Халҡыбыҙҙың рухи остазы Мостай Кәрим әйткәненсә,
«Бәрәкәтле тағы бер көҙ килде.
Килде гөрләп уҙыр туйҙар мәле,
Ҡыр ҡаҙҙары киткән күккә ҡарап
Хушлашыуҙар мәле, уйҙар мәле».
Хушлашыуҙар, бәхилләшеүҙәр, уйҙар... Алыҫтарға китеп тә әйләнеп ҡайтыр кейек ҡоштар менән, ысындан да, һаубуллашып ҡалыу ҙа етәлер. Ағым һыуҙың, яныр уттың, уҙыр ғүмерҙең, мәғлүмдер, үлсәме лә, ял-ҡойроғо ла юҡ. Һыуҙарҙа эҙ эҙләмәйбеҙ, ялҡын йәшәү бирмәй, ғүмер ҙә, уның башын-аҙағын барлай башлаһаң, ғәмәлдә, иртән иҫкән ел кеүек кенә икән. Ярай ҙа уның үтеп киткән ҡыуаныстарын ҡабаттан яңыртыр, әрнеүҙәре менән йөрәкте йәнә өтөп алыр хәтер бар. Һәммә уй-хисте һаман һаҡлаған өсөн уға рәхмәтле булырғамы, әллә шул йөк менән ғүмер ахырынаса йәшәү әмәлдәрен эҙләргәме?
Миҙгелдәрҙән ниндәйҙер йәшертен мәғәнә табырға тырышыу – төптө буш шөғөлдөр. Әммә хис аҡылдан өҫтөн сыҡҡан мәлдәрҙә уйҙарыңдың ҡапыл да аҡылға һыймаҫлыҡ йүнәлеш алыуы менән дә иҫәпләшмәйһең. Сентябрҙең егерме берендә Мостай ағайҙы мәңгелек иленә оҙаттыҡ. Тәңре ҡылған ғәмәлдәргә баһа биреү яҙыҡ эш, ләкин сентябрҙең тәүге аҙнаһында хәләлем дә шул юлдан китте. Әмәлгә тигәндәй, ул да, мин дә ошо фани донъяға күҙҙе һарысайҙа асҡанбыҙ. Кеше ғүмеренең ни рәүешле үтеүе, әлбиттә, уның ҡасан һәм ҡайҙа тыуыуы менән бәйле түгелдер. Ләкин хәҙер килеп Сания тураһында уйлағанда (ә ул уйҙарымдың осо ла, аҙағы күренмәҫ дауамы ла), мин уны Әбйәлилдең сауҡалыҡтарға күмелеп ултырған Айыуһаҙы, Күсемдән, Ҡарабалыҡлы күлен көҙгө итеп ҡупшыланған Ташбулат ауылынан айыра алмайым, сөнки Ғөзәйеровна, ғүмер баҡый, уға ғилем-тәрбиә биргән, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡанда ҡанат булған Ғүмәр Ғилманов, Нәҡип Нәбиуллин, Ғәле Ҡаһарманов ағайҙарға рәхмәтле булып йәшәне. Бүтәнсә әйткәндә, Сания, тиҫтәләрсә йыл ҡалаларҙа көн итһә лә, йөрәккенәһен мөһабәт атайсалына биргәйне шул. Йәнә лә Сания Ғөзәйер ҡыҙының йәш яғынан үҙенән олораҡ кешеләргә мөнәсәбәтендә яҡындан таныш кешеләр араһында сәйерерәк ишетелгән фамилия менән мөрәжәғәт итеү ғәҙәте һаҡланып ҡалды. Билалов ағай, Хисмәтуллин ағай, Сәйәхов ағай... Был уның ололарҙы оло итеү ғәҙәтенән килгәндер инде. Халыҡ йырлағанса:
«Ялан ғына ерҙең, ай, ҡылғаны
Һуҙып ҡына һалған ер кеүек.
Үтеп кенә барған был ғүмерҙәр
Иртән генә иҫкән ел кеүек».
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
матбуғат ветераны, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың
атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2024) һанында уҡығыҙ.