-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
11 Сентябрь 2019, 12:21

Ауыл ҡото – Мөслимә

Кешенең эшенә тейешле баһаны үҙе иҫән саҡта, дәртләнеп эшләп йөрөгәндә биреү кәрәк. Бөтә аңлы ғүмерен халҡыбыҙға хеҙмәт итеүгә арнаған, ауылдың данын күтәргән, милли йолаларҙы һаҡлауға, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүгә иғтибар биргәндәр күп түгел. Ауыл ҡотон арттырыусылар, тиҙәр улар хаҡында. Әбйәлил районы Ишкилде ауылы клубында утыҙ биш йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Мөслимә Мәсәлимова менән башлап 2001 йылда таныштым.

Әбйәлил районы Рысҡужа ауылы кейеҙ баҫыусылары «Аҡ кейеҙгә баҫһам» республика кейеҙ байрамына Хәйбулла, Белорет, Учалы, Йылайыр оҫталарын йыйҙы. Әбйәлилдәр үҙҙәре, кейеҙ баҫыу серҙәрен һөйләп-көйләп, оло тамаша яһаны. Шул дәрт менән Буранғол ауыл клубында республика семинар­ҙары, фестивалдәре үткәрелә башланы, башҡорт художество кейеҙе тигән боронғо кәсепкә яңы һулыш өҫтәлде. Мин был эш эсендә ҡайна­ған һәр кемгә һоҡланып ҡараным, ә инде Мөслимә Мәсәлимова менән бөтөнләй дуҫлашып киттем.

Сәрүәр СУРИНА,

РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар берлектәре ағзаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: