Ғәҙәттә, талантлы кешеләрҙең балалары һәләтһеҙ була, тиҙәр. Ләкин был фаразлау күп осраҡта дөрөҫлөккә тура килмәй. Әсәйем, күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың ҡыҙы, киреһенсә, һәр яҡтан да талантлы ине. Әйтерһең, әкиәттәгеләй, карауат осондағы фәрештәләре уға ҡәҙерле бүләктәрен мулдан өләшкән: һоҡландырғыс итеп һүрәт төшөрә, йырлай, фортепианола уйнай, бер нисә сит тел белә, матур яҙа, оҫта тегә. Ысынлап та, талантлы кеше бөтә яҡлап та талантлы, тигәндәй, нимәгә генә тотонһа ла, уның ҡулынан килә ине. Әсәйем – ғаиләлә берҙән-бер бала. Ул тыуғанда ата-әсәһе, ярайһы ғына матди ауырлыҡтар кисереп, уңайлыҡтары булмаған иҫке мунсала йәшәй, өләсәйем институтта уҡый һәм йыш ҡына ҡыҙын күршеләренә ҡалдырып тора. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әсәйем яҡындарының күңел наҙына, яратыуына сорналып үҫә. Нәҡ ҡәҙерле кешеләренең оло һөйөүе уның барлыҡ таланттарының асылыуына булышлыҡ итә лә инде. Бәләкәй ҡыҙсыҡтың йырларға әүәҫлеген тойоп, атаһы уны музыка мәктәбенә бирә һәм яңылышмай: әсәйем уны алтын миҙалға тамамлай. Һүрәт төшөрөүгә маһирлығы сәнғәт мәктәбенә алып килә. Өләсәйемдең еңел ҡулы менән немец телен дә яратып өйрәнә. Фото төшөрөү менән ҡыҙыҡһыныуын хуплап, ҡәҙерлеләре уға фотоаппарат бүләк итә. Ошо мауығыуы әсәйемде ғүмер буйы оҙата барҙы. Бөтә кисә-юбилейҙарҙа, сәйәхәттәрҙә уның ҡулында тоғро дуҫы – фотоаппараты булды. Нәфис фотоға төшөрөү нескәлеген, серен үҙләштергәнгә беҙҙең ғаилә архивында ул ваҡыт өсөн һирәк осраған төҫлө фотолар бар. Әсәйемдең ҡараңғы йыуыныу бүлмәһенә бикләнеп, фотолар эшләүе минең өсөн бер мөғжизә була торғайны. Ғаилә альбомдарын да, ваҡыт табып, үҙенең һүрәттәре һәм шиғырҙары менән биҙәр ине.
Әсәйем өсөн олатайым менән өләсәйем иң ҡәҙерле кешеләр булды. Ул күп осраҡта олатайымдың хәстәрҙәре менән йәшәне. Үҙе ғаилә ҡороп, башҡа сыҡҡас та, ата-әсәһе икенсе планға күсмәне. Шуға ла мин беҙҙең ғаилә әсәйем, атайым һәм минән генә тормай, унда олатайым менән өләсәйем дә бар, тип үҫтем. Өйҙә бөтә етди мәсьәләләрҙе ололар менән хәл итеү – ҡағиҙә, Яңы йылды ла һәр ваҡыт бишәүләп ҡаршылау матур традициябыҙға әйләнгәйне. Ата-әсә менән бала яҡынлығы һуңынан үҙ емештәрен бирмәй ҡалмай, әлбиттә: әсәйем атаһының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеүгә, уның архивын туплауға, ҡәҙерлеһе хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлауға күп көс һалды.
Әсәйем тормошта, өлгөлө уҡыусылай, һәр саҡ юғары баһаға торошло йәшәне. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған ҡәҙерлем, ниндәй генә юлды һайлаһа ла, үҙ һөнәренең оҫтаһы булыр ине. Математиканы биш бармағы кеүек белде. Яҙыу-һыҙыуға маһирлығы уны шәп журналист яһар ине, теләһә, иҫ киткес моң эйәһе (музыкант) йә иһә рәссам булараҡ та уңыш ҡаҙаныр ине ул. Ләкин әсәйем көтмәгәндә тел ғилемен һайлай. Ул БДУ-ның сит телдәр факультетында немец теле бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм оҙаҡ йылдар педагогия институтында, һуңынан Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында немец теле уҡытыусыһы булып эшләне. Ә сағыштырма тел ғилеменә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы уның күңелендә ҡапыл ярала. Уйлап ҡараһаң, лингвистикала барыһы ла өйрәнелгән һәм ҡыҙыҡлы темалар юҡ та кеүек, әммә Салауат Ғәлләмовтың китабы әсәйем өсөн ҙур асыш булды. Ул тел ғилеме менән етди шөғөлләнә башланы. Өйҙә бик күп һүҙлектәр барлыҡҡа килде. Әсәйемде башҡорт, инглиз, төрөк телдәренең туғандаш һүҙҙәрен өйрәнеү генә түгел, ә сыуаш, мари, венгр һәм башҡа күп телдәр ҡыҙыҡһындырҙы. Ябай һәм әллә ни иғтибарға лайыҡ түгел һүҙҙәр ҙә ысын мәғәнәһендә оло хазинаға тиң, сөнки уның тамырҙары бөтөнләй икенсе телдәргә барып тоташа. Был оҙайлы тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһе булып 2002 йылда – «Боронғо һүҙҙәр магияһы» һәм 2008 йылда «Тәүҙә Хаос булған» исемле ике фәнни-популяр китабы донъя күрҙе. Күп мәҡәләләре баҫылды. Ошо китаптарҙың бер бүлеге менән генә лә әсәйем кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай алыр ине, әммә ул был эште ҡыҙыҡ та, кәрәк тә тип тапманы. Сөнки әсәйем өсөн иң мөһиме – ваҡыт ине. Ул үҙенә тәғәйен ваҡыттың аҙ икәнлеген тойомланы. Уға бит олатайымдың да әҫәрҙәрен тәржемәләргә кәрәк, минән башҡа кем, тигән һорау менән тотонор ине тәржемәгә.
Нескә күңелле, хисле кеше булараҡ, 2000 йылда һөйөклө атаһының үлемен әсәйем бик ауыр кисерҙе. Яҡын йәндәш, рухташ кешеһен мәңгелеккә юғалтыу яраларынан оҙаҡ арына алманы. Нәҡ олатайымдың үлеме китаптарын тәржемә итергә этәргәндер, сөнки әсәйем уларҙа күңел йыуанысы тапты. Олатайым берәй заман әсәйемдең уның китаптарын тәржемә итеүен, ә минең уларға иллюстрациялар эшләүем хаҡында хыяллана ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тере сағында ул был шатлыҡты кисереп өлгөрмәне. «Үгәй ул» автобиографик китабы уның вафатынан һуң өс йыл үткәс кенә донъя күрҙе. Әсәйем тәржемәһендәге һәм минең һүрәттәрем менән сыҡҡан был тәүге китап беҙҙең өсөн икеләтә ҡәҙерле. Һуңынан инде «Карьера», «Ағиҙел Иҙелгә ҡоя», «Салауат батыр» китаптарын эшләнек…
Яныбай Хамматовтың тәржемәләре сыҡҡандан һуң, әсәйемә башҡа яҙыусылар ҙа мөрәжәғәт итә башланы. Бер-бер артлы Марс Әхмәтшин, Фәниҙә Исхаҡова, Барый Ноғоманов, Лира Яҡшыбаева әҫәрҙәренең тәржемәләре ташҡа баҫылды, Рауил Бикбаевтың «Рәми» әҫәрен, Ғайса Хөсәйеновтың автобиографияһын тәржемә итеүгә күп көс һалды ул. Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзына ҡабул ителгәндән һуң, әсәйем шатлыҡ ҡатыш моңһоулыҡ менән: «Их, атайым тере булһа, нисек шатланыр ине!» – тине. Күптәр уның талантлы тәржемәсе булыуына инанды, ентекле, намыҫлы хеҙмәтен баһаланы. Текст өҫтөндә ул һәр әҫәрҙең «йәненә» үтеп инергә тырышып, илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуймай, ҡат-ҡат тикшереп, оҙайлы һәм төпсөр эшләне. Грамоталы булыуына, телде камил белеүенә һәм тойоуына ҡарамаҫтан, ул үҙенә ҡарата бик талапсан ине. Ҡайһы берҙә хатта мөхәррирҙәрҙең уның вариантын дөрөҫ булмағанға төҙәткән осраҡтар ҙа бар ине. Был мәлдә әсәйем бик көйәләнде, сөнки мөхәррирҙең тел белеме юғары кимәлдә булырға тейеш бит. Беҙҙең ғаилә өсөн ул киң эрудициялы «тере» энциклопедия ине. Йыш ҡына ниндәйҙер документ төҙөгәндә, беҙ уға ҡайҙа, ниндәй тыныш билдәләре ҡуйырға йә иһә һөйләмде нисек дөрөҫ яҙырға, тип кәңәш һорап мөрәжәғәт иттек.
Әсәйем бәхетле кеше булды, тип әйтергә мөмкиндер...
Алһыу Хамматова.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2023) һанында уҡығыҙ.