-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
13 Август 2019, 15:47

Туҡ тулҡына йөрәктәрҙә

Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районындағы Иҫке Юлдаш ауылы халҡы Туҡ йылғаһы буйында 1620 йылда уҡ төпләнгән. Әбей батша Елизаветаның, йомран-табын, байуыл бөрйәне, юрмый, бошман-ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары йәйләгән Туҡ һәм Соран йылғалары буйҙарындағы иркен көтөүлектәргә немец һәм урыҫ халҡын күсереп ултыртырға, тигән фарманы сыға.

Башҡорттар, үҙ аҫаба ерҙәрен юллап ҡарауҙан файҙа булмағас, боронғо йәйләү биләмәләрендә ултыраҡ ҡышлау ауылдар төҙөй. Милли йыр-көйҙәр был яҡ халҡы өсөн бик ҡәҙерле, бигерәк тә халыҡ йырҙарын, был төбәккә хас йыр-моңдарҙы онотмайҙар. «Туҡ буйҙары», «Айһайлүк», «Эскадрон», «Каруанһарай», «Һыр», «Бүртә ат», «Маһисәрүәр» кеүек йырҙар Туҡ-Соран яғында киң таралған. Иҫке Юлдаштың йырға әүәҫтәре Булат Тимеров менән Эльза Йәғәфәрова ойошторған «Юлдаш» фольклор ансамбленә йөрөй. Улар – Гөлназ Гәрәева, Кәримә Тимерова, Мәрйәм һәм Мәйсәрә Аҙнабаевалар, Нурия Иҫәнбаева, Вәкилә Муллабаева, Мәйсәрә Кучаева, Мәҡсүдә менән Алина Салдыевалар, баянсы Зөлфирә Ильясова. Өлкән быуын вәкилдәренән: Фәүзиә Аҙнабаева, Ҡәнифә менән Юрик Салдыевтар, Алмабикә Тимерова, Нәфисә Аҙнабаева, Ләлә Хөрмәтова-Муллабаева, Барсынбикә Муллабаева һәм башҡалар йыр, таҡмаҡ менән ауыл тормошон йәнләндерә.
Нәфисә апай Аҙнабаева кеүек ауыл йыраусылары бөгөн дә халыҡ йырын һәр сарала башҡара, йәштәргә тапшыра. «Ҡурай уйнай торғайнылар беҙҙә. Ете йәшемдән шул йырҙарҙы оттом. «Айһайлүк» тигәне бигерәк йөрәгемдә генә йөрөй, – ти Нәфисә апай. – Йырҙы ҙурлап, тыңлап һәм аңлап хозурлана белгән юлдаштарыма башҡортомдоң иң затлы йырҙары насип булһын». Улар үҙҙәренең «ал ефәктәй йомшаҡ» Туҡ-Соран һөйләшендә йырлай:
Етәһе лә ерләргә етә алманым –
Ни булды икән минең, Айһайлүк, ай туратҡа; (2 тапҡыр)
Һабырлыҡҡай менән дә эшләр ҡылһаҡ,
Ирешербеҙ әле, Айһайлүк, һай моратҡа! (2 тапҡыр)
Түгәрәккәй күлләрҙә дүртләр үк үрҙәк
Һыуҡайлары ҡороп лай, Айһайлүк, ай үлмәһен...
Сит илләрҙә йөрөгән ир-егеткәй
Тыуған илгә зарығып лай, Айһайлүк, һис үлмәһен. (2 тапҡыр)
Юлдаштарҙы Башҡортостан менән бәйләгән йәнә бер илһөйәр шәхес бар. Яугир-шағир, уҡытыусы Сөләймән Муллабаев – Иҫке Юлдаш уҙаманы, ул Туҡ һәм Соран буйының һәләтле ул-ҡыҙҙарын Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында уҡытыу, тыуған яғына белемле илһөйәр шәхестәр итеп ҡайтарыу тигән оло бурыс менән: «Илгә биргән хәләл көсөм бар. Аҙ булһа ла ижад емешем бар. Маҡтаулы һәм ауыр эшем бар...» – тип йәшәй.
Шағирҙың ҡыҙы Гөлназ Гәрәева атаһының шиғырҙарын уҡый, йырҙарын башҡара. Булһа була бит Хоҙайҙың ҡушмышы: атаһы туған тел тылсымы менән халыҡ күңелен арбаһа, балаһына сихри моң бирелгән. Гөлназдың саф шишмәләй сылтырап аҡҡан тауышы бөтә кешене әсир итә, арбай, халыҡ ҡай саҡ уны тыңлар өсөн генә клубҡа бара, тиҙәр. «Мин йырламай тора алмайым, күңелемдә үҫкән гөл кеүек ул йыр. Матур гөлдәремде ауылдаштарыма күрһәткем килә», – ти Гөлназ. Уның йомшаҡ тауышы атаһының йәки әсәһенең мираҫы булып ҡалған йырҙарға терелткес яңы һулыш бирә, йыр тарихы бәйән иткән ваҡиғалар күҙ алдына килә:
«Туҡ буй(ы)ҡайлары, һай,
бүтәгә, мин әйткән булам,
Ат тояҡҡайларын шул күтәрә; (2 тапҡыр)
Беҙҙең шулай уйнап
ултырғандар, мин әйткән булам,
Әҙерәк-әҙерәк күңел шул күтәрә. (2 тапҡыр)

Сәрүәр СУРИНА,

РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар берлектәре ағзаһы.

Ырымбур өлкәһе.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: