+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
5 Декабрь 2018, 13:26

Ихласлыҡ тыуҙырған донъя

Уҡытыусы хеҙмәте үҙе үк тынғыһыҙ, яуаплы. Ә инде Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы ла булып торһаң, эштәрең менән халыҡ-ара кимәлдә уҙған күргәҙмә-бәйгеләрҙә, фестивалдәрҙә ҡатнашһаң, хәстәрҙәр ҙә бермә-бер арталыр.

Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, мәғариф алдынғыһы, Башҡор­тостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлфиә Әнүәр ҡыҙы Ноғоманова 37 йыл ғүмерен уҡытыусы хеҙмәтенә бағышлаған. Тәүҙә Өфө ҡалаһының 2-се һанлы педагогия колледжының декоратив-һынлы сәнғәт бүлегендә студенттарҙы туҡыма биҙәүсе һәм туҡыусы һөнәрҙәренә өйрәтһә, әле Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы һанлы башҡорт лицейында технология-хеҙмәт дәрестәрен алып бара. Балаларҙы һәм йәштәрҙе сәнғәт донъяһына әйҙүкләп, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй, матурлыҡҡа ынтылған уҡыусыларына ҡул эше нескәлектәрен һәм серҙәрен аса. «Колледжда 35 йыл уҡытыу дәүерендә студенттар менән сиктек тә, тектек тә, батик (туҡыманы буяп биҙәү), гобелен (ҡулдан эшләнгән һүрәтле келәм) менән дә шөғөлләндек. Тәжрибәмде хәҙер йәш быуынға тапшыра алыуыма сикһеҙ бәхетлемен», – ти ул.
Әлфиә Ноғоманова дәрестәрендә уҡыусыларына боронғо башҡорт халыҡ ижадын, һөнәрҙәрен өйрәтә. Әйтәйек, элек еңгәй буласаҡ ҡыҙҙар ҡәйнештәренә янсыҡ әҙерләгән. Һөйгәненә янсыҡ бүләк итеү йолаһы ла һаҡланған. Дәрестә ошо хаҡта мәғлүмәт алғандан һуң, уҡыусылар ихлас эшкә тотона: тәүҙә янсыҡты тегәләр, аҙаҡ уны сигеп биҙәйҙәр. Шулай уҡ уҡытыусы квилтинг (һырылған туҡыма), пэчворк (ҡорама ҡорау) кеүек заманса яңы технологияларҙы ла ҡуллана. Яңы ысул, алым, идеялар өйрәтеүсене лә, өйрәнсектәрен да ҡанатландыра, илһамландыра. Ижади осош, әлбиттә, үҙ емештәрен бирмәй ҡалмай. Үҙенсәлекле сигеүҙәре, һырыу, туҡыу ысулын ҡулланып башҡарған әйберҙәре, төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ була. «Нимәгә генә тотонһаң да, мәшәҡәте етерлек, ваҡытты күп ала. Ҙур түҙемлек, ныҡышмалыҡ талап итә. Әммә, ҡул йылыһын һалған хеҙмәттәрен күргәҙмәләргә ҡуйып ҡыуанған балаларҙың шатлыҡтан балҡыған йөҙҙәрен, эштәренең матур һөҙөмтәһен күреү оло кинәнес», – тип үҙ кисерештәре менән ихлас уртаҡлаша уңған уҡытыусы.

Гөлсара Хәтмуллина.

Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы һанлы башҡорт лицейы директоры урынбаҫары.


Материалдың тулы вариантын журналдың 11-се (2018) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: