-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
26 Сентябрь 2021, 12:10

Нурҡояш һәм Маһинур

Легенда Юл ҡитғаның бер сигенән икенсеһенә тиклем һуҙылған. Ҡасандан ята был ерҙә – берәү ҙә белмәй, иҫләмәй ҙә. Хәтәр бөгөлмәләре, суғырмаҡлы соҡор-саҡыры менән ул йә, Күккә олғаша яҙып, бейек тауҙарға артыла, йә түбәнгә – ҡараңғы тәрән тарлауыҡтарға тиклем төшә. Осо-ҡырыйы ла, иге-сиге лә күренмәй уның. Юл буйлап кемдер әкрен генә барһа, башҡа берәү сабып үткән, ә бәғзеләр елдәй етеҙ елгән. Һәр кем уға үҙенең серен һөйләгән, уй-кисерештәре, хис-тойғолары, иң яҡты хыялдары менән уртаҡлашҡан.

Нурҡояш һәм Маһинур
Нурҡояш һәм Маһинур

Уртаһында күрер күҙгә ябай ғына таш ятҡан икән. Бөтә юлсылар уға барып төртөлөр булған. Йәйәүлеләр урап үткән, ҡайһы саҡта терәлеп ял итеп тә алған, юртып барыу­сылар эләгеп һөрлөккән, ә елдәй етеҙ елеүселәр, ҡырына бәрелеп, селпәрәмә килгән. Таштың юл уртаһында ҡайҙан хасил булыуын Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белгән. Ошо урында оҙаҡ йылдар ятып, ниҙәр генә күрмәгән таш. Ҡойма ямғырҙарға, зәһәр елдәргә, ҡар-буранлы дауылдарға дусар булһа ла, һис тә үҙгәрмәгән, бирешмәгән. Әгәр көндәрҙең береһендә юлдан матур көймәле арбала Күк һылыуы Маһинур үтмәһә, ул шулай тағы ла оҙаҡ йылдар ятыр ине, моғайын.

Елеп барған көймә, ҡаршылыҡҡа төртөлөп, туҡтап ҡала. Һанһыҙ һаҡсылар ҙа, ялсылар ҙа ташты урынынан ҡуҙғата алмай. Көймәле арба, гүйә, уның менән бер бөтөнгә әйләнгән дә ҡуйған. Тәүәккәл Маһинур, көҙгө бысраҡтан да, ҡойма ямғырҙан да, үтә һуҡмалы елдән дә ҡурҡмай, ергә төшөп, ауыр ташҡа үҙе барып тотона. Һәм шул мәлдә ғәжәйеп хәл була: һылыуҙың ҡулында таш яңы бешкән икмәк кеүек йылына, аҡҡош ҡауырһынындай еңелгә әйләнә. «Ниндәй мөғжизә был!?» – тип уйлай Күк һылыуы һәм табышын үҙе менән хан һарайына алып ҡайта.

Ташты таҙартҡандар, йыуғандар һәм хан ҡыҙының бүлмәһенә алып килгәндәр. Маһинурҙың нескә ҡулдарында ябай таш төрлө төҫтәге йәйғорҙай балҡыған, күҙҙе сағылдырырлыҡ һирәк осрай торған аҫылташҡа әйләнеп, илаһи нурын сәскән. Тик шуныһы: башҡалар өсөн ул һаман да  ерҙә ятҡан ябай һоро таш булып ҡалған. Улар хатта мөғжизәле үҙгәреште лә һиҙмәгән. Аҫылташтан һибелгән тылсымға мөкиббән китеп торған Маһинур, янында хасил булған һылыу егетте күреп, ныҡ ғәжәпләнә. Егет таштың йәне икән, исеме – Нурҡояш. Ике йәш йөрәк бер-береһенән күҙҙәрен алмай оҙон-оҙаҡ хайран ҡалып торған, әйтерһең дә, бер бөтөндөң ике яртыһы табылған. Шул уҡ мәлдә икеһенән дә тирә-яҡҡа иҫ киткес нурлы яҡтылыҡ бөркөлгән.

Урал Ҡолошов.

Автор һүрәте.

Легенданың тулы вариантын журналдың 9-сы (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: