+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
7 Ноябрь 2019, 14:06

Театр яратҡан ауыл

Ишембай районы Кинйәбулат ауылының «Зөбәржәт» халыҡ театры – тамашасыларын һәр саҡ һоҡландырып, тормошҡа йәм өҫтәп йәшәгән коллектив. Театрҙың тамыры бик тәрәнгә, 1930 йылдарға, барып тоташа. Оҙаҡ йылдар уға Сәрүәретдин Ҡотломөхәмәтов етәкселек итә. Заманында бик һәләтле һәм шәп йырсы булған тиҙәр уның тураһында ауыл ололары. Коллектив ағзалары Зариф һәм Рәшит Тимербулатовтарҙың хатта Мәскәү сәхнәләрендә сығыш яһауы билдәле. Бына ошо театр әле лә ауылдың йөҙөк ҡашы булып йәшәүен дауам итә. Сөнки ҡасандыр ҡабыҙған утын һүндермәй, йән өрөп тороусы, һәләтле артистарҙы бергә туп­лаусы кеше бар – театрҙы бик күптән Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы Шәһиева етәкләй.

Бала сағында кем генә артист булырға хыялланмай икән? Сәхнәләге йырсыны үҙҙәре тип хис иткән, йә булмаһа бейеүсене күҙәткәндә лә һикереп төшөп бергә бейерҙәй булып ултырған кешеләр һәр ерҙә осрай. Ә инде сәхнәлә барған спектаклдә геройҙар менән бергә илап, көлөп, күңеленән генә үҙҙәренсә яуап биреп, театр донъяһында йәшәүселәр ҙә һеҙгә таныштыр, моғайын. Тик һирәктәргә генә профессиональ сәхнәгә сығыу бәхете эләгә. Ҡайһы берәүҙәр ғүмер буйы күңелендә шул һөйөүҙе һаҡлай, быҫҡып ҡына янған өмөт йөрөтә. Башҡа һөнәрҙә лә үҙен таба, тормошо ла матур ғына бара, әммә сәхнәгә сығып уйнау теләге бер ҡасан да һүрелмәй. Зөбәржәт Шәһиева тап шундайҙарҙан. Ул Стәрлебаш районының Таллыҡ ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң тегеү фабрикаһына эшкә урынлаша. Сәнғәткә һөйөүе бала саҡтан уҡ ҡанына һеңгән була уның – Зөбәржәт ситтән тороп сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Бер йыл уҡығандан һуң сәнғәт институтына барыу теләге уяна. Шулай итеп, ул 1978 йылда Өфө сәнғәт институтына уңышлы ғына имтихандар тапшыра, студент булып китә. Ике йылдан һуң, артабан белем алырға аҡсаһы булмағанлыҡтан, уҡыуын ташлай. Ҡыҙ Ишембай ҡалаһына килеп, трикотаж фабрикаһына эшкә инә. Ошонда таныша ул үҙенең буласаҡ тормош иптәше Рәжәп Сынтимер улы менән. Егет тә ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ була. 1981 йылда матур итеп туй үткәрәләр. Зөбәржәт Кинйәбулат ауылына килен булып төшә. Ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Инде хәҙер балалары үҙ ояларын үреп, татыу, матур ғаилә ҡороп йәшәй.
1992 йылда ул Кинйәбулат ауылының мәҙәниәт йортона худо­жество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Сәнғәткә, театрға булған һөйөүе сикһеҙ булғанлыҡтан, ошо йылда уҡ Зөбәржәт театр сәнғәтенә ғашиҡтарҙы бергә туплап ижади коллектив ойоштора. 2002 йылда Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы ситтән тороп Стәрлетамаҡ сәнғәт техникумының театр бүлеген тамамлай. Ошо йылдар эсендә ауылда төрлө спектаклдәр сәхнәгә ҡуйыла. 2003 йылда Кинйәбулат театр коллективы «халыҡ театры» тигән юғары исемгә лайыҡ була. Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы сәхнәне тормош мәктәбенә, фекерҙәштәренең йыйылыу майҙа­нына, рухи яҡтан байып ҡайтыу урынына әйләндереү өсөн бөтә көсөн һала. Театр репертуарында күренекле дра­матург Мостай Кәримдең – «Ай тотолған төндә», «Айгөл иле», Әнғәм Атнабаевтың – «Шоңҡар», «Законлы никах менән», Әминә Яхинаның «Ҡайырылмаһын ҡанаттар» спектаклдәре бар. Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙының оҫта етәксе һәм һәләтле ойоштороусы булыуы һәр спектаклдә сағыла. Берәү йән тирен сығарып эшләгәндә, кемдер илке-һалҡы ғына йөрөһә, уңыштарға өлгәшеп булмай. Бер тулҡында, бер маҡсат менән янған тырыш, һәләтле кешеләрҙе туплай ауыл театры. Артистарҙың иң йәше Йәмилә Әфлитунова – студент, иң ололары – Гөлсирә Дәүләтова, Йәнгел Кәлимуллин, Гөлниса Хисмәтуллина – хаҡлы ялдағылар. Ябай һөнәр кешеләре лә бар. Булат Сираев һөнәре буйынса «Иман» йәмғиәтендә мастер булып эшләй. «Бала саҡта инсцени­ровкаларҙа, өҙөктәрҙә уйнап йөрөй торғайным. Гел генә берәй спектаклдә башынан алып аҙағына тиклем уйнарға хыялландым. Шуға күрә Зөбәржәт апайҙың театрға саҡырыуы минең өсөн күктән төшкән бәхет ине. «Башмағым», «Ҡайырылмаһын ҡанатың», «Их, кәләше лә, кәләше», «Әсәләр көтәләр улдарын», «Ҡыҙ урлау» спектаклдәрендә ҡатнаштым. Тәүҙә ҡаушау, оялыу бар ине, хәҙер рәхәтләнеп уйнайым, әйтерһең дә, сәхнә өсөн генә тыуғанмын. Таныш-белештәрем башта аптырай торғайны, хәҙер, нимә ҡуяһығыҙ, һин уйнайһыңмы, тип һорай башланы. Минең хыялым – драматург Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлегендә» Зөлҡәрнәй ролен уйнау», – ти ул. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, Булаттың әсәһе Рәүиә Исламғол ҡыҙы театрҙың әүҙем ҡатнашыусыһы булды, ә атаһы Әҡсән Сираев үҙенең бейеүе менән тамашасыларҙы таң ҡалдыра торғайны. Бына шундай һәләтле кешеләр тупланған театр тирәһендә.

Юнир ТИМЕРБУЛАТОВ.

Ишембай районы,

Кинйәбулат ауылы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: