Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәгенә берләшкән Ташкент ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлау буйынса бик күп эш башҡара. Ойошманы тамырҙары Ейәнсура районына барып тоташҡан техник фәндәре докторы, профессор Ринат Әмир улы Гуляев етәкләй. Финә Хажиәхмәт ҡыҙы Нәбиева рәйестең мәҙәниәт буйынса урынбаҫары вазифаһын лайыҡлы алып бара. Финә апайҙың йәштәргә торошло энергияһына һоҡланып: «Вәт энерджайзер!» – тиһең. Ташкент ҡалаһы башҡорттарының «Һандуғасҡай» фольклор ансамбле ағзаһы ла ул. Башҡортостандың Шаран районы Шаранбаш-Кенәз ауылы ҡыҙы Финә ханым һәм Үзбәкстан башҡорттары хаҡында киләһе һандарҙа айырым яҙмам булыр. Ташкенттың башҡорттарға ҡағылышлы тарихи урындары менән таныштырырға тарихсы Ринат Шиһабдинов ихлас ризалашты. Ул – ҡасандыр «Башҡортостан ҡыҙы»нда үҙенең мәҡәләһен баҫтырған, башҡорт матбуғаты менән таныш, тарихсылары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән, Башҡортостанға ҡағылышлы күп хеҙмәттәр яҙған кеше.
Хәҙрәти Имам комплексына килгәс, юлдаштарым, Башҡортостандағы Һөйөновтарҙы беләһегеҙме, тип ҡыҙыҡһынды. Комплекстың бер мавзолейы Сөйөнөч ходжа исемен йөрөтә, ә уның башҡорт булыуы билдәле. Үкенескә күрә, уның ҡәберлеге ҡутарып алынған. Әлеге ваҡытта мавзолей эсендә сауҙа нөктәләре урынлашҡан. Билдәле яҙыусы Афзал Таһиров, тарихсы Әхмәтзәки Вәлиди, арҙаҡлы фольклорсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Әбүбәкир Диваев, Абдулҡадир Инан яҡты иҫтәлектәрен ҡалдырған Ташкентта. Усман, Ғосман йәки Сәмәрҡәнд күфи Ҡөрьәне – беҙҙең көндәргә тиклем еткән иң боронғо ҡулъяҙма Ташкентта Хәҙрәти Имам Ансамбленә ингән Моғйи Мөбәрәк мәҙрәсәһендә һаҡлана. 1868 йылда, «фән өсөн ҡиммәтле боронғолоҡ ҡулдан ысҡынмаһын өсөн саралар күрергә» ҡушылып, ул Сәмәрҡәнд руханиҙары тарафынан батша хакимиәтенә тапшырыла һәм Санкт-Петербургҡа ебәрелә. 1923 йылда Төркөстан Республикаһы үтенесе буйынса Совет хөкүмәте Ҡөрьәнде Ташкентҡа оҙатырға ҡарар итә. Уны тапшырыу комиссияһының рәйесе итеп Ризаитдин Фәхретдинов тәғәйенләнә. Был эште башҡарып Өфөгә ҡайтҡас, Фәхретдинов «Усман Ҡөрьәнен кире ҡайтарыу эше буйынса Сәмәрҡәндкә сәйәхәт тураһында» тигән юлъяҙма яҙа. Ҡәҙерләп һаҡланған Ҡөрьән алдында хайран ҡалып баҫып торҙом. VIII быуатта быҙау тиреһенә яҙылған изге китабыбыҙ биттәрендә тимгел таптар бар, ул үлтерелгән шейхтың ҡаны, тип фараз ителә. Шуныһы ҡыҙыҡ: Ҡөрьәндең төп нөсхәһен күреүемә, Өфөлә үткәрелгән халыҡ-ара «Китап байрамы»нда уның күсермәһе баш ҡалабыҙға ҡайтарылды! Башҡортостанға бәрәкәт, ҡот эркелһен ине изге китап менән! Тиҙҙән Ташкентта мөһабәт Ислам цивилизацияһы үҙәге үҙ ишектәрен асасаҡ. Бик тәфсирләп, урын-еренә еткереп төҙөлә был ғәләмәт дәү бина. Хәҙрәти Имам комплексында башҡорт телендә сыҡҡан Ҡөрьән китабы ла бар, уны 2022 йылда үткән Үзбәкстан һабантуйында ҡатнашҡан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тапшырған.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2023) һанында уҡығыҙ.