-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
23 Декабрь 2021, 15:40

«Яҙгөл» атайсалын данлай

«Атайсал»... «Айсыуаҡ»... «Сибай кантон»... «Баймаҡ»... «Иҫке Сибай»... «Сибай»... «Яҙгөл»... Нимә бәйләй һуң был атамаларҙы һәм исем­дәрҙе? Ниндәй серле ваҡиғалар тураһында һөйләй улар?.. Сер сисеүҙе «Яҙгөл»дән башламаҡсы булдым.

«Яҙгөл» атайсалын данлай
«Яҙгөл» атайсалын данлай

«Яҙгөл», «яҙ гөлө», «яҙ сәскәһе»... Уны тәбиғәт уянған осорҙа тыуған ҡыҙ балаларға исем итеп ҡушалар. Тимәк, Баймаҡ ра­йоны Иҫке Сибай ауылында 2013 йылдың март айында ойошторолған вокаль ансамбленең дә исеме юҡҡа «Яҙгөл» түгел! Ижади коллектив сатнама һыуыҡ оҙон ҡыштан һуң инеп килгән яҙ көндәренең береһендә Мөслимә Тәхиә ҡыҙы Вәлиуллина етәкләгән ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы эргәһендә  барлыҡҡа килә һәм гел гүзәл заттарҙан тора. «Яҙгөл»дөң беренсе етәксеһе итеп музыка уҡытыусыһы Рәзилә Рәхмәтулла ҡыҙы  Сәлихованы билдәләйҙәр. Шул уҡ яҙҙа ансамбль «Мәңгелек  ут» йыры менән Еңеү көнөндә беренсе тапҡыр халыҡ алдында сыға.

2014 йылдан алып яҙгөлдәр Сибай ҡалаһында үткәрелгән мөнәжәт башҡарыусыларҙың төбәк-ара бәйгеһендә ҡатнаша һәм «Мөнәжәт», «Нәсихәт», «Сүрә» номинацияларында даими призлы урындар яулай. Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһында «Яҙғы һандуғас» башҡорт йыры фестивалендә ҡатнашып, 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ булалар. «Башҡорт милли кейемдәре» район фестивалендә лә 1-се урын алалар. Өфөлә «Башҡорт мосолмандары» ойошмаһы үткәргән Мәүлит көнөндә мөнәжәт әйтеп, «Рәхмәт хаты» менән бүләкләнәләр. Атаҡлы Буранбай сәсәндең тыуған төйәге булған Буранбай ауылында ойошторолған «Рухиәт» халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһендә  2-се урын алалар. Республика күләмендә оло йәштәгеләр араһында йыл һайын үткәрелгән «Мин яратам һине, тормош!» фестивале сиктәрендә Урал аръяғы зона концертында ҡатнашып  (Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында), башҡорт халыҡ йыры «Төйәләҫ» менән тамашасылар һөйөүен яулайҙар. Был уңыштарҙа күп йылдар ансамблдең етәксеһе булған Гүзәл Харун ҡыҙы Янбаеваның хеҙмәте ҙур. Хәҙер ансамблде төрлө жанрҙағы йырҙарҙы оҫта башҡарыусы, Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы Ибраһимова етәкләй. Ул – район һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө йыр конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе, уның башҡарыуында радио һәм телевидение аша яңғыраған иҫ киткес моңло йырҙарын тамашасы яратып тыңлай.

Ансамблгә, уҡытыусы, тәрбиәсе булып, башҡа өлкәләрҙә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан оло йәштәге дәртле һәм уңған 13 апай йөрөй. Коллектив үҙенең халыҡсан, күркәм сығышы менән ҡиммәтле ынйы бөртөгөнә бәрәбәр.

2021 йыл  ансамбль өсөн бигерәк тә уңышлы килде.

Мәҙәниәт йортонда бейеү түңәрәге алып барған хореограф, үҙ эшенең оҫтаһы,  Атайсалым-Сибайым тип янып йөрөүсе Алһыу Шәмсетдин ҡыҙы Хафизова «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итә. Шулай итеп, «Яҙгөл» йыр-фольклор ансамбленә әүерелә. Бәйгенең 1-се турына бейеүҙе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәйес Низаметдинов ҡуя. Февралдә «Милләтем биҙәктәре» бейеүе менән Өфөлә сығыш яһап, 100 балл йыялар һәм 2-се турға үтәләр. Уға әҙерлек йәй буйына бара. Рәйес Низаметдинов килә алмағас, бейеү ҡуйырға Башҡор­тостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллинды саҡыралар. Ул: «Һеҙ бейеүҙең темаһын ҡырҙан түгел, ә үҙ ерлегегеҙҙән эҙләгеҙ. Ауылығыҙҙан бер түгел, биш кантон сыҡҡан. Бейеүҙә шул тема сағылһа, бик отошло булыр ине», – ти. 

Сценарий, йырҙар өсөн һүҙҙәр яҙыу минең өҫтөмә төштө. Бының өсөн ауыл тарихын төплө өйрәнергә, кантондар, Сибай сәсән тураһында ҙур мәғлүмәт тупларға тура килде. Быйыл Баймаҡ ра­йонында киң билдәләнгән Сибай сәсәндең (Шәйәхмәт Сибаевтың) тыуыуына 200 йыл тулыуға арнап, бейеүҙе «Атайсалда дуҫлыҡ йыйыны» тип атаныҡ. 

Сюжет буйынса, ил ағалары халыҡ яҙмышын хәл иткән саҡта, ҡатын-ҡыҙҙар ситтә тороп ҡалмай, үҙ-ара бүләктәр бирешеп, йыр-бейеү менән араларҙы яҡынайта, дуҫлыҡ күпере һала. Шуның өсөн дә беҙҙең бейеүҙә беренсе планға кантондар йыйыны түгел, ә кантон ҡатындарының осрашыуы сыға. Башҡорт халҡының ҡунаҡ көтөү, бүләк бирешеү йолалары ла киң сағылыу тапты. Йыйында ҡатнашҡан ҡатындарҙың кейеменә, биҙәнеү әйберенең байлығына ҡарап, уларҙың дәрәжәһен, затын да белергә була. Бейеүҙең йөкмәткеһен һәм идеяһын асыуға шаян итеп тә, патриотик рухта ла яҙылған таҡмаҡтар ярҙам итә.

Әлбиттә, тарихҡа бай төйәк менән ғорурланмайынса булмай: 

Биш кантоны менән данлы

Атайсалым – төйәгем.

Сал тарихлы ерем менән

Ғорурлана  йөрәгем, – тип йырлай яҙгөлдәр.

Иҫке Сибай ауылы халҡы Бөрйән ырыуының Атайсал араһынан сыҡҡан. Ҡарттар һөйләп ҡалды­рыуынса, Атайсалдың нәҫелдәре баярҙар  ҡыҫымына түҙә алмай, бынан 250 – 300 йылдар элек, ирек эҙләп, хәҙерге Күгәрсен районының Ташлы йылғаһы буйындағы Санъяп исемле ауылдан Ирәндек тауының көнсығышына килеп, хәҙерге Эттотҡан ҡыҫығында төйәк ҡорған. Ырыу башлығы хөрмәтенә ауылға Атайсал тигән исем бир­гәндәр. Күпмелер йәшәгәс, атайсалдар яңы урынға күсеп ултыра. Урынды Сибай Тәнәкәев менән ауыл муллаһы Айсыуаҡ Мотаев һайлай. Боролоп-боролоп аҡҡан, ярҙары ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар, ерек-талдар менән ҡапланған Ҡарағайлы йылғаһының тау итәгенә терәлеп торған хозур туғайын үҙ итә улар. Яңы ауылға Сибай Тәнәкәев хөрмәтенә Сибай исемен бирәләр, ә  түбәһе ослайып, болоттарға ашып торған тау Айсыуаҡ тауы тип йөрөтөлә башлай. Шулай итеп, ҡасандыр Атайсал булған ауыл артабан Сибай, йылдар үтеү менән, үҙенән тағы ла бер Яңы Сибай ауылын (бөгөнгө Сибай ҡалаһы) хасил итеп, Иҫке Сибай исеме менән тарихҡа инә.

Ысынлап та, Иҫке Сибай ауылынан  биш  кантон сыҡҡан. Был архив материалдары менән раҫлана. Дүртәүһе яуыз һәм ҡаты ҡуллы Аҡҡол Биктимеров нәҫеленән булһа, бишенсеһе – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Шәйәхмәт Сибаев, йәғни Сибай сәсән. Йор һүҙле, шиғри күңелле кантонды халыҡ Сибай сәсән тип ололаған һәм әле лә ул беҙҙең өсөн, тәү сиратта, сәсән булараҡ билдәле.

Йылдар түгел, быуаттар үтһә лә, сәсән Сибай кантондың тоҡомо бөтмәгән, Иҫке Сибайҙа әле булһа уның вариҫтары йәшәй. Уларҙың береһе – ауыл  биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев. Туғаны Сабит Утарбаев та ауылдаштарына һәр саҡ  ярҙамға килергә әҙер тора.

Быйылғы йылдың 12 ноябрендә «Яҙгөл» йыр-фольклор ансамбле, «Байыҡ» телевизион бейеү бәйге­һенең Гала-концертына барып, Өфөнән Гран-при яулап ҡайтты. Һис шикһеҙ, был – ҙур еңеү!

Уңышыбыҙҙа бейеүҙе ҡуйған Фәнил Шәйхислам улы Әсәҙуллиндың, күнекмәләр үткәргән Алһыу Шәмсетдин ҡыҙы Хафизованың өлөштәре бик ҙур.  «Яҙгөл»дәр шулай уҡ бағыусыларына – ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаевҡа, шәхси эшҡыуарҙар Юлай Ибраһимовҡа,  Рәмзиә Яналинаға һәм  күрһәткән ярҙамдары өсөн район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә, Сибай концерт-театр берекмәһенә оло рәхмәттәрен еткерә.

«Яҙгөл» йыр-фольклор ансамбленә ҙур теләк менән йөрөгән олпат йәштәге матур-матур апайҙарға йыр-моңға, үҙ төйәгенә, халҡына һөйөү илһам бирә, йәшәү дәрте өҫтәй, ҡанат ҡуя.  Афариндар! Дәрт-дарманығыҙ һүрелмәһен, һүнмәһен! Именлектә дәртләнеп ижад итергә яҙһын, Алла бирһә!

Фирҙәүес Ибраһимова,

Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү системаһының

почётлы хеҙмәткәре, мәғариф ветераны.

Автор:
Читайте нас: