Ижадҡа юл
Альбина Ғәзим ҡыҙы Ғәйфуллина (Әбдрәфиҡова) 1970 йылдың 11 ғинуарында Салауат районының Яңы Ҡаратаулы ауылында тыуған. Атаһы ғүмер буйына мал ҡарай, әсәһе Мәнзүмә һауынсы була. Ғаиләлә улар өс ҡыҙ, өс ул үҫә. Альбина икенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәй туғандарын ҡарау ғына түгел, таңғы биштән тороп әсәһе урынына һыйыр һауырға ла барырға тура килгән саҡтарын иҫләй. Өсөнсө класта уҡығанда уҡ әсәһе менән йәйләүгә сыға. Ҡыҫҡаһы, эшкә талымһыҙ була ул. Пластинкаларҙан өйрәнеп алған төрлө телдәрҙәге йырҙар менән ауыл халҡына концерт ҡуя. Үҙе бейей ҙә. «Ҡайтма, тағы йырла әле, тип көтөп ултырыуҙарын иҫләһәң, хәҙер ирмәк», – тип көлә Альбина.
Ә тәүге йыры – «Сәскә ғүмере» бер туған ҡустыһы Нияздың 21 йәшендә генә ғүмере өҙөлөүенә тетрәнеүҙән тыуа. Һеҙ уның был йыр менән сығышын БЮТ каналындағы «Башҡортса караоке» тапшырыуында, бәлки, күргәнһегеҙҙер ҙә.
Тура әйткән – туғанына ярамаған, тигәндәй, ошо сифаты арҡаһында бик күп ауыҙы бешеүенә ҡарамаҫтан, ул һаман тапҡыр һүҙле. Әммә: «Беҙ башыбыҙҙы аҫҡа эйеп эшләргә күнеккәнбеҙ. Мин алдыма алғанды атҡарып сыҡмай ҡалмайым», – ти ул.
Өфө педагогия училищеһын, аҙаҡ Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһының режиссура бүлеген, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын уңышлы тамамлай Альбина. Уҡығанда, 1989 йылда, Мәғфирә Ғәлиеваның төркөмөндә бейеүсе сифатында Үзбәкстанға ла бара. Малаяҙ мәҙәниәт йортонда методист вазифаһында эш башлай. Ишембай ауылы егетенә кейәүгә сыҡҡас, ауыл клубына директор итеп тәғәйенләнә. Анил улы тыуа. Иптәше бик йәшләй мәрхүм була... Альбина кире Малаяҙға ҡайта. Оҙаҡ йылдар яңғыҙ йөрөп, Фларис Хәтмулла улы Ғайсин менән яҙмышын бәйләй. Шунан башлана инде ике ижадсының бергә килешеп әҫәрҙәр тыуҙырыуы, осҡондо ялҡын итеүе, бер-береһенә терәк булып, илһам утын дөрләтеп йәшәүе.
Бергә-бергә еңелерәк
Фларис Байыҡ сәсән ерендә тыуған, уның нәҫеле булып сыға. «Байыҡтың дүрт туғаны була. Иң кесеһе – Танһыҡ, унан – Монай, уның улы Таймас, Таймастың улы – Ғайса, уның улы Таһир, Таһирҙың улы Хәтмулла – минең атайым. Ғаиләлә 5 бала инек. Тәбиғәт ҡосағында, ҡаяларға үрмәләп, атта сабып, унан осоп ҡалып һынһыҙ ятып, балыҡ тотоп, һыу инеп, ямғыр аҫтында ҡалып – барыһын да күреп үҫтек. Сабый саҡтан китап уҡырға яраттыҡ. Шиғыр һөйләнем. «Пионер» журналын, «Башҡортостан пионеры» гәзитен көтөп ала инек, Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ!» әҫәрен ҡат-ҡат уҡыныҡ. Мостай Кәримдең «Өс тағаны» шул тиклем күңелгә ятышлы ине. Мәктәп-интернаттан һуң педагогия училищеһына уҡырға индем. Уны тамамлағас, Арҡауыл урта мәктәбенә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы итеп ебәрҙеләр. 1972 йылда Стәрлетамаҡта филология факультетының рус-башҡорт бүлегендә белем алдым. Коммунистар партияһы сафына индем. Иҙелбай урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнеләр. 6 йыл эшләгәс, яҙмыш Салауат ҡалаһына ташланы. Тәүге тормош юлдашым унан ине. Улыбыҙ тыуҙы. Унда 6 йыл эшләгәс, Салауат ҡалаһында башҡорт гимназияһын асырға тәҡдим иттеләр. Сәриә Фазыловна тигән бик шәп ҡатын бар ине. Уның менән 1500 бала йыйҙыҡ та гимназия ойоштороп ебәрҙек. Унда 2 йыл эшләгәс, мине кире Янғантауға саҡыртып алып, 1-се башҡорт синыфы асырға ҡуштылар. Уларҙы 11-сегә тиклем еткерҙем. Унда 14 йыл эшләгәс, башҡорт гимназияһынан хаҡлы ялға киттем», – тип таныштыра ул үҙе менән. Етмешен артылған уҙаман әле лә сәхнә түренән төшмәй.
Альбина Ғәзим ҡыҙы менән улар 20 йылға яҡын инде бергә ғүмер итәләр. Сәстәре сәскә бәйләнгәндә ҡатынға – 33, ә иргә 53 йәш була.
Халыҡ сәсәне
Арҡауылда уҡытып йөрөгән сағында Фларис Ғайсин Рәми Ғарипов менән яҡындан таныша. Ҡуйы ҡара сәстәрен артҡа һыйпап, үткер ҡарашын һынсыл төбәгән аҡыллы шағир булып хәтерендә ҡалған ул. Тиҙ генә шиғыр яҙа ла, уҡып ишеттер әле, тип Фларисҡа мөрәжәғәт итә.
– Ҡустым, һин шиғырҙы бик шәп уҡыйһың бит, – ти ул, – үҙең дә яҙып ҡара әле.
40-тан уҙғас ҡына Фларис Хәтмулла улының күңеленә шиғыр сиртә башлай. Илһам уны төндә уята. «Алтын Йыһандан моң алам» тигән тәүге йыйынтығы донъя күрә. Уҡығандар уның шиғырҙарының йырға ятышлы булыуын әйтә.
Ҡатыны, йырсы, бейеүсе, һүҙ оҫтаһы, көйсө булараҡ, уны дәртләндерә, илһамландырыусы көс булып тора.
«1990 йылда Байыҡ сәсәндең 300 йыллығына Арҡауылда үткән бәйгегә алды ла китте мине Альбина. Әйҙә, сәсәнлектә һынашып ҡарайыҡ, тип. Ҡурҡһам да барҙым, оҫталығымды күрһәттем. Шунан йырылып киттем. Миәкәлә, Ҡариҙелдә, Өфөлә бер нисә тапҡыр бәйгеләрҙә, һабантуйҙарҙа сығыш яһаным», – ти ул. Фларис Ғайсин Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһендә «эпик традицияларға өлөш индереүсе» номинацияһында билдәләнә. Сценарийҙар яҙа башлай. Тамашаларҙа икәүләшеп төп ролдәрҙе башҡаралар.
«Байыҡ», «Ҡурай», «Рәми ялҡыны», Салауат батырға арналған ҙур ҡобайырҙар ижад итә. «Башҡортостандың халыҡ сәсәне» тигән маҡтаулы исем алыусы 12 ижадсы араһында ул да була. Әлеге ваҡытта уның 40-лаған йыры – йырсыларҙың репертуарында. Күпселеген Альбина Ғәйфуллина башҡара. «Башҡортостан ҡыҙҙары», «Ул һәм әсә» һ.б. Ә уның үҙенә ныҡ оҡшағаны – «Беҙ – ауылдың шәп егеттәре!». Альбинаның әхирәте Нурия Абдуллина менән гастролдә йөрөгәндә Иҙел Нурғәлинды ла ҡунаҡҡа алып ҡайталар. «Бик шәп егет бит. Баянда һыҙҙыра ғына! Миңә бер көй уйнап күрһәтте лә берәй шиғыр яҙыуымды һораны. Тәүге варианты Иҙелгә оҡшаманы. Шунан үҙемдең йәшлек иҫкә төштө. Был көйгә шәп егеттәр тураһында һүҙ яҙырға кәрәк, тигән уй башҡа килде! Шулай итеп, төн сыҡҡансы «Беҙ – ауылдың шәп егеттәре!» тигән йыр яҙылды ла ҡуйҙы», – тип һөйләй ул был матур әҫәрҙең тыуыу тарихын иҫенә төшөрөп. Иҙел Бөрйән егете булғас, йырҙың һүҙҙәренә «ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, беҙ – ауылдың тау бөркөттәре!» тигәндәрен өҫтәй. Шулай итеп, Салауат – Бөрйән йыры тыуа. Халыҡ йылы ҡабул итә. «Ҡатын-ҡыҙға бары бер йылы һүҙ етә. Альбина менән килешеп йәшәүебеҙҙә лә ошоно аңлау ята. Һәр бер ҡатын үҙенсә матур, шуны күрә лә белергә кәрәк», – ти сәсән. Ул «Рамай», «Сәлимәкәй» кеүек оҙон башҡорт йырҙарын башҡарған, үҙенә 15 йәшендә гармун алып биргән әсәһенә рәхмәтле.
Салауат рухлы ижадсы
Бер ваҡыт Салауат батыр Фларис Хәтмулла улының төшөнә инә. «Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, ҡулына еҙ ҡурай тотҡан. «Яҡташ, кил әле бында! – тип өндәште ул. – Тыуған еремдә Йәмиләм ҡалды (ни өсөн Йәмилә тип әйткәнен аҙаҡ ҡына асыҡлай), белеп кил әле уның яҙмышы нисек булып бөтөүен, ҡайҙа икән ул?» Башымды эйеп, ярай, тинем. Шул ваҡыт батыр ҡурай уйнап ебәрҙе лә уға Заһир Исмәғилевтың симфонияһы ҡушылды. Моңонан әсир ҡалдым да уянып киттем. Ишеткәнемде төн уртаһында ҡысҡырып йырлап ебәрҙем. Тормош иптәшем ижад кешеһе булмаһа, ысынлап, иҫәрләнгән, тип уйлар ине. Батыр тағы төшөмә инде. Йәнә лә шул һорауын ҡабатланы. Мырҙаларға йәшереп кенә кейәүгә оҙатыуҙарын әйттем. Башын эйеп тыңланы ла, был яуапҡа шул ҡәҙәрем риза булып, күҙ уңынан юйылды», – тип хәтерләй ул был мөғжизәүи төштө. Шулай тыуа «Салауат хаҡында ҡобайыр». Салауаттың йыры хәтеренә һеңгәнсә теркәлә. Йәмилә, аҙаҡ асыҡлауынса, – Салауат Юлаевтың Шағанай ауылындағы һөйгән ҡыҙы икән. Йәмилә хаҡында Салауат районы Арҡауыл ауылы кешеләре һөйләй торған булған. Мәктәп директоры Шәрип Закир улынан да ишетә ул. Салауатҡа бәйле кешеләрҙе тамырынан ҡоротҡанда ул ҡыҙ хаҡында әллә ни һөйләп тә бармағандар, ти ул. Аҙаҡ Салауатты төшөндә күргәнсә итеп һүрәтләп бирә, рәссам уның буйынса картина яҙа. Бик мөһабәт килеп сыға унда Салауат. «Ысын күңелдән үҙ еребеҙҙе яратабыҙ. Беҙҙе шул йәшәтә», – ти Фларис сәсән.
Йәш кәләш
«Әйҙә, икебеҙгә бейеү һалайыҡ», – тип өндәштем иремә. «Йәш кәләш» тип аталған бейеү менән Республика кимәлендәге оло йәштәгеләр бәйгеһенә барҙыҡ. Беренсе урын алып ҡайттыҡ», – тип хәтерләй Альбина ханым.
Тап шул 2011 йылда, хатта шул Өфөгә барғанда Гөлдәр Ишҡыуатова ойошторған «Дарман» йыр проектына эләгә. «Байыҡ» бәйгеһенең финалына үткән була ул. Икенсе турға Сулпан Асҡарова һалған «Эй, мин инде» бейеүен әҙерләй. Артислыҡ номинацияһында билдәләнә был бейеүе менән. 2012 йылда Филүс Ҡасымов менән ҡобайыр башҡарып, «Юлдаш» йырының финалына сыға. Уға тиклем БЮТ «Сәләм» программаһы уның «Ашығам» тигән йыры менән асыла. Район мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләгән дәүерендә ул етәкләгән «Һылыуҡай» студияһы ҡыҙҙары республика кимәлендә уңышлы сығыш яһай. «Талантлы кешеләрҙе урам буйынан алып инеп сәхнәгә сығара инем. Аяҡҡа баҫтырып ебәргәндәрем бихисап булды», – тип хәтерләй ул.
Салауат ҡалаһына «Дуҫлыҡ» ансамбленә етәксе итеп саҡырылғас, эшмәкәрлеге тағы ла сағыуыраҡ билдәләнә. Балалар өсөн һылыулыҡ бәйгеһе ойоштороусыһы ул. Тәүгеһендә 4-тән 8 йәшкә тиклемге 23 бала ҡатнаша. Ул асҡан «Ағиҙелкәй» ҡумыҙсылар ансамбле, инструменталь ансамбль – был дәүерҙә уның бик емешле эшләүе хаҡында һөйләй. Әммә Альбина, үҙенең мөмкинлектәрен белгәнгә күрә, баш ҡалаға, Өфөгә, ашҡына. Фатирға түләп йәшәү анһат түгел, шунлыҡтан «Монетка» магазинына эшкә урынлаша, мәҙәни усаҡтарға ишектәр ул көткәнсә анһат ҡына асылмай. Ковидҡа бәйле сикләүҙәр арҡаһында яңы кеше алырға ынтылып тормайҙар. Шулай итеп, ул, Азалия Вәлиева, Таһир Әсәҙуллин менән берләшеп, Башҡортостан буйлап гастролгә сығып китә. Әлеге ваҡытта был эшмәкәрлек ҙур табыш килтермәй. Халыҡ бындай сараларға йөрөмәй. Шунлыҡтан эш туҡталып ҡала. Альбина үҙ районына Нәсибаш ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып ҡайта.
Йырҙарында – асылы
«Мәңге балҡы, Башҡортостан» (Гөлназ Ҡотоева һүҙҙәре), «Ғүмер» (Зөлфиә Латыпова һүҙҙәре), «Һалҡын ҡараш миңә юллама», «Йондоҙҙарҙан һөйөү эҙләмә» (Фәнәүис Дәүләтбаев шиғырҙары), «Сәхнә – минең яҙмышым», «Сәскә ғүмере» (Фларис Ғайсин шиғырҙары) тигән яңы йырҙарға көй яҙа. Әлеге ваҡытта халыҡ яратып ҡабул иткән 20-нән ашыу йыры бар Альбинаның. Сират көтөп ятҡандары – бихисап.
Ҡаҙан ҡалаһының «Уникс» залында Фәнәүис Дәүләтбаев үҙенең шиғырҙарына көйҙәр ижад иткән Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙарын ҙур сәхнәгә йыя. Унда Альбина Ғәйфуллина ла саҡырыла. Уларҙың бергә тыуҙырған тәүге ижад емеше исеме менән «Йондоҙҙарҙан һөйөү эҙләмә» тип атала концерттың исеме лә. «Хәҙер Фәнәүис ағай менән берлектә ижад иткән йырыбыҙ тиҫтәнән артты инде», – ти Альбина.
Тажзәхмәткә ҡаршы Руслан Ниғәмәтов аранжировкаһында Альбина һәм уның тормош иптәше Фларис сығарған «Уян, халҡым!» йыры халыҡ араһында популярлыҡ яулай. Уларҙың ижады халыҡ ихтыяжын, өмөтөн сағылдыра.
Ҡыйғы районына концерт менән барғанда Альбина күҙ нурҙарынан яҙған Ләйсән Нурыева менән таныша. Ләйсән, уның «Йәшәү йәме» тигән йырына клип төшөргәс, «Һалҡын ҡараш миңә юллама» тигәнен уға бүләк итә. Вокал бүлеген тамамлаған, иҫ китмәле тауышлы ғәрип ҡыҙҙың һаман эшкә урынлаша алмай йөрөүе лә борсой Альбинаны. Йырсы Зәлифә Ғәйнетдинова уның ике йырына – «Ҡайтайыҡ әсәй янына» (Фәнәүис Дәүләтбаев шиғыры), «Һине генә һөйәм» (Фларис Ғайсин шиғыры) клип төшөрә.
Ғүмере иртә өҙөлгән, үҙ улы кеүек күреп тәрбиәләп үҫтергән Рәшит Шөғәйепов өсөн йәне өҙөлә уның. Йырлаһынмы, бейеһенме – иҫ киткес талантҡа эйә йәш кешенең шулай иртә китеүе аяныслы, ти. «Улым менән икәүләшеп йырлайҙар ине. Ул «Миңә һинең бейеклегең кәрәк» йырыма клип төшөрҙө», – тип хәтерләй уны Альбина.
Улы Анил – һәр ваҡыт әсәһенә терәк. Ул 6 йәшенән «Сулпылар» аша Башҡортостан халҡына таныш. 2013 йылда «Башҡорт ҡыҙы» йыры менән (Фларис Ғайсин шиғыры, Ғәлинур Юламанов көйө) «Йәшлек-шоу»ҙа «Иң яҡшы тауыш» номинацияһында еңә. Егет йырға, ҡумыҙға маһир, күп сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәүсе лә ул. «Икәүләшеп кенә лә сәғәттәр буйына тамашасы иғтибарын яулай алабыҙ», – ти Альбина, улы менән ғорурланып. 28 йәшен тултырған йәш йырсы Анил Ғәйфуллин әлегә өйләнмәгән.
Кемдер артист тормошон матур кейемдәр, сәхнәлә балҡыу тип күҙ алдына килтерһә, яңылыша. Альбинаны 50 йәшендә эшенән «тиҙ ярҙам» менән алып китәләр. Ул хатта телдән яҙа. Әммә яйлап аяҡҡа баҫа. Елдәргә-дауылдарға, яман күҙҙәргә, көнсөл ҡараштарға бирешмәй, алға бара тырыш, ныҡышмал, һәләтле башҡорт һылыуы. Әле уның көс йыйып, рәхәтләнеп ижад итер, емеш бирер сағы. Улар – Фларис Ғайсин, Альбина һәм Анил Ғәйфуллиндар үҙ ижадтарын сағылдырған концерт ҡуйыу уйы менән янып йәшәй. Альбина үҙен үҙешмәкәр композитор булараҡ раҫларға теләй. Талантлы кешеләр тере саҡта үҙ ҡәҙерен һәм хөрмәтен алһын ине.
Салауат районы.