9-cы класты тамамлағас, нотаны ла белмәгән Гөлфиәне әсәһе Өфөгә музыка мәктәбенә алып китә. Директор һәләтле ҡыҙҙы әҙерлек курсына ҡалдырта. Урта белем алғас, Стәрлетамаҡ культура ағартыу техникумының баян класына уҡырға инә Гөлфиә. Хорға көслө тауыш кәрәк, әйҙә вокалға, тиҙәр. Әсәһенең: «Ауыр булһа ла, ташлама, сөнки бөтәһе лә йырлай, ә баянда уйнарға өйрәнә алмай», – тигән кәңәшен тота ҡыҙ.
«Стәрлетамаҡта уҡығанда Илһам Шәйәхмәтов яҙған йырҙы отоп алып ҡайтып районға тараттым. «Саф мөхәббәт» исемле ине ул. «Таһир менән Зөһрә» тип тә атаным. Шәберәк темпҡа һалып йырлағас, популярлашып китте, шуны йырлауҙы һорай башланылар», – ти Гөлфиә.
Сибай институтының баян бүлеген ул 2008 йылда ситтән тороп тамамлай. Шул ваҡытта Иҫәнгилде урта мәктәбендә музыканан уҡыта. «Ҡыуандыҡ» – ҡумыҙсылар, «Буранбай» егеттәр ансамблдәрен төҙөй. Улар район кимәлендәге бәйгеләрҙә еңеү яулай. Сығыш яһап йөрөй торғас, ҡыҙҙың ҡулы боҙола. Имсе Нурия инәһе муллаға ебәрә. Ярғыланған ҡулдарынан ҡан аҡҡанда ла баянда, ҡумыҙҙа уйнарға тура килә уға. Бер заман тырнаҡтары ҡойолоп төшә. Атаһы селек яндыра ла шунан сыҡҡан күперткене һөртөп дауалай. Саҡ ҡына баҫыла ла киренән ҡотора ауырыу. Сибай эргәһендәге Алтын ҡасабаһының муллаһы Баймөхәмәткә хәҙрәткә барғас, ғәжәп хәл була: табиптар дауалай алмағанды уның доғаһы йүнәлтә. Күҙ тейгән ҡулыңа, тиҙәр.
Шул хәлдә Мәсетле районында үткән Роберт Заһретдинов исемендәге I асыҡ ҡумыҙсылар конкурсында еңеп сыға. Мәшһүр ҡумыҙсының ҡиммәтле бүләктәрен, фатихаһын алып ҡайта ул.
«Тәүге осоро, ҡыҙыҡ күреп, дипломдарын диуарға элә инек. Һуңынан күбәйеп китте, бер арбалыҡ булды. Шунан был ғәҙәтте ҡуйҙыҡ», – ти әсәһе, көлөп. Улар ҙа ҡыҙҙарының билдәлелегенә, еңеүҙәренә өйрәнеп бөткән. Эшенә аңлап ҡарайҙар, баһаһын беләләр.
Гүзәл затҡа сәхнәлә баян хәтле баянды әллә нисә сәғәт күтәреп тороуы үҙе бер һоҡланырлыҡ күренеш. Ә инде уны әллә нисә тонда моңландырырға мәжбүр итеүе үҙе мөғжизә бит! Гөлфиә дан артынан ҡыуыусыларҙан түгел. Белгәндәрен кешеләргә өйрәтергә ашыға ул. Ниндәй генә сараларҙа ҡатнашмаһын, балаларҙы ла, ололарҙы ла үҙе моң сығарған музыка ҡоралдарында уйнарға дәртләндерә. «Бөтә Ер йөҙөндә ҡурай, ҡумыҙ таралыуын, музыка ҡоралдарында уйнай белеүселәрҙең күп булыуын теләр инем», – тигән хыялын тормошҡа ашырыуҙы ул тыуған яғынан башлаған.
«Ҡайтауаз» баянсылар ансамбле ойоштороп ебәреүендә лә ошо теләк ята. «Сәхнәгә баянсылар сыҡһа, тамашасылар ҡысҡыра, аяҡтарын тыпырҙата башлай. Ыстағарифулла, нимә булып китте әле, тип һорайым, моңға һыуһаған икәндәр», – тип тәьҫораттары менән бүлешә ул.
Халыҡ, эстрада һәм ретро йырҙарҙы, ҡобайырҙарҙы үҙенә башҡа моң, ихласлыҡ менән башҡарып, сәхнәлә йондоҙ булып балҡыған Гөлфиә Хәләфетдинова үҙен һуңғы ваҡытта композитор булараҡ та асты. Киләсәктә һәләтенең яңы ҡыры тағы ла сағыуыраҡ балҡыр, күңел түренән сыҡҡан моңдары сарсаған күңелдәргә им булып ағылыр әле.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2020) һанында уҡығыҙ.