Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ҡыҙыҡай үҙе теләп фронтҡа китә. 1942 йылдың башында ул Днепропетровск хәрби заводында эшләй, улар етештергән ҡорал туранан-тура алғы һыҙыҡҡа йүнәлә. Өс айлыҡ шәфҡәт туташтары курсын тамамлағас, ҡыҙҙы 3292-се хәрби ялан госпиталенә ебәрәләр. Яралылар бер туҡтауһыҙ ағыла. «Ул ваҡытта уйыбыҙ яугирҙәрҙе тиҙерәк һауыҡтырып сығарыу ине», – тип әсәһенең һөйләгәнен иҫләй Холбой ағай. 1943 йылдың 11 июлендә Днепропетровск өсөн барған ҡаты алыш яланынан Фирҙәүес хеҙмәт иткән госпиталгә ике ҡулы ла яраланған Андаҡулды килтерәләр. Уны 72 көн буйына ҡалаҡтан ашатып, кейендереп, балалай күреп баға Фирҙәүес. Ике йәш кеше араһында мөхәббәт хисе тоҡана. «Һуғыш бөтөп, тере ҡалһаҡ, һиңә өйләнәсәкмен», – ти үзбәк егете. Ир, яралары уңалып, киренән алғы һыҙыҡҡа йүнәлә. Ике йәш йөрәктең араларын хаттар бәйләй. Днепропетровск ҡалаһында юлдары киҫешкән Андаҡул менән Фирҙәүес, дошманды ҡыуа барып, Бөйөк Еңеү яҙын Прага ҡалаһында ҡаршылай. Ике ғашиҡ йәнде яҙмыш тағы осраштыра. Андаҡул ҡыҙҙы үҙ еренә алып ҡайтасағына күндерә. Оҡшатһаң, ҡалырһың. Һағынһаң, Башҡортостаныңа алып барырмын, ти егет. Фирҙәүес күнә, йән һөйгәне менән Тажикстан тарафтарына, Яңауыл тип аталған ауылға, юл ала. Ошо ерҙә ерегеп китеүе лә яратҡаны хаҡына була.
Әммә ваҡыт һынауын үткән һөйөүҙе йәнә лә ҡаршылыҡтар көтә. Андаҡулды яуға оҙатыр алдынан туғандары, шәһит китһә, орлоғо ҡалыр, тип, тиҙ генә Улманой тигән ҡыҙға өйләндереп ебәргән була. Ир был хаҡта Фирҙәүескә алдан аңғарта. Никах рәсми тарҡатылмағанға, Улманойҙың атаһы Матҡосим тауыш күтәрә. Йәштәр, Яңауылды ваҡытлыса ҡалдырып, Пролетар шәһәренә, Зөбәйҙә, Бекона исемле дуҫтарына барып һыйына. Ул ваҡыттағы Ленинабад, хәҙерге Худжант ҡалаһында, ике йыллыҡ уҡытыусылар курсын тамамлап, Фирҙәүес балаларға рус, немец теленән белем бирергә тотона. Андаҡулдың ихтыярына ҡаршы булғандар яйлап күнә. Уҙамандың тағы ике бер туғаны – Шукурҙың ҡалған ике улы Кувай (1917 – 1943) менән Худойкул (1926 – 1944) яу яланында баш һала.
Балалары – йөрәк паралары
Фирҙәүес менән Андаҡулдың 1948 йылда ҡыҙҙары Барсынай тыуа. Мине ҡаршылаған Холбой ағай 1950 йылда донъяға килә. 1952 йылғы Әлибай 1955 йылда үлеп ҡала. Гөлшада – 1954, Зөлфиә – 1959 йылғы, унан ҡала тыуған Камиланың йәшәгән йылдары 1962 – 1981, Надира – 1964, ә кинйәләре Ойбек 1966 йылда тыуған. Шулай итеп, уларҙың һигеҙ балаһы була. Әлеге көндә алтауһы тере. Осрашҡас, уларҙың барыһы менән дә күрештек, аралаштыҡ. Пролетар баҙарына барғанда, «кемдәргә ҡунаҡҡа килдегеҙ», тип ҡыҙыҡһыналар. Халыҡ бында ихлас шул. Мәҙәниәт ауылына, Уриновтарға, Холбой ағайҙарға, тибеҙ ҙә тағы ла асыҡлабыраҡ, «гинеколог Барчынай апайҙы беләһегеҙме, шуның миһмоны, йәғни, ҡунағы», тиһәк, шундуҡ йөҙҙәре яҡтыра: «Уларҙы белмәй ни?!»
Үҙе ашамаһа ашамай, аҙығын башҡалар менән бүлешкән, кейеме булһа, кеймәй, бүтәндәргә биргән, ҡунаҡ килһә, юҡтан бар итеп өҫтәлен хәстәрләгән фәрештә килен булып ҡала Фирҙәүес ҡайынбикәләре, бикәстәре хәтерендә. Холбой ағай китабында әсәһен сабыр, уңған, балалары һәм туғандары өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер илаһи йән итеп һүрәтләй.
1954 йылда Фирҙәүесте, ҡыҙҙарының килен булып төшкән ерен, ейәндәрен күрергә тип, ата-әсәһенең бер айға ҡунаҡҡа килеүен, бер йылдан үҙҙәренең Башҡортостанға сәйәхәтен Холбой Уринов китабында ентекле тасуирлай. Тыуған ерен, туғандарын эсе өҙөлөп һағынып хаттар яҙа Фирҙәүес. Йыл да күрешеүҙе маҡсат итеп, көнөн алдан билдәләп ҡуялар. Хаттарында әсәһе Вәлимәгә, 102 йәшкә тиклем ғүмер итеп мәрхүмә булған Ҡәффә өләсәһенә, бер туғандары – Хәлимә, Фатима һеңлеләренә, Тәлғәт, Риф ҡустыларына арнап хаттар ебәрә. Фатима һеңлеһенең ғаиләһенә, уның балаларына төбәп яҙғандарын Сәлимә Усман ҡыҙы ҡәҙерләп һаҡлаған. Һәр юлынан мөлдөрәмә тулы һағыш, һағыныу хистәре ағылған кеүек. Фирҙәүес ханым балаларына васыят иткән туғанлыҡ ептәре әле лә өҙөлмәгән. Был уңған ғаилә, алсаҡ кешеләр менән таныштырыусы ла тап шул Сәлимә апай бит. Үҙе лә, туғандарынан, дуҫтарынан тотош бер делегация төҙөп, Мәҙәниәт ауылында халыҡ-ара кимәлдә үтәсәк Фирҙәүес инәһенең 100 йыллыҡ байрам тантанаһына алып килгән.
Фирҙәүес Шакированың тыуыуына – 100 йыл!
Сәлимә апай ишеткәнсә, Фирҙәүес бала сағында аҡ йыланды осрата. Ышаныуҙар буйынса, был мөғжизәгә юлыҡҡан кеше уның алдына аҡ яулыҡ йәйергә тейеш. Шулай иткәндә, ул мөгөҙөн һала ла кеше бәхетле була икән. Апайым ҡурҡып ҡасҡан, әммә уны бәхет урап үтмәгән. Еҙнәй менән бәхетле, мөхәббәтле ғүмер кисерҙеләр. Балалары, туғандары, уҡыусылары уны иҫләй һәм рухына аяттар бағышлай.
...Хөрмәтле уҡытыусы, әсәй, килендең данлы 100 йыллығы айҡанлы өлкәнән, райондан мәртәбәле ҡунаҡтар ул эшләгән Мәҙәниәт ауылы мәктәбенә тантанаға йыйылды. Сара Бөйөк Еңеү көнө алдынан уҙғас, сығыш яһаған һәр кем тыныслыҡ хаҡында һөйләне. 300-ләп кеше ҡатнашҡан байрамда мәктәп уҡыусылары сығыштары сағыу төҫ алды. Башҡортостандан делегация тигәс, улар менән дә таныштырып китәйем. Сәлимә апайҙың ҡыҙы Ләйсән һәм уның ғаиләһе, бер туған ҡустыһы Морат һәм уның хәләл ефете Зөлфирә, дуҫтары – Фәнүзә Искәндәрова һәм уның тормош иптәше Мансур Рәхимғолов (Сибай Ҡашҡа псевдонимы менән билдәле сәсән), уларҙың ҡыҙҙары Айгөл һәм кейәүҙәре Урал Һөйөндөковтар. Байрамда Мансур ағай ҡурайҙа уйнап йырлаһа, Фәнүзә апай уға ҡушылды. Урал кейәүҙәренең «Яңы Байыҡ» бейеүе алҡыштарға күмелде. Барыбыҙҙың да милли кейемдә булыуы, йә иһә милли биҙәүестәр тағыуыбыҙ алыҫ Башҡортостан еренән килеүебеҙҙе белгертеп торҙо. Улар менән Сәмәрҡәнд, Дүшәмбе ҡалаларына ла сәйәхәт ҡылырға өлгөрҙөк был сәфәребеҙҙә.
Шағирә Шарофат Сатторова, Суғд өлкәһенең «Үзбәктәр» йәмғиәте рәйесе, «Суғд хәҡиҡәте» гәзитенең баш мөхәррире Абдувализаде Фарход менән тап ошо сарала танышыуыбыҙ ҙа осраҡлы булмағандыр. Тел-лөғәт алмашыу, дуҫлыҡ дауам итер, тип ышанам. 28-се урта мәктәп уҡыусыларының төрлө телдәрҙә, шул иҫәптән башҡортса ла «Һәр ваҡыт булһын ҡояш!» йырын яңғыратыуы оло мәғәнәгә эйә. Хәйбулла районы Аҡъяр мәктәбен тамамлап, яуға киткән Бүребай ҡыҙы Фирҙәүес Шакированың тыуған яғында музейы, уның исемендәге урам булһа, балалар өсөн тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур булыр ине.
Был донъяла аралашып, дуҫ йәшәүҙән дә ниндәй ҙур бәхет бар?! Улар беҙгә, бөйөк Мостай Кәрим һүҙҙәре менән әйткәндә, сатнамаған Ҡояш, түп-түңәрәк Ер шарын ҡалдырған. Хәтер йәшәгәндә – улар тере.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2023) һанында уҡығыҙ.