-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
26 Июнь 2022, 14:35

Балалыҡ хыялына эйәреп...

Баймаҡ районының Урғаҙа ауылы биләмәһе хужалығы бөтә коллективы менән «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылды. Шулай итеп, хужалыҡтың төрлө тармағында эшләүсе әүҙем уҡыусыларыбыҙ баҫмабыҙҙы таратыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Ауыл ерендә йәшәгән был ихлас ҡатын-ҡыҙҙарҙы тағы бер шөғөл берләштерә – бейеү сәнғәтен һөйөү. Эштән һуң буш ваҡыттарында түңәрәккә йөрөйҙәр. Бала саҡтағы изге хыялдар алып килә уларҙы бейеүгә....

Балалыҡ хыялына эйәреп...
Балалыҡ хыялына эйәреп...

Төбәктең Ленин орденлы данлыҡлы «Йылайыр» совхоз-техникумын үҙ ваҡытында «иген фабрикаһы» тип йөрөтәләр. Илебеҙгә юғары елемсәле, ҡаты сортлы бойҙай уңышын Ырымбур өлкәһе, Хәйбулла районының айырым хужалыҡтары, «Йылайыр» совхозы бирҙе. Ошо ерҙә Социа­листик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин, Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы Юрий Моряков кеүек шәхестәр иген үҫтергән. Совхоз 83 йыл эсендә ике миллион ярым тонна иген етештерә. Данлыҡлы хужалыҡ күптән юҡ, әммә ҡеүәтле игенселәр традицияһын фермерҙар дауам итә. Быуындар күсәгилешлеге хужалыҡ итеүҙең бөтә тармағында ла һаҡлана. Хатта мәҙәниәт өлкәһендә лә урындағылар элекке совхоздың танылған бейеү коллективтары эшен дауам итә. Йыр-бейеү буйынса хужалыҡ-ара ярыш ойоштороу сәме әле лә һүнмәгән. Урғаҙа ауылында ошондай ансамбль 2017 йылда ҡайтанан тергеҙелә. Уны ул ваҡытта ауыл клубы мөдире булып эшләгән Сәфинә Байгилдина етәкләй. Ансамблгә төрлө өлкәләрҙә эшләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар туплана. Көндөҙ – эштә, ә кистәрен ауыл клубына йыйылып яңы бейеүҙәр өйрәнә улар. Урғаҙа ауылы биләмәһенең эштәр менән идарасыһы Хазина Ҡылысова былай тип хәтерләй: «Бейеүгә алтынсы кластан йөрөнөм. Ул замандарҙа ансамблде Гүзәл апай Нәҙербаева етәкләне. Йыл һайын үҙешмәкәр коллективтарҙың смотры булды. Шунда бай совхозыбыҙ бейеү һалырға танылған оҫталарҙы ла саҡыра торғайны. Беҙгә билдәле бейеүсе-хореограф, Башҡортос­тандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов та килде. Көндөҙ кем эштә, кем уҡыуҙа, ә кистәрен Риф ағайыбыҙға клубҡа бейеү өйрәнергә йыйылабыҙ. Еңеүҙең 45 йыллығына ул һалған бейеү менән смотрҙа ҡатнашып, беренсе урын алып ҡайттыҡ. Сәмле инек. Унан Нияз Байегетов етәксе­легендәге «Йәйғор» ансамблендә бейенек. Хатта беҙҙе, өс ҡыҙҙы, Өфөгә бейеү ансамбленә саҡырып киттеләр. Ләкин әсәйҙәребеҙ ебәрмәне. Беҙ ауылда ҡалдыҡ».
Сәлимә Йәрмөхәмәтова ауыл биләмәһендә йыйыштырыусы булып эшләй, тормош юлдашы менән дүрт бала тәрбиәләй. Бәләкәйҙән бейеүсе булырға хыяллана: «Хатта келәт башына менеп бейей торғайным», – тип хәтерләй ул. Бейеү Сәлимә Шәһиҙулла ҡыҙының ғүмерлек хыялы ғына булып ҡалһа ла, сәнғәттең был төрөнән ул һаман да айырылмай: «Беренсе кластан һигеҙенсене тамамлағансы мәктәп түңәрәгенә йөрөнөм. Унан Йылайыр техникумына уҡырға индем, агроном һөнәрен һайланым. Шунда совхоз клубында ойошторолған «Йәйғор» ансамблендә бейей башланым. Әле, 50 йәште үтһәм дә, сәхнәнән төшкөм килмәй», – ти Сәлимә апай һөйкөмлө йылмайып.
«Ауылда йәшәгәс, даими театр-концерттарға йөрөүҙән мәхрүмбеҙ. Шуға бейеү беҙҙең тормошобоҙҙо биҙәй, эшләргә, йәшәргә дәрт өҫтәй», – тип һүҙгә ҡушыла Зөһрә Айытбаева. Күсей ҡыҙы, ауыл хужалығы техникумына эшкә килгәс, яҙмышын Урғаҙа менән бәйләй. Мәктәптә бәләкәйҙән бейегәс, Зөһрә Миңлеғәле ҡыҙы ла тура «Йәйғор» ансамбленә яҙыла.
«Мәктәптә уҡығанда етәксеһеҙ, бейеү түңәрәген үҙебеҙ ойоштороп, бейеү һала торғайныҡ. Студент йылдарында ла сәнғәттән айырылмаҫҡа тырыштым, – ти йорт хужабикәһе, ике бала әсәһе, Сәриә Иҫәнъюлова. Уның өсөн бейеү алиһәһе, яҡташы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәшиҙә Туйсина һәр ваҡыт өлгө булып тора. Һығылмалы кәүҙә, нәҙекәй билле Рәшиҙә апайҙың сәхнәләге сығышын иҫе китеп күҙәтә. Шунда бәләкәй ҡыҙҙың йөрәгендә бейеүгә һөйөү ярала. – Епкә төймәләр тағам да, шуны аяғыма бәйләп, һинд ҡыҙҙары бейеүен башҡара инем. Стәрлетамаҡта уҡыным, бейеүгә «Төҙөүсе» ҡала мәҙәниәт һарайына йөрөнөм. Концерттарҙа, спектаклдәрҙә әүҙем ҡатнаштым. Әле лә бейергә яратам».
«Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, минең бөтөнләй сәхнәгә сығырға, бейергә уйым юҡ ине, – ти Гәүһәриә апай Ғәлиева. – «Йылайыр» совхозына килен булып төшөп, техникумда эшләй башлағас, бейеү коллективына саҡырҙылар. Райондың, хужалыҡтың мәҙәни тормошона ҡатнашлығым шунан башланды. Һуңынан, 2017 йылда бейеү түңәрәге тергеҙелгәс, тағы ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Теләп ризалаштым».
Күңелендә ижадҡа һөйөү йөрөтмәгән, бәләкәй саҡтан актриса йә бейеүсе, йырсы булырға теләмәгән кеше һирәктер ул. Сәхнәлә дан-шөһрәт ҡаҙаныу, төрлө яҙмыштарҙы уйнау, бейеү йәки йырлау теләге кемдең йөрәген әсир итмәгән?! Бейеү түңәрәгенең әүҙем ағзаһы Сания Алламоратова хатта балерина булырға хыялланған. «Әсәйемә «мине балеринаға уҡырға бирегеҙ» тип әйтә торғайным. Тормошҡа ашмаҫ хыял булып ҡалды ул... Мәктәп йылдарында класс менән ҡуйған һәр концертта шиғыр һөйләнем, коллективҡа һалынған бейеүҙәрҙә ҡатнаштым. Өфөнөң китапханасылар әҙерләү техникумын тамамлап, Баймаҡ районы Төркмән ауылында эш башланым. Унда ла «Ирәндек» совхозының ҡеүәтле ансамбле бар ине. Беҙгә бейеүҙе мәшһүр хореограф Йәүҙәт ағай Бикбирҙин һалды. Мин бейеү оҫтаһын күреү, уның менән эшләү бәхетенә ирештем, бик талапсан ине ул. Һалған бейеүҙәре менән Нефтекама ҡалаһында үткән «Дуҫлыҡ» халыҡ-ара фестивалендә сығыш яһаныҡ. Унан күп йылдар бейеү онотолоп торҙо. Сәфинә Утарбай ҡыҙы ансамблде ҡайтанан ойошторғас, тағы дәртләнеп йөрөй башланыҡ», – ти ул.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2022) һанында уҡығыҙ. 

 
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: