-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
8 Сентябрь 2020, 12:09

Бейеү – уның булмышы

Бейеү – ваҡыттарҙы сигендереп, уға һаулыҡ, зифа буй-һын, йәш төҫ-сырай, дәрт-илһам бүләк итеүсе шөғөл генә түгел, ә йәнен нурға сорнаған мөғжизәүи донъя, һулар һауа һымаҡ бер талап. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вәжиһә Йыһангәрәй ҡыҙы Фәттәхова өсөн бейеү – уның булмышы ла, күңелендәге ялҡынды халҡына еткереү ҡөҙрәте лә.

«Тәпәй киткәс, атлап түгел, бейеп кенә йөрөнөң, – ти торғайны әсәйем. Был һәләт – миңә Сафия өләсәйемдән күскән мираҫ...» – тип һөйләй Вәжиһә ханым.
Үткән быуаттың 30-сы йылдарында уның олатаһы – Минзәлә өйәҙе башҡорто Сәлимгәрәй Фәттәхов ҡатыны Сафия, уландары Батыргәрәй, Әхмәтгәрәй, Йыһангәрәй, ҡыҙы Ғәлимә менән мең ырыуы ерҙәренә – әлеге Ҡырмыҫҡалы районы Мансаҙы ауылына күсенеп, тамыр йәйә. «Ни сәбәпле был яҡтарға төпләнеүҙәрен белмәйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы күрергә яҙманы – мин тыуғансы вафат булғайнылар, – тип хәтирәләргә бирелә Вәжиһә апай. – Ләкин шул билдәле: тиҙ арала өләсәйем – бөтә тирә-яҡта шәп бейеүсе, олатайым атаҡлы скрипкасы булараҡ дан ҡаҙана. Атайымдың һеңлеһе Ғәлимә әбей мине: «Шул хәтлем дә әсәйемә оҡшарһың икән!» – тип ярата торғайны. Сәлимгәрәй олатайҙан атайым Йыһангәрәйгә береһе ҙур, икенсеһе бәләкәй ике скрипка ҡала. Улар, ҡәҙерле йәдкәр булып, түрҙәге сөйҙә һаҡланды. Атайым шул скрипкаларҙа өҙҙөрә ине, гармунда, ҡурайҙа оҫта уйнаны, һабантуйҙарҙа осҡон сәсеп бейеп, гел беренсе урын алды. Күңелемде үҫтереүсе лә ул булды: «Һ-а-а-й-й, минең ҡыҙым бейеүсе булыр әле!» – тине һәр ваҡыт. Орсоҡтай ғына сағымда түңәрәк буйлап тыпырҙатып төшөп китһәм, ҡурайын тартып, артымдан эйәреп йөрөр ине.
Йөрәгендәге моңдо бүлешкеһе килгәндер: «Әйҙә, ҡыҙым, клубҡа барып, апайҙарыңды бейетеп ҡайтайыҡ!» – ти торғайны йыш ҡына. Икәүләшеп килеп кереүебеҙ була, скрипкаһын һыҙҙырып та ебәрә. Йәштәр уны ғына көтөп торған, тиерһең, – клуб иҙәнен һындыра яҙып бейергә төшәләр.
Бер аҙҙан ялҡып китәм, скрипка һыҙғысын тартып алам: «Ҡайттыҡ!» Ир уртаһы атайым бер һүҙһеҙ мине, биш йәштәр тирәһендәге ҡыҙын, етәкләй ҙә өйгә ыңғайлай. «Бәй-й, ни эшләп тиҙ ҡайттығыҙ?» – тип ҡаршылай беҙҙе әсәйем», – күңел түрендә һаҡланған иҫтәлектәре менән шулай тип уртаҡлаша Вәжиһә апай.
Тыуған ауылы Мансаҙыла ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, ҡыҙ Өфөләге данлыҡлы 9-сы башҡорт мәктәп-интернатына уҡырға килә. Ауылда сәхнәнән төшмәгән һылыу бында ла һәр тамашаның күркенә әүерелә. Һабаҡташы, аҙаҡ билдәле йырсы булып китәсәк Рамаҙан Йәнбәков менән икәүләшеп сығыш яһайҙар. «Рамаҙан йырлай, мин уның тирәләй бейейем...» – тип иҫкә төшөрә милли кадрҙар тәрбиәләүсе мәктәптә белем алған осорон ул.
«Унынсыны бөтөргән 1952 йылда беҙҙең янға ул замандағы һаулыҡ һаҡлау министры Сабир Лоҡманов килде. «Башҡортостанға үҙебеҙҙең табиптар кәрәк. Медицина институтына уҡырға инегеҙ. Махсус стипендия тәғәйенләйәсәкбеҙ», – тине. Һуғыштан ауыр яралар менән ҡайтҡан атайым һыҙланған саҡтарҙа тыуған: «Их, табип булһам ине!» – тигән бала саҡ хыялыма ҡанат бирҙе уның һүҙҙәре. Аттестат алыу менән биш-алты ҡыҙ, документтарҙы тотоп, БДМИ-ға йүгерҙек. Интернатта тулы дәүләт тәьминәтендә йәшәһәк, институтта ла яҡшы стипендия бирҙеләр – бына нисек ҡайғыртҡан буласаҡ белгестәрен республикабыҙ», – тип хәтер йомғағын һүтә әңгәмәсем.
Лекцияларҙан һуң ҡыҙ Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең өлкә йортона ашыға – унда ҙур хореография коллективында Вәжиһә иң шәп бейеүсе булып таныла.1957 йылда Мәскәүҙә үткән Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнашып, лауреат булып ҡайта. Фестивалгә әҙерләнгәндә филармонияның данлыҡлы бейеү ансамбле етәксеһе Фәйзи Ғәскәров Вәжиһәнең сағыу талант эйәһе икәнен күреп ҡала һәм: «Был ҡыҙ минең ансамблдә бейергә тейеш!» – тип, үҙ коллективына саҡыра. Тик табип булыу маҡсатын ҡуйған ҡыҙ мауыҡтырғыс тәҡдимде ҡабул итмәй.
Бөгөн, уҙған ғүмер юлын байҡап, Вәһижә ханым был ҡарарҙың бик дөрөҫ икәнлеген билдәләй: «Әгәр тормошом бейеүҙән генә торһа, ул бер яҡлы ғына булыр ине. 35 йыл ғүмеремде балалар һаулығын һаҡлауға арнауым менән ғорурланам. Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһында участка педиатры булып эшләгән йылдарым – минең өсөн бик ҡәҙерле осор. Әгәр температура менән ятҡан сабыйҙың әсәһе дауаханаға барыуҙан баш тарта икән, төнө буйы йоҡламай сығам, Хоҙайҙың шул бәләкәсте һаҡлауын һорайым. Иртәнсәк эш башланыр алдынан өйҙәренә йүгерәм: баланың хәле нисек? Алға китеш булмаһа, «ашығыс ярҙам» саҡыртып, дауаханаға оҙатам. Һәр осраҡта ла бурысымды аҙағынаса еткереп ҡуям. Шулай эшләгәнгәлер, балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә яратты үҙемде».
Сәсе икегә ярып үрелгән, беләктәй толомдары билгә тиклем төшкән, тал сыбығылай нескә һылыуҙы аҡ халатта күреп: «Ни эшләп бейеүсе генә булманығыҙ?» – тип һораусылар күп була. Яуап биреп тормай, йылмайып ҡына ҡуя уларға. «Табип – тәнде, сәнғәт әһеле йәнде имләй. Ләкин һаулыҡ булмағанда йыр-бейеү ҡайғыһы юҡ, ныҡлап ауырыусы концертта ултыра алмай, табипҡа бара. Көндөҙ кешеләрҙе дауалаһам, кистәрен сәхнәлә уларға илһам биреп ғүмер иттем», – ти Вәжиһә Йыһангәрәй ҡыҙы.
«Ғаиләмдә сәхнә йән талабым булыуын аңлауҙарына бәхетлемен. Улдарым Артур менән Илдарҙың атаһы, 58 йыл бергә ғүмер иткән ирем Шамил Нурихан улы бейеүем менән бик ғорурлана торғайны. «Еңгәсәйегеҙ – бейеүсе!» – тип йыш ҡабатлар ине туғандарына... Нәҫелебеҙ һәләте һүнмәүенә шатланам – башта Өфө хореография училищеһын, унан Һамар балет академияһын тамамлаған ейәнсәрем Айгөл хореограф булып эшләй», – тип дауам итә һүҙен Вәжиһә ханым.
Һомғоллоҡтоң, нәзәкәтлелектең үҙе булып, бейеүҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың милли тәбиғәтен сағылдырыусы ханым бөгөн дә сәхнәлә ҡала. Сәнғәтебеҙҙең аҫыл өлгөләре «Заһиҙә», «Бишбармаҡ», «Бөрйән ҡыҙы»н башҡарғанда тамашасы уны алҡыштар менән оҙата. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Вәжиһә апай ун биш йыл билдәле «йондоҙҙар» – Илфаҡ Смаков, Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Мәғариф Әхмәҙиев төркөмдәре менән гастролдәрҙә йөрөй.
Һуңғы йылдарҙа ул, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы өлкән йәштәгеләрҙең «Яратам һине, тормош!» республика фестивалендә ҡатнашып, гел беренселеккә сыға. Мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙәге тырышлығы өсөн бирелгән 50-ләп Рәхмәт хаты араһында биш йыл элек Башҡортостан Башлығынан алғаны айырым урын биләй.
Әле Вәжиһә Йыһангәрәй ҡыҙының бигерәк тә ҙур ҡыуаныс кисергән көндәре: күптән түгел генә ул «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Күңелендәге гәүһәрҙәрҙе кешеләргә еткерәм тип йәшәүсе ханым ғәзиз республикаһының үҙен шулай ололауына сикһеҙ рәхмәтле. «Бейеү сәнғәтенә һалған хеҙмәтем өсөн Хөкүмәттең генә түгел, халыҡтың да ҙур баһаһы тип ҡабул итәм был бүләкте», – ти ул, бәхетле балҡып.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: