– Инәйем атайымдан дүрт бала менән ҡалған, бишенсеһе – мин – ҡорһаҡта. 1945 йылдың 27 июнендә донъяға килгәнмен. Атайымды бөтөнләй күрмәгәнмен, уның үлеменә 40 көн тулғанда тыуғанмын. Ул һуғыштан ауырып ҡайтҡан, үпкәһе сирләп үлгән. Еңеү шатлығы менән һағыш бергә килгән шулай. Рауил абзыйымдың миңә арнап яҙған шиғырында шундай юлдар бар:
«Атай һине күрмәй үлеп киткән.
Күрә алмай ҡалыу үкенестәре...
Уның үкенесеме, һинекеме —
Ҡайһы үкенес үкенеслерәк икән?
Уларын һуң үлсәп белгән кемдәр?»
Мин тыуғас, Рәйсә, Нәккәр апайымдар, Рауил ағайымды (уға алты йәш булған) алмашлап йөкмәп, беҙҙе күрергә тип, 7-8 саҡрымда ятҡан дауаханаға барғандар, – хәтирәләр ебе шулай яйлап тағала барҙы.
Әсәләре Раҡия апай һауынсы булып эшләй. Һауын араһында кукуруз, көнбағыш утауға йөрөйҙәр. Баҫыуға сыҡһа, уның артынан бәләкәй Зөлхизә лә илап йүгерә, ҡаршыһына бер әбей таяҡ тотоп килеп сыға ла ҡыҙҙы үҙе менән алып ҡала торған була (моғайын, алдан һөйләшеп ҡуйғандарҙыр инде). «Күп эшләне, аҙ һөйләне әсәйем, иҫ киткес уңған, көслө булды. Көнө-төнө ирҙәр эшләмәгәнде эшләне, кеше итте беҙҙе. Мин, бәләкәс булғас, бик иҫләмәйем инде этләнеп йәшәгәнде, һөйләүҙәре буйынса ғына беләм тамаҡтары икмәккә туймағанды. Ул ваҡытта әллә ни йәшелсә лә булмай торғайны бит, кишер үҫтергәндәр. Шул кишерҙе ашап ике абзыйым күбенгән, үлә яҙғандар, инәйем төнө буйы йөрөтөп кеше итеп алған», – тип бүлешә Зөлхизә апай. Ҡыш булһа, малайҙар ау үрә, яҙ ташҡындан һуң һөҙгө менән һөҙөп балыҡ тоталар, һыу тынғас, ау ҡуялар. Әсәләре балыҡ тултырылған күнәктәрҙе көйәнтәләп ала, Зөлхизә – биш литрлы бидон менән, күрше нимес ауылына китәләр. Унда йылға юҡ, балыҡ танһыҡ ниместәргә. Уларҙан он, көнбағыш майы алып ҡайтып, ҡабартма бешерәләр. Эй, тәмлелеге! Немец ауылына ҡарағат йыйырға ла йөрөгәндәр. Хөсни әсәйҙәре (өләсәйҙе шулай атайҙар) Рауил улын да алып бара. «Знакомый, смородина есть? Пупалам можно?» – ти икән ҡатын. Ҡарағатты йыя ла, яртыһын ала, яртыһын хужаларға ҡалдыра була инде. Бәләкәс малай былар һөйләшкәнсе йүгереп ҡаса ла китә икән уйнарға. Ниместәр менән аралашып йәшәйҙәр шулай. Улар кескәй Зөлхизәне тәрбиәгә алырға теләй. Рәҡия инәй, нисек кенә ауыр булмаһын, биш балаһын үҙе үҫтерә, ашарын да таба, кейемен дә үҙе тегә. Яҙ көнө тау асылғас, йомран тотоу кәсебе башлана. «Абзыйымдар бигерәк күп тота ине, йөҙәрләп. Уның итенең тәмлелеге, иҫләһәң, әле лә ауыҙға һыу килә. Табаға һалаһың, өҫтөн таба менән ҡаплайһың, усаҡта көлдә бығып ҡына бешә ул. Һөйәктәрен дә ташларға йәл. Тиреһен дә эш итеп, аҡса эшләйбеҙ. Һуңынан кәрәк-яраҡ алабыҙ», – тип һөйләй Зөлхизә апай.
Бәләкәстән тырыш, тәртипле була Рауил Бикбаев. Гел бишкә уҡый, Маҡтау грамоталары ала. Кистәрен уҡып йә яҙышып ултыра торғас, «пузырь» лампа ҡарайып бөтә. «Рауил, һуң, ят инде, кәрәсин бөтә бит», – ти әсәһе. Ат ярата. «Еңгәм менән ағайымдың 1951 йылда алып барған көндәлектәрен таптыҡ. Ябай дәфтәргә бала саҡта уҡығанын, шуҡлыҡтарын яҙып барған», – тип дауам итә әңгәмәсем. Кино ҡараһылары килә бит инде балаларҙың, аҡсалары юҡ. Юлын таба шаян малайҙар: алдан уҡ инеп, кемеһе – мейес артында, кемеһе тағы ҡайҙа йәшенеп ҡала икән. Аҙаҡ, фильм бөткәс, һис ни булмағандай халыҡ менән бергә сығалар ҙа китәләр. Ул дәфтәрҙә шиғырҙары ла күп, төрлө ваҡиғаларға арналған, Сталин үлгәндә лә яҙған. Шул ваҡытта, ун ике-ун өс йәштәрҙә үк, үҙен шағир итеп хис иткән – һәр шиғыры аҫтына «шағир Рауил Бикбаев» тип яҙып ҡуйған... Рауил ағаһы Аҡбулаҡҡа уҡырға киткәнендә илап ҡалғаны хәтерҙә һеңлеһенең, каникулға ҡайтҡанында иһә артистар төшөрөлгән матур открыткалар бүләк итә.
– Нәккәр апайым кейәүгә сыҡҡас, Ҡаҙағстанда йәшәне. Бер йәй әсәйем уларҙың хәлен белергә китте. Рауил ағайым каникулға ҡайтҡан, Наил абзыйым – өсәүләп тороп ҡалдыҡ. Мин донъя көтәм: һыйыр һауам, ҡош-ҡорт ҡарайым, сепарат тартам, самауыр ҡуям... Ниңәлер оҙаҡланы инәйем, әллә ай тирәһе үтте. Борсолоп, мине йәлләп ҡайтып инде. «Ҡайтһам, балалар киткән һимерешеп», – тип көлөп иҫләргә яратты аҙаҡ. Ғәҙәттә йомортҡаны, ҡаймаҡты ашап ҡына ултырып булмай, тегеһенә, быныһына кәрәк, тип бүлә, һаҡларға алып ҡуя бит инде ауыл кешеһе, ә беҙ, ундай мәшәҡәттәрҙе уйламаған-белмәгән балалар, рәхәтләнгәнбеҙ генә, – Зөлхизә апай көлөп тә, һағышланып та иҫләй быларҙы.
Рауил ағай кәләшен алып ҡайтҡас, үтә лә сибәр еңгәләрен ҡурсаҡ урынына күрһәтергә ҡунаҡҡа йөрөтәләр. Һары бөҙрә сәсле, нескә билле һылыуҙың ялан яғының саман өйҙәрен ҡыҙыҡ күреп ҡарап йөрөгәне лә, бесәй балаһын эҙләп, өй башына менгән еренән: «Рауил, мин бынан йығыла аламмы?» – тип тороуынан шаяртып көлөүҙәре лә, бергә туҡмас ҡырҡыуҙары ла, ағай-энеләрҙең йыйылышып йырлап-көлөп ултырыуҙары ла бөгөн генә булған кеүек. Фәриҙә апай ҙа был көндәрҙе, ошо ихласлыҡты йәшлек йылдарының матур хәтирәләре итеп ғүмере буйына күңелендә йөрөтәсәк. «Еңгәм үҙе лә матур кеше булып сыҡты. Ағайымды ла, беҙҙе лә ҡәҙерләп кенә торҙо», – ти бикәсе. Ауылға ҡайтҡанда сиратлап ҡунаҡҡа саҡыралар, шулай барлыҡ туғандарҙы йөрөп сығалар. Йәштәр һыу инергә тип сыҡһа, уларға балалар эйәрә. Рауил ағай уларҙы йүгертә, төрлө ярыштар ойоштора, бүләктәре, кәнфиттәре әҙер.
Тыуған еренә яҙыусыларҙы, артистарҙы ла күп алып ҡайта ул. 1968 йылда тере шағир – Рәми Ғарипов менән ҡайтып ингәне әлегеләй күҙ алдында Зөлхизә апайҙың. Октябрь айы. Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, баштарына кеймәгәндәр, икеһенең дә бөҙрә сәстәре матур булып тора...
Шағир әсәһен иҫ киткес ярата. Зөлхизә апай һөйләй: «Уҡыу эләкмәһә лә, инәйем ҡара томана булып ҡалмаған, үҙенән-үҙе уҡырға өйрәнгән. Шиғырҙар ҙа яҙған. Һүрәтте лә бик матур төшөрә ине, атаһы яғынан өләсәйем рәссам булған. Өфөгә, ағайымдарға киткәндә уға 52 генә йәш булған. Ҡырҡ йылдан ашыу бергә йәшәнеләр, ҡәйнә менән килен бик татыу торҙолар. Ишектәре һәр саҡ асыҡ булды беҙгә, туғандарына, яҡташтарына ла. Йомарт ҡуллы булды ағайым, еңгәм унан да йомартыраҡ, ни бирәйем, тип кенә торҙо. Үҙебеҙ ҙә буш ҡалдырманыҡ, тоҡлап килтерҙек майын-итен, картуфын, тигәндәй. Инәйем Рауил абзыйымды айырыуса ныҡ яратты, беҙ хатта көнләшеп китә торғайныҡ». Эйе, шағир, әсәһе янына ултырып, тубығына башын һала ла, инәй, башымдан һыйпа әле, тип йыш иркәләнеп ултырыр була. Әсәһе үлгәс, 69 йәшлек ир азаматы, йәтим булып ҡалдым инде, тип илай.
Һуңғы тапҡыр дауаханала ятҡанда һеңлеһенә, быйыл ауылға ҡайтҡанда, «Һау булығыҙ, ауылдаштар!» – тип атарбыҙ инде йыйылып ултырыуыбыҙҙы, ти. Тик башҡаса ҡайтырға яҙмай шул уға йыл һайын ҡорбан салып, мул итеп кеше йыйып, ҡаҙан элеп, аш, былау бешереп, тирмәләр ултыртҡан еренә. Йәндәре йәннәттә булһын инде Рауил Төхфәт улының, Фәриҙә Яҡуп ҡыҙының.