-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
22 Июнь 2023, 09:51

Разведчик Миңлеәхмәт

82 йыл элек, 1941 йылдың 22 июненең тып-тын таңында, илебеҙгә фашист Германияһы мәкерле рәүештә баҫып инә. Тарихта тиңе булмаған Бөйөк Ватан һуғышы шулай башлана һәм 1418 көн бара. Ғүмерҙәрен аямайынса ҡан ҡойғос алыштарҙа илебеҙ азатлығын һаҡлаусыларҙың батырлығы тарихта ғына ҡалмайынса, йәш быуын күңеленә күсһен тип тырышыу – мөҡәддәс бурысыбыҙ. Батыр разведчик Миңлеәхмәт Камилйәнов хаҡында яҙмабыҙ ҙа, яугир атай-олатайҙар хаҡындағы хәтирәләрҙе яңыртып, йәнә һәм йәнә ғорурлыҡ хисе уятыр, айбарлы ҡәүем дауамы икәнебеҙҙе иҫкә төшөрөп, рухыбыҙға көс өҫтәр.

Разведчик Миңлеәхмәт
Разведчик Миңлеәхмәт

Ғәжәйеп ғәййәр, шул уҡ ваҡытта үтә тыйнаҡ быуын ҡот осҡос яу яланындағы ажарлы алыштарын ҡаһарманлыҡ тип тә һанамай, ҡайҙа инде ул хаҡта күкрәк һуғып маҡтаныу. Миңлеәхмәт Камилйәновтың ҡыҙы Рәсимә ханым атаһының ниндәй разведчик булыуын инде үҙе олпат йәшкә етеп, шкаф эсендә һаҡланған хәрби документтарҙы өйрәнгәс кенә күҙаллай. Ә бала саҡта атаһынан өҙә-йолҡа ишеткәндәре әкиәт кеүек кенә хәтерендә ҡалған.
«Уның иҫәпһеҙ-һанһыҙ миҙалдарын тәтәй урынына уйнатып йөрөтә торғайныҡ, ҡәҙерләп алып ҡуя ла белмәйбеҙ, – ти ул, хәтирәләргә бирелеп. – Беҙ бәләкәй ваҡытта ауылда фронтовиктар күп ине. Кистәрен ҡапҡа төбөнә йыйылышалар ҙа, тәмәке тарта-тарта, һуғышта булған хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп ултыралар. Йор телле үҙҙәре, һәр береһе – Мостай Кәримдең Үлмәҫбайы кеүек. Ауыр булды, тигән бер һүҙ сыҡһа! Ә беҙ, балалар, ауыҙ асып, ҡыҙыҡ күреп тыңлайбыҙ. Атайымдың нисек «тел» алып ҡайтыуын һөйләүе хәтерҙә ҡалған. Командирҙары разведчик-элемтәсе атайыма һәм уның иптәшенә дошман биләгән ерҙән «тел» алып ҡайтырға задание бирә. «Әбейҙәр сыуағы башланған матур ваҡыт. Эңер төшөп килә. Баҫыу ситенән һуҙылған урман һыҙатынан китеп барабыҙ. Һеләүһендәй һаҡ үҙебеҙ, бөркөттәй осҡор күҙебеҙ. Игене йыйылған баҫыу буйлап алтындай һалам эҫкерттәре теҙелешкән. Ҡапыл бер эҫкерт артында ниндәйҙер шәүлә күҙгә салынды. Туҡтаныҡ, ҡолаҡтарҙы ҡарпайттыҡ: эҫкерт артында кемдер ҡыштырҙаған кеүек. Ике һикереүҙә янына барып еттек. Беҙҙе шәйләгән фриц, һаламды соҡоп, йәшенеп ҡалмаҡсы булған! Икебеҙ ике ботонан һөйрәп сығарҙыҡ та, ауыҙына сепрәк тығып, ҡулын бәйләп алып ҡайтып киттек», – тип мәрәкәләп көлдөргәйне атайым. Әлбиттә, һуғыш – мәрәкә түгел, һәм атайымдың ошолай асылып киткән сағын башҡа хәтерләмәйем...»
...Миңлеәхмәт Баҙыҡша улы 1924 йылдың 25 майында Благовар районының Оло Әрәмә ауылында тыуа. Ғаиләлә алты бала үҫәләр.
Колхозда тырышып эшләп быуын нығытҡан егет 18-е тулыу менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Бөйөк Ватан һуғышына хеҙмәт иткән урындан – Кемерово ҡалаһынан китә. Яу юлын Ржев эргәһендә башлап, I Белоруссия һәм II Белоруссия фронттарында һуғыша. Австрияны, Польшаны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша, Берлинға тиклем етә. Ә Берлинды алғансы Германияның нисәмә ҡалаһын яулай яугирҙәребеҙ! Миңлеәхмәттең «Ҡыҙылармеец кенәгәһе»нә индерелгән яҙмалар ҙа ул турала асыҡ һөйләй:
«Иптәш Сталиндың рәхмәтенә лайыҡ: 04.03.45 й. – Көнсығыш йүнәлештә Штаргард ҡалаһы оборонаһын өҙгән өсөн; 05.03.45 й. – Штаргард, Наугард, Польцин ҡалаларын, 07.03.45 й. – Голлнов, Штепенети, Массов ҡалаларын, 14.02.45 й. – Шнайдемюль ҡалаһын, 20.03.45 й. – Альтдамм ҡалаһын, 23.04.45 й. – Одерҙағы Франкфуртты, 02.05.45 й. Берлинды алған өсөн».
Бынан тыш, сая егет «Австрияны азат икән өсөн», «Чехословакияны азат иткән өсөн», «Польшаны азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән дә бүләкләнә. Ә юғары награда – «Ҡыҙыл Йондоҙ» орденын алыу тарихы иһә бүләкләү хаҡындағы рәсми ҡағыҙҙа тәфсирләп бәйән ителгән:
«1945 йылдың 2-3 мартында Штаргард ҡалаһы оборонаһын өҙгәндә ефрейтор Камилйәнов үҙен үтә ҡыйыу һәм бик тапҡыр элемтәсе итеп күрһәтте. Дошман артиллерияһы даими утҡа тотоу арҡаһында беҙҙең частар араһында бәйләнеш өҙөлгәйне. Уны асыҡлап, төҙәтерлек форсат юҡ, командованиеға ашығыс рәүештә йәшерен документтар илтергә кәрәк. Дивизия штабы начальнигы был бу­рысты ефрейтор Камилйәновҡа йөкмәтте. Камилйәнов шул минутта уҡ задание үтәргә юлланды. Китеп барған саҡта ул яңы хасил булған ҙур соҡорҙо күреп ҡала, янында – өҙөлгән кабель линияһы сымының ике осо. Ваҡыты ныҡ ҡыҫыҡ булһа ла, ул, туҡтап, сымдарҙы ялғай. Һәм эшләй башлаған элемтә линияһы аша батареяға фарман «оса»: беҙҙекеләрҙе утта тотҡан немец артиллерияһын юҡ итергә!
Дошман туптары тынғас, рота йәнә бер плацдармды – кәртә булып торған һуңғы бейеклекте яуланы. Бәйләнеште тергеҙгән, мөһим мәғлүмәтте ваҡытында алып барып еткергән Камилйәнов был уңышҡа ҙур өлөш индерҙе. Ул «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән бүләкләнеүгә лайыҡ.
Командир Гришаев.
17.03.1945».
Бөйөк Еңеүҙән һуң яҡташыбыҙ тағы бер йылдан ашыу Украина урмандарында бандеровсылар менән алыша. Тыуған яғына 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта.
Ҡайта ла, ут эсендә йөрөгән сағындағы хыялын тормошҡа ашырып, матур ғаилә ҡора. Йөҙ-һыны ла, күңеле лә гүзәл ҡыҙҙы һайлай Миңлеәхмәт. Хатта исеме лә үҙенекенә оҡшап тора – Миңленур. Миңленур ҙа, уның кеүек, алты балалы ғаиләлә үҫә. Атаһы бик диндар заттан була. Өҫтәл артына бергәләшеп ултырған һайын, доға ҡылып, балаларының балаларына аҡыл итеп ҡалдырырлыҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлай: «Бөтәбеҙ ҙә иҫән-һау булғанда, иң ябай ризыҡ та – батша һыйы». Бына шундай күркәм тәрбиә алған кәләш насип була батыр егеткә.
12 йәштән колхоз баҫыуында тары, сөгөлдөр утап, көлтә бәйләп үҫкән, 15 йәштән Свердловск өлкәһендә урман ҡырҡҡан Миңленур донъя көтөргә ифрат тырыш була. «Үлһәм, үләм, барыбер эшләйем!» – нимәгә тотонһа ла, шаярыу ҡатыш шулай талпынған егәрле лә, үткер ҙә Миңленурҙы колхозда Давыдов тип йөрөтәләр – Шолоховтың «Күтәрелгән сиҙәм» романындағы герой һымаҡ күреп. Ышаныс күрһәтеп, Шафран ҡасабаһындағы курстарға агрономлыҡҡа уҡырға ебәреүҙәре лә юҡҡа түгел.
Миңлеәхмәтте иһә башта ауыл советына секретарь итеп тәғәйенләйҙәр, унан, тауар белгесе булып, кибеткә тауар ташый, һуңғы йылдарҙа фермаға мал ҡараусы булып күсә. Фронтовик бер түгел, ике йорт һала, ултыртҡан ағастары – тотош бер урманлыҡ. Ҡатыны менән алты балаға: Хәлит, Хәлим тигән уландарға, Исфира, Рәсимә, Нәсимә, Рәзилә тигән ҡыҙҙарға ғүмер бүләк итәләр.
...Бәлә көтөлмәгәндә килә. Ҡышҡа тартым март иртәһендә уҙаман, атын егеп, эшкә барырға йыйына. Оло ҡапҡаны аса ла кире өйгә инә: «Ни эшләптер йөрәк ауыртып тора...» – ти ҡатынына. Уның йөҙө ҡағыҙҙай ағарыуын күргән Миңленур, ярҙам һорап, күршелә йәшәгән ағаһына йүгерә. Осоп тигәндәй кире ҡайтҡанда ире инде йән биргән була. Фронтовиктың ғүмере 48 йәшендә өҙөлә.
Атайҙарының вафатынан һуң балалары документтарын барлағанда уның хәрби билетында бер яҙмаға тап булалар: «Йөрәгендә ҙур етешһеҙлек (порок) булыу арҡаһында хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ». Ватанға яуыз дошман ябырылғанда тыумыштан килгән сирен сәбәп итеп боҫоп ҡаламы һуң ҡаһарман?! Атылып сығырға әҙер, илен янып-ярһып һөйгән йөрәк менән утлы-шанлы юлдарҙы үтә, һуғыштан һуң емерелгән донъяны тергеҙә, уның һуңғы тибешенә тиклем тормошто, ҡатынын, балаларын өҙөлөп ярата.
Мәғариф ветераны Рәсимә Миңлеәхмәт ҡыҙы Камилйәнова-Насированың күңеленән урғылып, аҡ ҡағыҙға төшкән ябай юлдарҙа – атаһына һәм уның яуҙаштарына ҡарата йыһандай рәхмәт хистәре:
Күпме һағыш, күпме ғазап булған,
Күпме булған ауыр кәртәләр.
Илебеҙ өсөн улар ғүмерен биргән,
Аяҙ булһын, тиеп, иртәләр.

Беҙҙең атайҙар ҙа яуға киткән,
Һаҡларға, тип, илде дошмандан.
Ун һигеҙе яңы ғына тулған
Йәш үҫмерҙәр генә булғандар.

Еңеү көнө етһә, йөрәк әрней,
Аға минең ҡайнар йәштәрем.
Һынауҙарҙа һынмағандар улар,
Ҡыйратҡандар дошман ғәскәрен.

Атайыбыҙ үткән һуғыш юлын,
Разведчик булып хеҙмәт иткән ул.
Күкрәгендә Ҡыҙыл Йондоҙ балҡый,
Саялығын байраҡ иткән ул.

Ғүмеркәйе генә ҡыҫҡа булды –
Атылып янған йондоҙ шикелле.
Йөрәккәйе гел дә һыҙлаһа ла,
Ҡолас ташлап, ярһып йәшәне.

Оноторлоҡ түгел, иҫтә ҡалһын,
Дөрләп янған уты, күмере.
Тыныс тормоштарға шатланайыҡ,
Тыныс тормош – бәхет сығанағы,
78 яҙ – Еңеү ғүмере.
Мәңгелек дан һәм хөрмәт илебеҙҙе фашизмдан ҡотҡарып ҡалған быуынға!

Фотолар – Рәсимә Камилйәнова-Насированың
ғаилә архивынан.

Разведчик Миңлеәхмәт
Разведчик Миңлеәхмәт
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: