-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
16 Сентябрь , 14:49

Онотмайбыҙ үткәндәрҙе

«Үткәндәр менән йәшәмәйҙәр», – тиеүселәр бар. Минең нурлы бала сағымды, ҡәҙерле атай-әсәйемде, ҡартатай-өләсәйҙәремде хәтеремә алмаған көнөм юҡ. Яҙғы сәсеү ваҡытында ла, бесән мәлендә лә, көҙөн уңыш йыйғанда ла, ҡышын ябалаҡлап ҡарҙар яуғанда ла ҡәҙерлеләремә бәйле матур хәтирәләрем күңелемде йылыта.  Бала сағым бик күңелле, матур булды, мөхәббәтле, уңған, эшсән, изгелекле ғаиләлә үҫкәнебеҙ өсөн атай-әсәйемә мең рәхмәтлемен. Бөгөн һүҙем әсәйем Мәүлетбикә Зәйнетдин ҡыҙы Моратова хаҡында булыр.

Онотмайбыҙ үткәндәрҙе
Онотмайбыҙ үткәндәрҙе

Ҡәҙерлемдең бала сағы Сулпан тигән ауылда үткән. Беренсе синыфты шунда бөтөп, икенсегә барғанда Юлдыбайға күсеп киләләр. Һәйбәт кенә уҡып йөрөй әсәйем, тик һуғыш башланған йылда, уңыш йыйған ваҡытта аш бешереүсе булып эшләгән әсәһе янып, хәстәханаға эләгә. Әсәйемә уҡыуын ҡалдырырға тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, уҡытыусылар бик изгелекле була, ҡартатайыма (ул һуғышҡа китеп өлгөрмәгән әле): «Ағай, Мәүлетбикәнең уҡыуы һәйбәт ине, былай ғына ҡалдырмайыҡ инде, педучилищенан килеп 15 көнлөк курс үткәрәләр, шунда уҡытып алайыҡ, дәфтәр менән ҡәләм тотоп барып ултырһын үҙенең класы менән», – тигәндәр. Шулай курстарға эләгә ҡәҙерлем. Ике курсты үҙенең ауылында уҡығас, өсөнсөгә Темәскә баралар. Уҡырға ингән 57 кешенән икенсе курста 14 кенә ҡала, ә Темәскә ете кеше юллана. Ашарға юҡ, кейергә юҡ, күбеһе ҡайтып китә. Үтәшев тигән ағай Ғилмиә исемле ҡыҙ менән икеһенә туғыҙар кило бойҙай, кило ярым һары май биреп оҙата. Шуның менән уҡып ҡайталар. Өләсәйем шул бойҙайҙы өскә бүлеп, бер өлөшөн – талҡан, икенсеһен өйрәлек итеп, өсөнсөһөнән он тарттырып һалып ебәрә. Дәүләт имтиханы тапшырғас, әсәйемде Өфөгә институтҡа саҡыралар, өс йыл рәттән. Тик бара алмай ул: кейәм тиһәң – кейеме, алып барырға аҙығы юҡ, унда тағы ҡайҙа йәшәйһең? 

Һуғыш бөткәс тә донъялар йәһәт кенә еңеләйеп китмәй әле. Олатайым Зәйнетдин Яҡуп улы Айытҡолов 47 йәшендә һуғыш яланында һәләк була. Биш балаһы ҡала. «40 саҡрымға йөрөп эшләнем. Дәрестән сығаһың да өйгә нисек ҡайтып еткәнеңде лә белмәйһең. Бер килеп инһәм, әсәйем табаҡ тотоп сыҡҡан. Эсендә «ситер» – башаҡ буламы, балтырғанмы, шуны бешерәләр, шыйыҡ ҡына өйрә кеүек инде ул. Ерек ағастан эшләнгән ҡалаҡ ята. Өҫтәлгә ашъяулыҡ йәйгән булған әсәкәйем. Ҡоршаулы ғына сынаяҡ тора. Ҡустыларым йүгереп килеп мине ҡосаҡланы ла кире барып ултырҙы. Ваҡ ҡына картуфты ашайҙар ҙа һөрпөлдәтеп теге «ситер»ҙе эсәләр баяғы сынаяҡ менән. «Эс, бәпесем, ултыр», – ти миңә әсәйем. Үҙе иғтибарын өҫтәлгә төбәгән, нимә генә уйлағандыр инде? Ул ынтылмағас, мин дә эсмәйем. Ошо күренеш ғүмерем буйы күҙ алдымда торҙо», – тип һөйләй ине әсәйем, күҙҙәренә йәш алып. Ҡустылары – ағайымдар ҡарағайҙай ныҡлы, һоҡланғыс кешеләр булып үҫкән. Игелекле, баҫҡан ерҙәрендә ут сығарған ир азаматтары инеләр. Ғәбиҙә өләсәйемде изге әүлиә кеүек хәтеремдә һаҡлайым. Ҡөрьәнде уҡып, тәржемә итеп, беҙгә аңлатып һөйләп ултыра торғайны. Балалары барыһы ла дин юлына баҫып, иманлы булды, һәр береһе туҡһанды уҙҙы. Үҙ эшенең оҫтаһы булып дан алдылар, лайыҡлы балалар тәрбиәләнеләр.

Әсәйем башланғыс синыф  уҡыусыларына белем бирҙе, тәрбиәсе лә, редакцияла машинистка ла булды. Ҡайҙа ебәрһәләр ҙә,  еңен һыҙғанып, ихласлап, намыҫ менән башҡара ул һәр эшен. Ас булһа ла, асыҡтыҡ, арыныҡ, тип йөрөмәне кеше, еренә еткереп тир түкте, һыйыры булғандар бирешмәне, тип иҫләй торғайны. Әсәһе гелән тоҡсай тултырып мәтрүшкә сәйе ебәрә уға. «Бәпәйем, асыҡһаң да эс, һыуһаһаң да эс, йөрәгеңә ял булыр», – ти.

Атайым менән әсәйемдең танышыуы ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡҡан. Ҡартатайым ҡайта ла хәбәр һөйләй икән: «Зәйнетдиндең ике ҡыҙы бар, шул тиклем иплеләр, аҡыллылар, әүлиә кеүектәр...» Тамсы тама-тама таш тишә, тигәндәй, атайым ҡыҙыҡһынып киткән, барып күргән ҡыҙҙарҙы. Атай-әсәй һүҙенә хөрмәт тә ныҡ булған шул. Күҙе төшкән Бикәгә хаттар яҙған, уныһы яуап бирмәгән. «Ғәлиәбаныу»ҙы йырлап тәҙрә төптәренән үткән. Әсәйемдең күңелен яулаған шулай. Йылдар үткәс, мин буй еткергәс, буласаҡ тормош иптәшем Рәфҡәт тә тәҙрәбеҙ төбөнән гармунда шул көйҙө уйнап үткән мәлдә атайым әсәйемә ҡарап: «Бикә, яҙмыштар ҡабатлана», – тип әйткәне әле лә ҡолағымда сыңлап тора.

Егәрле булды әсәйем. Ауыл ерендә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәренә өлгөрөп, донъяны ялт итеп ҡуя ине. Аш-һыуға ла бик тәрбиәле, татлы ҡуллы булды. Унан да тәмлерәк итеп бәшмәк тоҙлаған кеше юҡтыр. Бер саҡ тоҙланған бәшмәген оҡшатыусыларға утыҙ литрлы кәстрүл менән тоттороп сығарғанын иҫләйем. Бына шундай йомарт, ипле холоҡло, аҡыллы, тәртипле уҡытыусы әсәйемә ауылдың бар ҡатын-ҡыҙы сер уртаҡлашырға, кәңәш һорарға килә ине. Донъя көтөү, ашарға бешереү, үҙеңде нисек тотоу, нисек кейенеү... ни тураһында ғына һөйләшмәй улар! Беҙ, бәләкәс булһаҡ та, барыһын да ишетеп-күреп йөрөйбөҙ. Күпме матур, саф мөхәббәт тарихтарын ишетеп һоҡландым мин шул саҡтарҙа. Уларҙы тыңлап, апайҙарҙы йәлләп, ҡушылып шым ғына илаған саҡтарым да булды. Бәйләргә лә, тегергә лә, бешеренергә лә өйрәндем унан. Икәүләп беренсе  сентябргә мәктәп балаларына формалар әҙерләй инек: әсәйем үлсәп һала, мин тегәм.

Өс бала үҫтек беҙ. Шөкөр, Флүрә һеңлемдең дә, Венер ҡустымдың да, минең дә донъяларыбыҙ түңәрәк. Һәр кемебеҙ үҙ һөнәре буйынса лайыҡлы хеҙмәт итте, ғаилә ҡорҙо. Балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә атай-әсәйебеҙ, ҡартатай-өләсәйҙәребеҙ аҡылын тапшырыуҙың ни тиклем мөһим икәнен аңлап йәшәйбеҙ.

Әсәйем туғыҙ тиҫтәне тултырғанда ла камил аҡыллы, тулы иманлы булды. Китаптан, гәзит-журналдан айырылманы. Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт уҡып, барыбыҙға һаулыҡ, бәхет, бәрәкәт теләп ултырҙы. Беҙ, балалары, әруахтарыбыҙ тыныс булһын өсөн, ҡорбандар салабыҙ, аяттар уҡытабыҙ. Онотмайбыҙ үткәндәрҙе. Яҡындарымды иҫемә төшөрөп тормаһам, тормошомдоң мәғәнәһе лә юғалыр кеүек...

Гөлсирә ИҘРИСОВА.

Өфө районы.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: