ире менән бергә «Красноусол» шифаханаһында эшләй. Йәмғеһе ете ейән-ейәнсәре бар Фәүзиә апай менән Әнүәр ағайҙың. Барлыҡ бәхетле парҙар кеүек, улар ҙа бер-береһенә оҡшаған. Йәш, яҡты сырайлылар.

Ижад биргән бәхет
Иҫәкәй мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Кайна Мәннән ҡыҙы Аҡҡолова ижади түңәрәк алып барған була. Шиғыр яҙыу ҡағиҙәләренә шунда төшөнә Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы. Ул ваҡытта яҙған «Бесәй» исемле шиғырын әле лә һаҡлай. Әммә ҡапыл ғына ижад итеүгә тотона алмай. Сөнки күңелен һандар донъяһы ялмаған була. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 60 йәшендә, Ҡөрьән китабын ғәрәп телендә уҡығас уянған һәләте уны төн йоҡоларынан яҙҙыра. Кеше менән аралашып йәшәргә, коллективҡа өйрәнгән, хаҡлы ялда өйҙә нисек түҙеп ултырырмын икән, тип ҡайғырған Фәүзиә апай быны Аллаһ Тәғәләнең иң ҙур бүләгеләй ҡабул итә. Тормош иптәше, ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, үҙенең ғүмер юлы хаҡында яҙғандарын туғандарына уҡып ишеттерә. Берәй баҫмаға ебәреп ҡара, тип кәңәш бирә улар. «2012 йылдың ғинуарында 12 шиғырым бар ине. Яратҡан матбуғат биттәрендә шиғырҙарым баҫылып сығыуы дәрт өҫтәне», – ти ул.
Башҡаларҙы ла ҡанатландыра белә ул, бигерәк тә ижадҡа балаларҙы ылыҡты­рыуға күп көс һала. Район мәктәп уҡыу­сылары араһында һәр ҡыш үткәрелгән «Ҡышҡы йәйғор» шиғри бәйгеһен булдыра. Уҡыусы ижадсыларҙың иң яҡшы әҫәрҙәрен балалар журналдары сайтында урынлаштыра барыу хаҡында килешә. Ҡатнашыусыларҙың береһен дә бүләкһеҙ ҡалдырмай.
«Апаруҡ шиғырҙарым йыйылды. Яҙғандарымды китап иткем килде. Интернет интернет инде. Китапты тотоп ҡарайһың, асып уҡыйһың, бүләк итәһең. Стәрлетамаҡтағы бер типографияға килдем, шәхси булған икән. Башҡорт шрифтын ҡуйҙыртып, тәүге «Күңелем ынйылары» китабым шунда донъя күрҙе», – тип хәтерләй ул ун йыл артындағы ваҡиғаларҙы. Хәҙер инде Фәүзиә апайҙың 16 китабы бар. «Йыйынтыҡтарымдың тиражы – 100-әр генә дана. Китап сығарыу ҡыйбат. Әммә уларҙы һатмайым, бүләккә таратам. Балаларҙың ҡулында була бит, тип ҡыуанам. Беҙ бит мәңге йәшәмәйбеҙ, китаптарым – матур иҫтәлек», – ти Фәүзиә апай.
Ә инде Ғафури районы балаларының китабын сығарыу өсөн уҡытыусыларға мөрәжәғәт итә. Тәҡдимен иң тәүҙә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол гимна­зияһы директоры Гөлсөм Мө­бәрәк ҡыҙы Монасипова күтәреп алып, үҙ өлөшөн индерә. Ҡулы еңел була, миһырбанлы кешеләр һәм күмәк көс ярҙамында балалар ижадын туплаған «Ҡышҡы йәйғор» китабы донъя күрә. «Был – «Сәсәндәр мәктәбе»нең башҡорт телен һаҡлау, балалар һәләтен үҫтереү буйынса башҡарған матур эше, тип һанайым», – ти ул.
Йыл һайын бер китап сығарыуҙы маҡсат иткән сәсәниә. Ижады емештәре – «Ғүмеремдең көҙгө балҡышы», «Йәншиш­мәмдең селтер тауышы», «Көгөш моң­дары», балалар өсөн «Өләсәйҙә ҡунаҡта». Һуңғыһында ейән-ейәнсәрҙәре яҙған әкиәттәрҙе, шиғырҙарҙы ла туплаған. «Мөхәббәт тураһында яҙырға башта оялдым. 60-ты уҙғас, нисек ул турала яҙаһың инде, тигән ҡарашта инем. Әхирәтем Рәзифәнең һорауы буйынса яҙа башлағайным, бер китаплыҡ булды ла ҡуйҙы – «Мөхәббәт бәүелсәге» шулай тыуҙы», – ти сәсәниә. Әнүәр ағай – уның тәүге уҡыусыһы, тәнҡитсеһе. Үҙенә арнап яҙған шиғырҙарға ул сикһеҙ һөйөнә. Шулай уҡ Ҡуштау ваҡиғалары тура­һындағы шиғырҙарын да айырым китап итеп сығарған. Фәүзиә апайҙың 50-гә яҡын шиғырына көй яҙылған. Күптәрен мөнәжәт итеп әйтеүҙәре лә һөйөнөслө. Тимәк, сәсәниәнең яҙғандары халыҡ күңелен яулай. Һорағастар, дини шиғыр­ҙарҙан төҙөлгән «Тормошобоҙ булһын иманлы» китабын ҡабатлап баҫтырырға мәжбүр була. Ошо түгелме ижад бәхете?


Ғафури районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: