-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халҡым гәүһәре
7 Август 2018, 13:59

Йөрәгендә – йәйғор балҡышы

Оҫта композитор, йырсы, шағир, рәссам, өлгөлө әсә һәм, әлбиттә, кеше булараҡ та иплелеге, нәзәкәтле зауығы, уңғанлығы менән һоҡландырған күп яҡлы талант эйәһе Флёра Шәрипованың емешле ижады тамашасы йөрәген үҙенең халыҡсанлығы, тәбиғилеге менән арбай. Сылтыр шишмәләй йомшаҡ, талғын тауышын ишетеүҙән күңел наҙ, аһәң, һөйөү менән тула. Ә бит сәхнәләге камиллығына хайран ҡалып, тормошонда уға әсе һынауҙар үтергә тура килгән тип һис әйтмәҫһең. Хоҙай яратҡан йәненә һынауҙар ебәрә, тиҙәр. Ҡаршылыҡ һәм һыҙланыуҙар аша таҙарынып, тағы ла бейегерәк үрҙәргә ынтылған нәфис заттың бөгөнгө тынғыһыҙ эшмәкәрлеге һәм тормош фәлсәфәһе менән танышыу уның күп ҡырлы ижадын тағы нескәрәк тойорға ярҙам итер.

Йәшел тау-урманлы Йылайыр районының бәләкәй генә Суйынсы-Супан ауылында йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә тыуып үҫеүе лә йоғонто яһағандыр йырсының һәләтле булмышына. Ғүмер буйы математика уҡытыусыһы һәм мәктәп директоры вазифаһын башҡарған атаһы Ғәбделхәй Хажимөхәммәт улы буш ваҡыттарында хисләнеп һүрәт төшөрә. Флёра ла, атаһынан күреп, ҡулына ҡылҡәләм ала. Мөғжизәле күренештәргә йән өрә ул, әйтерһең. Атаһы моңло оҙон көй һуҙа, ә әсәһе Илфира Зәйнетдин ҡыҙының бәрхәт тауышы шул хәтлем көслө яңғырай, ул йырлағанда өйҙәрҙең тәҙрә быялалары зыңлап ҡуйыр була хатта. Йорттарынан кеше өҙөлмәй, кәңәш-төңәш кәрәкһә лә, сырхаулаһалар ҙа, Шәриповтарҙың ихласлығына, ярҙамсыллығына ышанып килә ауылдаштары. Шәфҡәт туташы булып эшләгән Илфира апайҙың шифалы ҡулдарынан укол яһатып, хәсрәттәре менән бүлешеп, йөҙҙәре асылып, дауаланып ҡайтып китһәләр, тәжрибәле педагогҡа яҡташтары йышыраҡ көнкүреш һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә.


Йылы, изге, ышаныслы мөхит ҡоршауында бәхеткә төрөнөп буй еткерә Флёра. Ҡәмилә өләсәһенең тирә-яҡҡа һаҡсыл мөнәсәбәтен күреп, фәһемле әкиәт-риүәйәттәрен тыңлап, тәбиғәттең йәнле асылын тойорға өйрәнә ул. Апаһы Флорида, һеңлеһе Венера, ғөмүмән, бер туғандарҙың өсөһө лә уҡыуҙа һынатмай, мәктәптең мәҙәни тормошонда ла әүҙем була. Мәктәп йылдарында уҡ һоҡландырғыс сығыштары менән сәхнәне биҙәгән Флёра, атаһының юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Өфө педагогия училищеһының мәктәпкәсә белем биреү бүлеген та­мамлап, тәрбиәсе булып эш башлай. Ситтән тороп БДПИ-ның филология факультетына уҡырға инә.


Ата-әсәһенең мөхәббәтле тормошо миҫалында ул үҙ киләсәген дә йәйғор төҫтәрендә күҙ алдына килтерә. Әммә тормош диңгеҙ тулҡынына хас: бер күктәргә сойорғота, бер төпһөҙ упҡындарға ташлай шул. Һөйгәне менән матур маҡсаттар бағлап ҡорған тормоштары көтмәгәндә селпәрәмә килгәс, йәш ҡатын, ике йәш ярымлыҡ сабыйын ҡосаҡлап, урам уртаһында ҡала. Бөгөнгө бәхетенә өлгәшкәнсе күпме әсе күҙ йәштәре түккәнен, күпме ҡаршылыҡтарҙы яңғыҙ еңгәнен ул үҙе генә белә.


Башта Йылайыр районында тәрбиәсе, унан Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Өфөгә күскәс, 308-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе, аҙаҡ өлкән тәрбиәсе һөнәрен башҡара, төрлө ойошмаларҙа үҙен һынай. Балаларға яҡын булыу уға, сихри бала саҡ илен байҡап, уның нескә серҙәрен асырға, психологик күренештәргә яуап табырға булышлыҡ итә. Ижад кешеһе тәбиғәте менән һәр саҡ өйрәнсек хәлендә, тирә-яҡты өҙлөкһөҙ күҙәтеп, үҙе өсөн асыштар һәм һығымталар яһай. «Беҙ барыбыҙ ҙа балалыҡ иленән. Йыш ҡына өлкәндәрҙең ҡыланышы, хис-тойғо донъяһы бәләкәй сағындағы кисерештәр менән өҙлөкһөҙ бәйле. Шуға, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, сабыйҙарығыҙҙы бәхетле итергә, тормошто яратып йәшәргә тырышығыҙ. Шунда ғына донъя ла, кешеләр ҙә матур яғы менән асыла», – ти йырсы.


Ғәзиз ҡыҙын лайыҡлы тәрбиәләп, юғары уҡыу йортонда уҡытып кеше итеү маҡсаты йәшәтә әсәне. Шулай дәртләнеп йөрөгән бер көндө Флёра ханыма эштән ҡыҫҡартылыуы тураһында хәбәр итәләр. Ауыр яңылыҡты ул нисектер тыныс ҡабул итә. «Хоҙай ҡушмаған эш булмай... Тимәк, унда өйрәнергә тейешлегемде алғанмын. Бер ишек ябылһа, икенсеһе – ҙурыраҡ ҡапҡалар асыла бит ул. Эшләгән сағымда яҙған шиғырҙарым, йырҙарым йыйылып киткәйне, бары уларҙы халыҡҡа еткереү мөмкинлеге генә булманы. Әҫәрләнеп, кинәнеп йыр, шиғыр донъяһына сумдым», – тип ихлас йылмая һөйкөмлө йырсы.


1998 йылда Флёра Шәрипованың «Апайыма» тигән йырын беренсе булып Резида Әминева сәхнәгә сығара. Шул хәтлем яратып ҡабул итә уны халыҡ, телевидение, радио тулҡындары аша йыш яңғыраған йыр тиҙ арала киң популярлыҡ яулай. Бөгөн талантлы ижадсының йырҙары бик күп танылған эстрада йондоҙҙары репертуарына ингән, шиғырҙарына композиторҙар көй яҙа, үҙе лә йөрәктәрҙе тетрәндергән юлдарға моң һала.


«Бәләкәстән гүзәллектең нескәлеген тойҙом, ҡолағымда һәр саҡ ғәжәйеп моң яңғырай ине. Ижадым аша донъя­ны әҙ генә матурыраҡ, камилыраҡ, йәмлерәк һәм йәнлерәк итә алам икән, тимәк, мин бәхетле. Бер ҡасан да үҙемде ватып-емереп, көсләшеп алға этәрмәйем, башҡаларға ла аныҡ талабым юҡ. Ижад – күңелгә йыуаныс өҫтәгән, бәхетле иткән нескә ғәмәл. Ул тупаҫлыҡты, һалҡын йәнлелекте һәм яһалмалыҡты үҙ итмәй. Был башҡарыусыға ла, тыңлаусыға ла, ижадсыға ла ҡағыла. Йырҙарымда, шиғырҙарымда, хәҙер инде рәсемдәремдә лә ысыҡтай саф хис-тойғоло донъям, тормошом асылы, йыһаным сағыла», – тиеүе лә уның нескә тормош аҡылын билдәләй.


Эльза ҡыҙы ҡул араһына ингәс, 2000 йылдарҙа йырсы яңынан сәхнәгә күтәрелә. Башҡортостан ҡала-райондары, Мәскәү, Ырымбур, Ҡазан, Силәбе ҡалалары халҡы уны дәррәү алҡышлай. Ижадташ дуҫтары менән бергә төрлө төбәктәргә сығыш яһарға саҡыралар. Бөгөн инде һағынып, яратып ҡаршылаған үҙ тамашасылары, тыңлаусылары бар. Булмышына, хыялына хыянат итмәй, ҡыйыу аҙымдар менән маҡсатына атлаған ижадсының еңеүҙәре бихисап. Ул – Юлай Моратов исемендәге асыҡ һәүәҫкәр композиторҙар конкурсы дипломанты. Ҡазанда ойошторолған үҙешмәкәр композиторҙарҙың беренсе төбәк-ара конкурсында III дәрәжә дипломға лайыҡ була. Айҙар Ғәлимов уның һүҙҙәренә ижад ителгән «Яҙған яҙмышыбыҙ» һәм «Ғүмер юлы» йырҙары менән «Татар йыры» бәйгеһендә еңеү яулай. 2014 йылда «Тыуған көн» йыры менән композитор Флёра Шәрипова «Болғар радиоһы» милли музыка премияһы лауреаты исемен ала. Ә инде быйыл ижадташ дуҫтары Фәрүәз Урманшин менән Резида Әминева башҡарыуында «Һандуғастай моңло ғүмер» йыры «Юлдаш йыры»нда еңеүсе булып танылды.


2013 йылда авторҙың «Йырҙарым һеҙҙең өсөн» тигән шиғыр йыйынтығы сыҡты, унда күп кенә йырҙары ла ингән.


Һөйөклө ҡыҙы ла әсәһен уңыштары менән шатландырып тора. Эльза – юғары квалификациялы юрист. Тормош иптәше Роберт менән матур, татыу ғаилә ҡорғандар. «Бөтә еңеүҙәремдән бигерәк Хоҙайымдың иң затлы, иң татлы һәм иң оло бүләге – ҡыҙым Эльзам менән ғорурланам. Донъя мәшәҡәттәрен гел бергә күтәрҙек, тиһәм дә була. Бәләкәстән үҙе кәңәш биреп ултыра торғайны. Көслө, талапсан, миһырбанлы, кешелекле, сабыр аҡыллы булып үҫте ауырлыҡтарҙы күреп, уларҙы еңеп өйрәнгәнгә. Уға бәхетле яҙмыш, әсә булыу һөйөнөсө теләйем», – ти оло йөрәкле ҡатын, ғәзиз ҡыҙын арҡаһынан һөйөп.


Ә яңыраҡ йырсы тамашасыһын тағы көтөлмәгән яҡтан асылып хайран итте. Флёра Ғәбделхәй ҡыҙы «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проектында ҡатнашып, уның «Инйәр йылғаһы» рәсеме һәүәҫкәрҙәрҙең «Аҫылташ» номинацияһында еңде һәм Башҡортостандың төп художество наградаһына лайыҡ булды. Һүрәттәре һис шикһеҙ таң ҡалдыра, һыу тамсылары, таштар, ағастар – барыһы ла ысын, әйтерһең. Улар күҙ алдында йәнләнә: йылға гөрләп аҡҡан, урман шаулаған та­уыштар ҡолаҡҡа салынғандай. Башҡортостан рәссамдары һәм һәүәҫкәрҙәр ижадын Рәсәйгә һәм сит илгә танытыу маҡсатынан ойошторолған конкурстың авторы – фән кандидаты Наил Мәхмүтовҡа сикһеҙ рәхмәтле ул. Проекттың символы – еңеүселәрҙең исемдәре яҙылған флаг Төньяҡ ҡотопҡа ҡуйылды. Был ваҡиға йырсыны тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттарға илһамландырған. Әйткәндәй, Флёра ханымдың көй ижад итеү һәм һүрәт төшөрөү буйынса махсус белеме юҡ. Бары Хоҙай яҙған тәҡдирен ҡабул итеп, йөрәге ҡушҡанды башҡарыуы менән бәхетле һәм аяулы ул. Һәләтле ижадсы Флёра Шәриповаға киләсәктә лә тик алҡыштарҙан торған ижад үрҙәре һәм мөхәббәтле ғүмер теләйек! Ҡабатланмаҫ тәбиғи асылы уны киңерәк офоҡтарға күтәрһен!
Автор:Альбина Губайдуллина
Читайте нас: