-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
30 Ноябрь 2022, 16:22

Һүнмәҫ усаҡ балҡышы

Йәндәремә йылы эҙләп,Талпынам һиңә, Ҡыпсаҡ!Һиндә – ҡайным һалған йорт та,Ҡәйнәм ҡабыҙған усаҡ...Ҡәйнәм ҡабыҙған усаҡ! Күпме кеше йылынды икән ул ҡабыҙған усаҡтарҙан? Ҡайҙан алған ул киләсәктә ғаләм балҡытыр йылылыҡты? Ожмахтарға тиң булған тыуған ауылы Аралбайынанмы, бормаланып аҡҡан бөҙрә таллы Һаҡмары­нанмы, бала саҡ эҙҙәрен һаҡлаған, тормошта ҡаялай ныҡ булырға өйрәткән Ҡурҡысынанмы?

Һүнмәҫ усаҡ балҡышы
Һүнмәҫ усаҡ балҡышы

Эйе, әҙәм балаһы бар изгелек-яҡшылыҡты, иман-һөйөүҙе ғәзиз тыуған ере һәм яҡты донъяға тыуҙырған атай-әсәй һутынан ала. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Аллабирҙе Илһаметдин улы менән Мәғәзирә Хаммат ҡыҙы ғаиләһендә 1955 йылдың 12 июлендә ҡабынған ҡәйнәмдең ғүмер усағы. Ғаиләләге баш бала Роза ярҙамсыл, хәстәрлекле ҡыҙ булып үҫә. Ә һеңле-ҡустыларына өлгөлө, ҡурсалаусы апай ғына түгел, үҙ артынан эйәрткән, юғары уҡыу йорттарында белем алырға һәм тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам иткән, усаҡ ҡабыҙырға өйрәткән яҡты маяҡ төҫлө була. Ғаиләлә улар ете бала тәрбиәләнә.
1977 йылда йәш уҡытыусыны Йылайыр районының Йомағужа урта мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Көсө-дәрте ташып торған аҡыллы мөғәллимә ең һыҙғанып эшкә тотона һәм уҡыусылар күңелендә усаҡ – белем усағын ҡабыҙа. Һәр саҡ юғары зауыҡ менән кейенгән, ҡояштай көләс, талапсан уҡытыусы апайҙарын бик ярата уҡыусылары, сөнки уның һәр дәресе юғары кимәлдә, төплө белем менән һуғарылған була. Бер аҙҙан ул ситтән тороп юғары уҡыу йортон да тамамлай. Мәктәп коллективы тырыш, егәрле Роза Аллабирҙе ҡыҙына ҙур өмөт бағлай.
Яҙмышына күктәр тарафынан яҙылған бәхетен дә Ҡыпсағында осрата ул – осҡор ҡарашлы, баҫҡан ерендә ут сәсрәтер, дыуамалыраҡ холоҡло, шаян Динислам ҡыҙ йөрәген яулай. Сәстәре бөҙрәләнеп төшкән, ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ һылыуға тәү күреүҙән ғашиҡ була егет, хатта аҡсалы БАМ төҙөлөшөн ташлап ҡайтып төшә. Тиҙҙән, 1977 йылдың декабрендә, ике йәш йөрәк мәңгелеккә ҡауышып, гөрләтеп туй яһай. Хәҙер инде Роза, килен булараҡ, ғаилә усағын тоҡандыра, бейеме Сәғиҙә менән ун йылға яҡын бергә татыу йәшәй улар. Ҡыҙҙары Розалиә менән улдары Ришат тыуа. Ҡәртәсәй наҙына төрөнөп һөймәлекле, һөйөклө булып үҫә ҡолонсаҡтары. 1988 йылда йәш ғаилә үҙ йортон төҙөп башҡа сыға, яңы нигеҙҙә кинйәбикәләре Илгизә донъяға килә. Ҡыпсаҡтың иң шәп, дәртле, уңған килендәренең береһенә әйләнә тырыш һылыу. Донъяһы сынъяһау булып әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Емертеп донъя көтәләр йәштәр, күңелле лә, мәшәҡәтле лә ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнайҙар. Ауылдың өлгөлө, өлгөр ғаиләһе булып ихтирам ҡаҙаналар. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, бер-береһенән айырылмаҫ ҡуш йән булалар. Күркәм ғаилә ишләп мал-тыуар аҫрай, күпләп ҡош-ҡорт тота. Ял ваҡыттарында Аралбай ауылына ашыға улар, көмөштәй таҙа һыулы Һаҡмар йылғаһында һыу инеп, тыуып-үҫкән ерҙән – көс, туғандар менән осрашып йәшәүҙән дәрт-дарман алып ҡайталар шулай.
Ауыл тормошоноң, совхоздың гөрләп торған сағы. Динислам Мортаев механизатор булып эшләй, хеҙмәтендәге уңыштары өсөн уны Болгарияға юллама менән бүләкләйҙәр. Ә талапсан уҡытыусы, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары көслө математик, шәп ойоштороусы булып таныла, мәктәп, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы эшенә башкөллө сума. Төрлө тематик кисәләр, аҙналыҡтар, әңгәмәләр – былар кластан тыш үткәрелгән сараларҙың ҡыҫҡа ғына исемлеге. Роза Аллабирҙе ҡыҙы башланғысы менән «Икмәк булһа, йыр ҙа булыр», «Йомағужа бөркөттәре», «Йомағужа һылыуҡайы» кеүек матур саралар үткәрелә. Шундай йәмле, йәнле сценарийҙар оҫтаһы ла була ул.
2003 йылда Роза Мортаеваны Йомағужа мәктәбенә директор итеп билдәләйҙәр. Юғары идеяларҙы алға ҡуйып, район, республика кимәлендә маҡталып, ҙур уңыштарға өлгәшеп, мәктәп тормошо, уҡыусылар яҙмышы тип яна ул. Ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрҙәрен дә төплө эшкә өйрәтә. Уның һис ҡасан дәрескә әҙерлекһеҙ, план яҙмайынса йөрөмәүен, хеҙмәткәрҙәренән дә шуны талап итеүен коллегалары бөгөн дә оло ихтирам менән үрнәк итеп иҫкә ала. Дуҫтарына ул – үҙәктәргә үтерлек кәңәштәре менән йәшәүгә дәрт биреүсе, йөрәккә йылылыҡ өҫтәүсе әхирәт, ауылдаштары өсөн ишеге һәр саҡ асыҡ, бөтә ергә лә өлгөрөп, йүгереп йөрөгән алсаҡ, ихлас кеше булһа, туғандары өсөн әсәй урынына ҡалған ҡалҡан-таяныс ине. Ысынлап та, туғандарының аяҡҡа баҫыуына күп көс һала, барыһына ла тигеҙ өләшә ул йөрәк йылыһын. Бөтөнләй сит кешеләргә лә ярҙам ҡулы һуҙа: Өфө ҡалаһынан ауылға уҡырға килгән алыҫ таныштарының ҡыҙын үҙендә йәшәтеп, мәктәптең көслө уҡытыусылары ярҙамында Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләүе быға асыҡ миҫал. Ә серҙәш еңгәй булараҡ, күпме бикәстәренең күңеленә асҡыс тапты икән ул?! Никахтарын рәсми теркәүҙе матур итеп алып барған еңгәләренең кәңәштәрен алтындай тотҡан бикәстәр – хәҙер үҙҙәре бәхетле донъя көткән ҡатындар, әсәй-өләсәйҙәр.
Килен ҡәйнә усағынан ярала тигәндәй, улының йөҙ-һыҙаттары менән үҙенә оҡшап торған килен алып ҡайтыуын ҡәйнәм шатланып ҡабул итте. Ун йылға яҡын беҙгә терәк-таяныс булып, тел-ҡул ярҙамынан ташламай ҡурсалап, йылы ҡанаты аҫтына һыйындырып йәшәтте беҙҙе. Шатлыҡ­тарыбыҙға һөйөндө, көйөнөстәребеҙгә көйөндө. Шаян да, шат та, үткер һүҙле лә, һиҙгер йөрәкле лә ине ул. Эсе тулы ут булһа ла, һис кешегә һыр бирмәҫ сабыр, түҙем йән булды. Уның ҡомалаҡтан күпертеп бешергән икмәктәренең, ойотҡан ҡатығының, айыртҡан ҡаймағының, ҡайнатҡан ҡоротоноң иҫ киткес тәме һаман тел осонда торғандай. Ә ҡунаҡсыл кеше булараҡ, ҡәйнәмдең «һә» тигәнсе табын ҡороп ебәреүе!.. Ана шул күрше-күлән менән сөкөрләшеп сәй эсеүҙәр, бергәләшеп килен-кейәү сәйенә йөрөүҙәр, бәпес күрә килеүҙәр, иҫтәлекле байрамдарҙы билдәләүҙәр – ауыл тормошоноң ҡабатланмаҫ матур күренештәре йөрәккә уйылған. Ысынлап та, ихлас, асыҡ күңелле кешеләр йәшәй Ҡыпсаҡ ауылында. Шуға ла ҡәйнәм дә өҙөлөп яратты усаҡ ҡабыҙған ауылын. Минең күңелемдә лә килен булып төшкән еремә һөйөү сатҡыһы һалып өлгөрҙө. Юҡҡамы ни, минең дә йәнем, йылы эҙләп, Ҡыпсаҡ тип ашҡынмай бит...

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2022) һанында уҡығыҙ.

Һүнмәҫ усаҡ балҡышы
Һүнмәҫ усаҡ балҡышы
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: