-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
1 Сентябрь 2022, 16:15

Бәҙретдин вариҫтары

Һеҙҙең иғтибарға бер ғүмер тарихын тағатам. Ул ике генә йәшендә атай-әсәйһеҙ ҡалған. Тамырынан яҙһа ла, уҡып, кеше булған. Исемен Кама ГЭС-ы төҙөүҙә ҡатнашҡан аҫыл заттар рәтенә мәңгелеккә яҙған. «Иң яҡшы рационализатор ҡатын-ҡыҙ» булып танылған. Ҡыҙҙарына, ейәндәренә лайыҡлы тәрбиә биргән. Ер йөҙөндә нурлы, изге зат булып йәшәп киткән.

Бәҙретдин вариҫтары
Бәҙретдин вариҫтары

Балалар йорто
2022 йылдың 25 ғинуарында, 95 йәше менән барғанда, Нәҡибә Бәҙретдин ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсә. Ул Башҡортостандың Яңауыл ҡалаһы Иванай биҫтәһендә тыуа. Атаһы баһадир кәүҙәле, зирәк аҡыллы Бәҙретдин, йәшләй тол ҡалып, икенсегә өйләнә. Беренсе ҡатынынан ун бала ҡалһа, икенсеһе дүртәүҙе табып бирә. Шул икенсе ҡатынының өсөнсө ҡыҙы булып донъяға килә Нәҡибә. Уға ике йәш ярым булғанда, ҡустыһы Нәҡип тыуа. Бәҙретдин Сәхәбетдинов ер эшкәртеп иген сәсә. Баҫыуҙарында ялсы тотмай, бар эш ишле ғаилә ағзалары тарафынан башҡарыла. Һабантуйҙарҙа көрәш, ҡолғаға менеп бүләк алып төшөү буйынса ла Бәҙретдингә етеүсе булмай. Таш кибет тота. Уны мулла итеп билдәләйҙәр. Был уңыштарынан көнләшкән берәү ошаҡ яҙа. Бәҙретдинде, кулак тип, Себергә һөрөргә алып китергә киләләр. Ике йәшлек Нәҡибәгә яңы күлдәге өҫтөнә иҫкеһен ҡатлап кейҙерәләр. Кулактың әйберҙәрен тартып алырға килгән берәү, сабыйҙың кейеменә күҙе төшөп, яңыһын систереп ала. Атаһы артынан уны алып китмәүҙәрен һорап йүгергән оло апаһын тибеп кенә осоралар. Ауыр ҡайғынан мандый алмаған әсәйҙәре яҡты донъя менән хушлаша. Ҡустыһы Нәҡип ун көнлөк кенә булып ҡала. Ҡайғылы көндәр килә. Күп тә үтмәй өләсәйҙәре лә донъя ҡуя. Етем ҡалған балалар кейәүгә сығып башҡаланған өлкән апайҙарының, әлеге көндә лимонарий етәксеһе Фәриҙә Вәли ҡыҙы Садиҡованың өләсәһе Йыһандың, өйөнә барып һыйына. Нәҡибәне, тамаҡ аҫраһын өсөн, сабый бағырға, өй йыйыштырырға бер ғаиләгә тәғәйенләйҙәр. Ул унда шул хәтлем йонсой: хужабикә уны әрләп кенә ҡалмай, ҡул да күтәрә. Ҡыҙ ҡасырға мәжбүр була. Хәлимә апаһы унан, икенсе ғаиләгә сабый бағырға бараһыңмы, әллә балалар йортонамы, тип һорағас, Нәҡибә «приют»ты һайлай. Хәлимә апаһы уны Удмуртиялағы Сарапул ҡалаһына алып бара, «кулак балаһы» тип йонсотмаһындар өсөн, исемен дә яҙмай, бары балалар йорто тупһаһында ҡалдыра ла үҙе ситтән ҡарап тора. Баланы алып инеп киткәндәрен күргәс, тынысланып ҡайтып китә. Татар телендә һөйләшә башлаған сабый үҙ исемен дә әйтеп аңлата алмай. Бары уның «Нәҡибә» тип әйткәненән «Нагибовалыр» тип фаразлайҙар. Тәрбиәсе Зоя уға үҙенең исемен ҡуша, ә атаһының исеме урынына Лениндыҡын алалар – Владимир. Башта балалар уны «татар» тип ҡыйырһыта. Нәҡибә яманлыҡҡа яуап бирмәҫкә, асыуланмаҫҡа өйрәнә. Яҡшы өлгәшә. Малайҙар араһында абруй ҡаҙанған Коля Рябцев уны үҙ ҡурсыуына ала. Буйсан, ҡуңыр йөҙлө, ҡуйы ҡара сәсле ҡыҙыҡай башҡаларҙан һылыулығы менән айырылып тора шул.

«Артек» – ғүмергә яҙған бәхет
1941 йылда Нәҡибәне Бөтә Союз пионер лагеры «Артек»ка путевка менән бүләкләйҙәр. Китапханала «Артек» хаҡында уҡып, унда барырға хыяллана башлай. Яҡшы өлгәшә. Мәктәп стена гәзитен сығарыуҙа ҡатнаша. Нәҡибә һүрәтте матур төшөрә, һыҙмалары тип-тигеҙ килеп сыға. Шулай итеп, хыялы тормошҡа аша – 7 июндә ул биш ҡыҙ менән «Артек»ка килеп төшә. Аҙаҡ унда үткәргән көндәрен «иң бәхетлеһе» тип атай. Лагерҙың юбилейына арнап ҡалын китап сығаралар. Нәҡибәнең яҙмаһы йыйынтыҡты асып ебәрә. 22 июнь кәмәлә йөҙөргә барырға тейеш булалар. Алдан артексыларға матроскалар тараталар. Уны карауат эргәһендә торған ултырғысҡа элеп, балалар йоҡларға ята. Иртән иһә һуғыш сығыуы хаҡында иғлан итәләр. Илаш, ҡаңғырыш башлана. Сөнки күбеһенең ерҙәренә илбаҫарҙар үтеп ингән, улар ғаиләләре өсөн борсола. 20 июль ҡайтырға тейешле Нәҡибә кире балалар йортона оҙатыла. Балалар йортонда тулы булмаған белем генә бирәләр, 7-се класты тамамлағас, Нәҡибә ҡайҙа барырға белмәй. Ул ваҡытта Ғәйнисафа апаһы, Екатеринбургта уҡытыусылар институтын тамамлап, кулак балаһы булғанлыҡтан, бер ҡайҙа ла урынлаша алмай, Яңауылға яҡын Татар Ураҙы мәктәбендә эшләй башлаған була. Мәктәп бинаһында уға йәшәргә бүлмә бирәләр. Нәҡибә апаһына килә. Үҙе Яңауылдағы тимер юлы мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡый башлай. 7 ноябргә мәктәптә стена гәзите эшләп ултырғанда комиссия килеп инә. Кемлеген асыҡлағас, уны пионервожатый итеп эшкә алып, мәктәптең интернатында ҡалырға рөхсәт итәләр.

Мәскәүҙән башланған юл
1945 йылда ул урта мәктәпте тамамлай. Дуҫ ҡыҙҙары менән Мәскәүгә текстиль институтына уҡырға инергә юллана. Әммә унда документтарҙы ҡабул итеү тамамланған була. Мәскәү торф институтының гидротөҙөүселәр әҙерләү факультеты студенты булып китә ул. Метро төҙөлөшөндә эшләп уҡый. Уны Нәҡип туғаны килеп таба. Ҡустыһын ПТУ-ға урынлаштырып ҡарай, үҫмер унан да ҡаса. Нәҡибә ҡустыһын кире балалар йортона ҡайтара. Диплом алғас, Кама гидроэлектростанцияһы төҙөлөшөнә инженер-конструктор итеп эшкә ебәрелә. Пермь тыуған яғына яҡын булғас, тап ошо ҡаланы һайлай. Уны бер аҙҙан диңгеҙ төбөн ҡаҙыусы махсус ҡоролмалы кәмә менән эшләгән земснаряд начальнигы итеп ҡуялар. Ҡырыҫ ирҙәр менән етәкселек итеү ҡыҙҙың холҡон боҙмай, бер ҡасан да һүгенеп һөйләшмәй. Бөтә Союзда таралған «Работница» журналында уның хаҡында маҡтап яҙып сығалар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бригадаһын алдынғылыҡҡа сығара. Бер шундай һушты алырлыҡ ваҡиғаға шаһит була уның ҡул аҫтында эшләгәндәр. Земснаряд кәмәһе ағым буйлап китә, Нәҡибә-Зоя уйлап та тормай уның артынан йөҙә. Аһ итәләр. Һәләк булып ҡуйыуы бар бит! Шунан һуң уға тағы хөрмәт арта. Хеҙмәте бихисап рәхмәт хаттары менән баһаланған. Комсомол комитетына һайлап ҡуялар. Бер митингта сығыш яһағанын күреп, секретарь итеп һайларға теләйҙәр. Зоя баш тарта. Буласаҡ тормош иптәше Борис Александрович Попков уның ҡул аҫтында механик булып эшләй. Ҡыҙҙың артынан йүгерә торғас, ризалығын ала, Кама ГЭС-ы төҙөлөп бөткәс, улар өйләнешә. Йәштәрҙе Новосибирск ГЭС-ына төҙөлөшкә ебәрәләр. Нәҡибә балаһын табырға Пермгә ҡайта. Сабыйҙарына Татьяна тип исем бирәләр. Йәш ғаилә Пермдә төпләнә. Нәҡибә телефон заводына конструктор булып урынлаша, аҙаҡ партия ҡушыуы буйынса, ул бөтә Союзда ҙур завод һаналған Камкабелгә юллана. Төҙөлөш Пермь ҡалаһы ситендә барған була. Фатир бирәләр, тигәнгә ризалаша. Ысынлап та, ғаилә фатир ала. Татьяна һөйләүенсә, өләсәһе Зоя Прокопьевна ҡорам эргәһендәге ике ҡатлы йортта алты балаһы менән йәшәй. Нәҡибәнең ҡәйнәһе бойорорға, үҙ һүҙен генә һүҙ итергә яратҡан, уҫал ҡатын була. Әсә наҙы күрмәй үҫкән килендең күңеле һөйөүгә сарсай. Тапҡан аҡсаһы дөйөм ғаилә мәнфәғәтенә китә. Шуға ла мөмкинлек булыу менән был өйҙән ысҡыныу яғын ҡарай. Татьянаға – дүрт, уның һеңлеһе Людмилаға ике йәш булғанда аталары ҡапыл ауырып донъя ҡуя.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: