-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
6 Июнь 2019, 17:44

Башҡорт йырын һаҡлар йәндәр бар

Ҡолағымда гел Хәйерниса ҡәрсәйемдең бер йыры сыңлай: «Сәсрәп-сәсрәп аға ҡар һыуы, һис баҫылмай йөрәктең ярһыуы».

Зиләйлүк
(башҡорт халыҡ йыры)
Ике лә генә ҡола, ай, бер ерән, Зиләйлүк,
Әйҙәп алып, әйҙәп алып булмай бит юл менән;
Маңлайыңа яҙған хаҡ яҙмышты, Зиләйлүк,
Һыпырып ташлап, һыпырып алып булмай бит ҡул менән.
Ташлы ғына һыулы буйҙарында, Зиләйлүк,
Балтырғандан, балтырғандан йыуан йыуа бар.
Эскенәйең бошоп, йөрәгең янһа, Зиләйлүк,
Илап ала, илап ала торған да йола бар.
Ҡолағымда гел Хәйерниса ҡәрсәйемдең бер йыры сыңлай: «Сәсрәп-сәсрәп аға ҡар һыуы, һис баҫылмай йөрәктең ярһыуы». Ҡат-ҡат йырлай ҙа: «Отоп ал да йырлап йөрөрһөң», – тип ҡуя. Башҡортостан телевидениеһында 1980 йылдан башлап утыҙ алты йыл эшләү дәүеремдә күп халыҡ йырсыларын күреү бәхете татыным. «Хазина» ижад берекмәһендә Юлай ағай Ғәйнетдинов менән бергә эшләгән мәлем – башҡорт халыҡ йыр-көй байлығын өйрәнеү мәктәбем. Ҡәрсәйем кеүек күп йыраусыларҙың үҙ моңон йәштәргә ҡалдырыуын белдем. Тел-лөғәтте һәм йыр-бейеүҙе һаҡлаған инәй-өләсәйҙәребеҙ йырҙы илгә сығарып, оло хазинаны – халыҡ байлығын һаҡлауға һәм таратыуға үҙ өлөшөн индерә.
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәгән Тәнзилә апай Ҡыҙрасова йәштән йырға хәтерле, тауышы моңло була. Ул йор телле – телмәре ҡыҙыҡлы сағыштырыуҙар, төртмә һүҙҙәр менән тулы. «Әбүбәкер ауылы ҡыҙы инем, Үрнәк килене булдым, хәҙер Аҡъярҙың әбейе булып йөрөйөм», – тип йәтеш кенә итеп үҙенең тормош юлының «картаһын» асып һала.

Сәрүәр СУРИНА,

РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар берлектәре ағзаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: