-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
20 Июнь 2023, 15:22

Яуҙарҙа сыныҡҡан һөйөү

Журналист, яҙыусы кешене нимә илһамландыра? Мөхәббәтле яҙмыштар, кеше асыштары, фекерҙәр, яңылыҡтар, яңы офоҡтар, сәйәхәттәр. Үзбәкстанды барып күреү теләге менән күптән яна инем.

Яуҙарҙа сыныҡҡан  һөйөү
Яуҙарҙа сыныҡҡан һөйөү

Бер мәл телефон шылтыраны. Гөлназ, беҙ һине Тажикстанға саҡырабыҙ, беҙҙең инәйебеҙҙең тыуыуына 100 йыл тула, тине яғымлы тауыш. Сибай ҡалаһында йәшәгән, ғүмере буйы табип булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Сәлимә Усман ҡыҙы Биктимерова ине ул. Мин уға апрель айында Үзбәкстанға барырға йыйыныуымды әйттем. Тажикстандағы Жаббор Рәсүлев районы (элекке Пролетар) Мәҙәниәт ауылы ҡайһы тарафта икән ул? Икеһе лә Урта Азияла булғас, миңә улар араһы йыраҡ түгел кеүек тойолдо. Ҡайһы ҡалаға яҡын, тигәс, Худжантты телгә алдылар. Ә уға юл Ташкент аша үткәнен белгәс, ниәтем нығынды: барам! Еңел автомобилдә Сибайҙан килешләй Ташкенттан һине үҙебеҙ инеп алырбыҙ, тине Сәлимә апай.

 

Һаумы, Ташкент!
2018 йылдың июнендә Дағстанда ҡатын-ҡыҙҙар форумында танышҡайныҡ беҙ Надира Берекеева менән. Миңә Үзбәкстандан алып килгән сувенир тоттороп, ошо бабай һине беҙгә саҡырып торһон, тигәйне. Шул ҡарбузлы бабайҙы алып ҡайтып, һыуытҡысҡа йәбештереп ҡуйҙым. Йылы хистәр солғай ине уға күҙ төшкән һайын. Надира менән уңайы сыҡҡанда аралашып торҙоҡ. Тажлы зәхмәт мәлдәрендә лә хәл белеш­келәнек. Алдан һөйләшә биреп тә ҡуйғайныҡ, Ташкентҡа апрелдә йәки сентябрҙә килергә кәңәш иткәйне Надира. «Сөнки йәй айҙарында беҙҙә ныҡ эҫе була. Ҡояш тура төшкән урындарҙа – 70-кә, күләгәлә 40-ҡа ҡәҙәр етә», – тигәнен дә күңелемә һалып ҡуйҙым. Бына бер мәл йондоҙҙар бер епкә теҙелде. Саҡырыу алғас, Надираны күрмәй, Ташкент менән танышмай ҡайтып китмәйә­сәгемде аңланым. Ниәтем – башта Ташкентҡа барыу, аҙаҡ сәфәрем Урта Азияға саҡырыусылар менән дауам итер. Самолет тура осҡан рейстарҙы ҡарап, билет алдым. Надира ҡаршы­лаясағын белдерҙе. Көткән кеше булғас, өйҙән еңел генә йыйынып сығып киттем. Ташкентҡа самолет билдәләнгән ваҡытҡа төштө. Тиҙҙән беҙ Надира йәшәгән Алишер Навои мәхәлләһенә елдерә инек инде.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2023) һанында уҡығыҙ.

Яуҙарҙа сыныҡҡан  һөйөү
Яуҙарҙа сыныҡҡан  һөйөү
Яуҙарҙа сыныҡҡан һөйөү
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: