-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
9 Июль 2019, 17:24
Түңгәүер моңо
Башҡорт халҡының түңгәүер ырыуы Көньяҡ Уралтау ҡаяларын урай-урай аҡҡан Һаҡмар һәм Таналыҡ буйында ауылдарҙы нигеҙләгән. Әбделкәрим менән Ҡыуат бер тирәлә, Һаҡмарҙың ике боролошонда ғына. Шағир Шәйехзада Бабич ошо яҡтың хозурлығына һоҡланып, «Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ер, гөлбостан», тип йырлаған, ти халыҡ хәтере. Түңгәүерҙең мәшһүр йыр-моңдарын ижад итеүсе ҡурайсылары, йыраусылары, сәсәндәре Башҡорт илендә дан тотҡан.
«Түңгәүер» фольклор ансамбле – Баймаҡ, Йылайыр яғында оло майҙанға халыҡ ижадын алып сыҡҡан тәүге күренекле төркөмдәрҙең береһе. «Республикалағы 80-се йылдарҙағы беренсе фольклор йыйындарына түңгәүер ырыуы атамаһын байраҡ итеп күтәреп барҙыҡ. Тап үҙебеҙҙең төбәктең йыр-бейеүҙәрен өйрәндек, сәхнәгә алып мендек. Тарихи, шаян йырҙар башҡарған йыраусылар шул хәтле көслө, күп ине», – ти уны ойоштороусы уҡытыусы Зәйнәб Сәхи ҡыҙы Кәримова.
«Түңгәүер» 2006 йылда тәүге «Ашҡаҙар таңдары» республика башҡорт фольклоры фестивалендә Баймаҡ районы исеменән ҡатнаша һәм беренсе урын ала. Һабантуйҙар, ауыл байрамдары, фестивалдәр уртаһында йөрөй, туған-әкрәбәнең туйҙары, юбилей кисәләре, китапхана саралары, балалар баҡсалары, мәктәптәр – һәр ҡайҙа сығыш яһай. Ансамбль коллективы өс тиҫтәгә яҡын йылдар ижад итә һәм үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, үҙ аҡсаларына ылау яллап, үҙҙәре теккән кейемдәрҙе кейеп йөрөп ята.
Фәриҙә Fилметдин ҡыҙы Күҙәшева – ансамблдең бөгөнгө етәксеһе. Ул Әбделкәрим ауылы ҡыҙы, әсәһе Орҡоя күренекле башҡорт шағиры, фольклорсы, драматург Хәбибулла Fәбитов нәҫеленән. 30-сы йылдарҙа башҡорт театрында ҡуйылған «Зәңгәр шәл», «Fәлимәбаныу» пьесаларының авторы Хәбибулла Fәбитов шәхес культы йылдарында репрессияға эләгә, исеме афишанан юйыла һәм уның әҫәрҙәре Мирхәйҙәр Фәйзи авторлығында «Fәлиәбаныу» тип сәхнә күрә башлай.
Беҙҙең үҙебеҙҙең Фәриҙә Ҡудашева бар, ти ауылдаштары Фәриҙә апай тураһында. Ул йырға күсергә түҙмәйенсә, бер тынала үҙ тормошон теҙеп сыға: «Әбделкәримдә тыуғанмын, ауыл мәктәбендә уҡыным. Шунан Юлдыбай ауылында, Күмертау ҡалаһында мәктәп-интернатты тамамланым. Уҡып ҡайтып, тыуған ауылымда мәктәптә уҡыттым, кейәүгә сыҡтым, биш бала үҫтерҙек, әлеге көндә ике тиҫтәгә яҡын ейәнем бар. Иптәшем менән илле йыл йәшәнек, бахырсығым ҡаты ауырыуҙан вафат булды. Ике саҡырылыш ауыл советы депутаты, ауыл Советы рәйесе булып та эшләнем...»
Сәрүәр СУРИНА,
РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар берлектәре ағзаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин