+5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
30 Август 2022, 16:13

Моңло бер юламан

Тормошоңда шундай ҙур йоғонто яһаған, ҙур әһәмиәткә эйә кешеләр була. Яҙыусы Сабир Шәрипов менән танышлығым – уҡытыусым Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы аша башланды. Яратҡан уҡытыусыбыҙҙың тормош иптәше Сабир Шәрипов тигән яҙыусы, тигәс, быға хәтлем ниңә иғтибар итмәгәнмен икән тип, уның «Хушлашмайым» повесын уҡып сыҡҡаным хәтерҙә.  Диплом алыр ваҡыт еткәс, эш хәстәре менән йөрөп ҡарайым, бер йәшлек улым барлығын белеү менән матур ғына итеп баш тарталар. Ә  минең улымды яслиға тапшырып, эшкә тотонорға иҫәп. Сөнки ирем әлегә уҡый, ғаиләгә минең эш хаҡым бик ярап ҡалыр ине. Унан ғына ла түгел, һөнәр эйәһе булырға, ошо өлкәлә нисек тә батып китергә лә кәрәк бит әле. Студент саҡта яҡташым Рәмил Ҡол-Дәүләт БДУ-ны уҡып бөткәс тә мөхәррир булып Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә алынған тигән даны йөрөнө. Минеңсә, «Китап»ҡа тәжрибә туплаған, бик грамоталы кешеләр генә эшкә килергә тейеш кеүек ине. Мин дә университетты ҡыҙыл дипломға тамамлайым, тик ҙур-ҙур етди китаптарҙы төҙәтеүе, ай-бай, нисек яуаплы. Ҡыҫҡаһы, мөхәррир булырға хыялланыу ҙа ҡурҡытҡан мәлдә Зәйтүнә апай эшләгән кафедраға инеп сыҡтым.

Моңло бер юламан
Моңло бер юламан

– Эшкә урынлаштыңмы әле? – тип яғымлы өндәште уҡытыусым.

– Юҡ шул, әле һаман эҙләйем, барыһы ла шәп ҡыҙһың тип маҡтайҙар, тик берәү ҙә алам тимәй, – тип йылмаям.

– «Китап»ҡа барып ҡараманыңмы? – ти апай.

– Кисә генә унда булғайным, урын юҡ тиҙәр шул, – тием.

– Иртәгә һин тағы бар, тура Сабир ағайыңа ин, ул һине эшкә алыр, – ти Зәйтүнә апай. – Үҙеңдең китабыңды ла алып бар, – тип тә өҫтәй.

– Улай килешер микән? Үҙе сығарғас,  китап унда барҙыр ҙа әле, – тип ыуаланып китәм.

– Ә һин автографыңды яҙып бүләк ит! – тип йылмая уҡытыусым.

Шулай итеп мин Сабир ағайға, Левченко урамы, 2 а йортонда урынлашҡан Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә, киләм. Сабир ағай, дауыл кеүек өйөрөлә лә барыһын да йәһәт кенә хәл итә торған кеше ине. Уйланып ултырырға урын ҡалдырмай. Нишләптер ул ҡыҙҙарға «бәпәй» тип өндәшә ине.

– Әйҙә, Бәпәй, директорға инеп сығабыҙ. Ҡәҙим ағайыңды беләһеңме, Аралбайҙы?

Уны белмәгән ҡайҙа ул?   Ҡәҙим Абдулғәлим улы Башҡортостан Яҙыусылар союзында ҡулъяҙмамды ҡабул итеп алғайны. 1992 йылдың 2 апрелендә үткән Республика Йәштәр конференцияһында шиғри йыйынтығым нәшриәттә баҫтырып сығарырға тәҡдим ителгәйне. Ҡәҙим ағай ғаризама имза ҡуйып сығарҙы, артыҡ һорауҙар биреп йонсотманы. Сабир ағай үҙе эшләйем тип алғас, эшләр, тип уға тулыһынса ышаныс белдереүен аңланым. Сөнки Сабир Нәғим улы ул ваҡытта нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире ине. Мин шулай итеп мөхәррир булып киттем. Алдыма Миәссәр Басыровтың ҡалын йыйынтығы килеп ятты. Машинистка баҫҡандан һуң хәреф хаталары ҡалыуы мөмкин икән. Унан тыш китапты бүлектәргә бүлеү, мәғәнәһе яғынан тикшереү ҙә мөхәррир бурысы. Үҙ заманы өсөн бик талантлы шағир булған икән Миәссәр Басыров. Рәми Ғариповтың замандашы. Ҡулъяҙманан уның ярһыу рухы бөркөлөп торғандай. Шул арала Сабир ағай уның хаҡында белгәндәрен ҡолағыма төшөрә. Бик икеләнһәм, Абдулхаҡ Игебаевтың хәләл ефете Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙына бара һалам. Ул ихлас итеп аңлатып бирә. Кәрәкле һүҙлектәрҙән нисек эҙләргә, мәғлүмәт алырға өйрәтә. Шулай итеп, төшкән ерем затлы булды. Китап нисек эшләнгәнен үҙ елкәмдә татып өйрәнә башланым. Сабир ағай миңә көндән-көн нығыраҡ ышанды. Сөнки мин уның һәр һүҙен йотҡан, отҡан тыңлаусан, һәләтле уҡыусыһына әйләндем.

Китап донъя күргәс, уның хаҡында мәғлүмәтте яҙырға ҡуша ине. Яҙып индергәс, күҙлеген кейеп, ауыҙын ослайтып,  минең ҡағыҙға текәлә. Ҡулы артынан күҙ эйәрмәй. Яҙғаным күҙ алдында бер стилгә әйләнә, матур һүҙҙәр менән баҙлатыла, яңы һөйләмдәр өҫтәлә. Шунда мин бәләкәй генә тексты нисек «йылытып» була икәненә төшөнәм.

Сабир ағай үҙ редакцияһын яҡлаусы, һүҙ тейҙермәй һаҡлаусы, барыһын да үҙ яуаплылығына алыусы етәксе булып хәтергә уйылған. Аяҡлы энциклопедия ине ул. Ҡайҙа, ниндәй ҡулъяҙма ятҡанын биш бармағы кеүек белә. Һәр яҙыусы менән уртаҡ тел таба. Ә беҙҙең ҡунаҡтар ҙа ябай түгел шул. Назар Нәжми, Мостай Кәрим, Нәжиб Асанбаев – уларҙың һәр ҡайһыһы менән осрашыу яҡты, матур бер хәтирә. Татарстан әҙиптәре менән дә  бик дуҫ булды Сабир ағай.

Бер ваҡыт Мәскәүгә делегация ебәрергә булдылар. Профсоюз йыйылышы йыйып, «Китап»тан кем барырға тейешлеге билдәләнде. Бер тауыштан хәҙмәткәрҙәр «Сабир барһын!» – тиеште. Ваҡыт үтеп, тауыштар баҫыла төшкәс, Сабир ағай был сәфәрҙән минең файҙаға баш тартты. «Йәш кеше бит, барһын, күрһен, мин ул Мәскәүҙә уҡыған кеше әле», – тине, эше күплеккә һылтанып. Шулай итеп, миңә Мәскәүҙә китап күргәҙмәһендә бер аҙна эшләү, «Рәсәй» ҡунаҡханһында йәшәү бәхете йылмайҙы. Тәү тапҡыр Рәсәйҙең йөрәге – баш ҡалабыҙҙы мин  Сабир ағайҙың хуш күңелле кеше булыуы арҡаһында күрҙем. Күңелем үҫеп ҡайттым.

Йәш шағирҙарҙың ҡулъяҙмалары менән эшләүҙе лә ул миңә ышанып тапшырып ҡуйҙы. Аспирантурала фольклор бүлегендә уҡып йөрөгәс, халыҡ ижады буйынса йыйынтыҡтар минең ҡарамаҡҡа күсте. Шиғриәт, фольклор йыйынтыҡтарына ҡанат ҡуйыу – мине байытты ла, тәжрибә лә бирҙе.

Бер редакцияға алсаҡ ҡына, бөҙрә сәсле  ир килеп  инде. Шап иттереп уның ҡулъяҙмаһын өҫтәлемә һалды Сабир ағай.

– Әйт, шағир бармы? Һин нимә тиһең, шул булыр! Өтөрөн дә, нөктәһен дә ҡуйып тормаған, малай! – тип әрләне лә үҙе теге һылыу ир менән аралашыуын дауам итте. Мин шул арала ҡулъяҙмаға күҙ һала һалып алдым. «Бар, ниңә булмаһын, бынамын тигән шағир, өтөрөн дә, нөктәһен дә үҙем ҡуйырмын, Сабир ағай!»  – тип өндәштем тулҡынланып. Был ир кем булған тиһегеҙме? Ғилман Ишкинин. Аҙаҡ «Шаңдау» йыйынтығында уның йыйынтығы баҫылды. Был китап авторҙарының һәр ҡайһыһы менән аралашып, ярҙам итеүемә әле булһын улар рәхмәтле.

Маһиҙә апай хаҡлы ялға киткәс, яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина Сабир Нәғим улының урынбаҫары булып ҡалды. Һәр күренешкә, ваҡиғаларға төптән ҡарай белеү, йән яҡындарың менән күңел утрауы төҙөү һәләте тап ошо мәлдә һалынды. Әлеге мәлдә «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән Олия Әнәс ҡыҙы Ғиләжетдинова ла уның мәктәбен үткән кеше. Улар бихисап. Һәр береһен һанай китһәң, бармаҡтар етмәҫ.

Сабир ағайҙың күңеле балаларса саф ине. Үҙе кешеләрҙе яратты. Берәүгә лә насар өндәшкәнен, һауалы булғанын хәтерләмәйем. Бары ихласлығы менән хайран ҡалдыра ине. Беҙ, Гөлсирә апай, Олия, уны ҡурсаларға тырыша инек.

Иҫ киткес ыҫпай йөрөнө ул эшкә. Һәр ваҡыт үтекләнгән күлдәк, салбарҙа, ҡып итеп торған башҡорт зыялыһы тиеп әйтергә була ине уға ҡарап. Бер ваҡыт телефон шылтыраны. Гөлсирә апай һөйләште лә трубканы һалғас, беҙгә бышылдап ҡына өндәшә:

– Ҡыҙҙар, Сабир ағай бөгөн яңы ботинка кейеп килгән бит, Зәйтүнә апай әйтте, төп яҡтан сыҡһа, әйтегеҙсе берәй килешле һүҙ, тип йылмая үҙе. Нимә тигәнбеҙҙер, ағай яңы кейгән әйберенә лә сабыйҙарса ҡыуана ине. Ә миңә ул бына шулай ыҫпай көйө тыуған һәм шулай тейеш тип ҡабул ителгәйне. Тағы ла мин уны атайым кеүек күрә инем. Ул ҙур-ҙур әҫәрҙәр яҙған, баһалы әҙиптәр менән аралашҡан кеше – ваҡ булманы. Һәр ваҡыт ирҙәрсә ныҡ, тура һүҙле, әммә кеше күңелен уйлаған, уны кәмһетмәгән, ә үҫтергән йомарт, алсаҡ уҙаман ине ул.

Белорет районының Баҡый тигән төпкөл генә ауылында, 1948 йылдың 20 мартында тыуған Сабир Нәғим улы. Президент Мортаза Рәхимовтың ҡулынан атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен алғас, ҡолағына нимә бышылдаған тиһегеҙме? – Беҙҙең ауылға электр уты   үтмәгән, үткәрһәгеҙсе шуны, – тигән икән ул, баҡтиһәң. Шунан күп тә тормай, Баҡыйға свет үтте. Ағайҙың һөйөнгәнен күрһәгеҙ!

– «Китап» нәшриәте менән хушлашып, Сибайға эшкә юлланғанда, Гөлсирә апай менән Олияның күҙ йәштәрен күргәс: «Иламағыҙ, мин бит донъяла булам, тағы күп тапҡырҙар күрешербеҙ»,  – тигәйнем, аптырауға ҡалып. Ярты йылдан үҙебеҙ төҙөгөн күңел утрауынан сыҡҡанымды аңланым. Матур кешеләр менән аралашып йәшәү бәхетенең ниндәй булыуын ваҡыт үткәс кенә төшөнөп,  үҙем дә түгелеп илап ебәрҙем. Ә мин ул ваҡытта донъя шулай, бар ерҙә лә рәхәт икән тигәнгә ышанғайным. Тәүге коллективымдың шулай эшлекле булыуын, ғүмерлек кәрәкле һөнәргә өйрәтеүен, күңелемде бөтәйтеүен әле генә аңлайым. Ул минең старт булған. Әлбиттә, аҙаҡ Гөлсирә апай менән дә бер редакцияла, «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһында, бергә эшләнек. Әммә теге ваҡыт ҡабатланманы. Ә Сабир ағай менән бер аҙҙан тағы юлдар киҫеште – мин «Ағиҙел»дә яуаплы секретарь булғанда, ул проза бүлеген етәкләне. Уйлап ҡарағыҙ, нәфис журналдың яртыһын Сабир ағай тултыра. Шунан үҙе лә мәҡәлә яҙырға өлгөрә, әҙәби-мәҙәни яңылыҡтар ҙа уның күҙаллауы аша үтә,  мәғлүмәтте йәһәт кенә яҙып тултыра һала. Эшсән кеше ине ул. Шаҡ-шоҡ шахмат уйнауы, ҡапыл рәхәтләнеп шарҡылдап көлөп ебәреүе, байрамдарҙа гармунын аңлап моңланыуы – һаман ҡолаҡта яңғырап торғандай.

Зәйтүнә апай – уның өсөн илһамы ла, терәге лә булды. Моғайын да, иң яратҡан, иң ышанған, иң таянған кешеһе лә ул булғандыр. Сөнки ике һүҙҙең береһендә «Зәйтүнә апайың» тип ҡабатлар ине. Ул ҡатыны менән сикһеҙ ғорурланды. Фән докторы бит ул. Иң тәүге уҡыусыһы, шәхсән тәнҡитсеһе, яҡлаусыһы ла. Ҡыҙҙарына ла ағайҙың наҙлы мөнәсәбәтен тоя инек. Аҙаҡ ейән-ейәнсәрҙәренә сикһеҙ һөйөүен күрҙек. Камилды үҙенә оҡшатып яраттыҡ.

Сабир ағай башҡорт әҙәбиәтен донъя күләмендә танытыр зат ине. Беҙ уның менән Ҡаҙағстанға бергә сәйәхәт ҡылдыҡ – төрки донъяһы әҙәбиәт журналдары конгресына саҡырылғайныҡ. Ағайҙың ҙур романдар яҙған әҙиптәр менән ихлас әңгәмә ҡороп, тиңдәр араһында тиң булып ултырыуын күреп күңелем булды. Сөнки ул тарихты яҡшы белде. Һәр әңгәмәне юғары кимәлдә алып бара ала ине. Көнсөл булманы ул. Юл ҡуйҙы, кешенең кәмселектәрен ғафү итте.

Ҡаҙағстанға барғанда Мәскәүҙә уның паспортына бәйләнделәр бит. Яңылышып бер графаһына «фрау» тип яҙғандар, имеш. Оҙаҡ яфаланылар ағайҙы. Самолеттан тороп ҡалыу ҡурҡынысы бар ине. Бер аҙҙан ағай килеп сыҡты: «Фрау түгеллегемде иҫбат итергә тура килде», – тип йылмайҙы ул ҡыҙара-бүртенеп. Мин ул ваҡытта көлөр хәлдә түгел инем, аҙаҡ ҡына иҫкә төшкәндә шарҡылдап алырға бер сәбәп булды.

Проза яҙа башлауымда ла Сабир ағайҙың йоғонтоһо ҙур. «Алып кил хикәйәңде, ҡарайыҡ!» – тигәс, индереп бирҙем. Сыбарлап, матурлап бөткән ине ул. Ниңә бының шулай, тегенең улай булыуын төҙәтеүҙәрҙән аңлап, һәр һөйләмен ҡайтанан күңел күҙәүенән үткәргәс, Сабир ағайҙың ниндәй оҫта булыуына һоҡлана инем. Тотош бер прозаиктар армияһын булдырыуы ла үҙе бер феномен, шаҡ ҡатҡыс күренеш.

Ә уның китапҡа исем ҡуя белеүе – үҙе бер талант! «Ай ҡапҡаһы», «Һағынырмын ямғыр елен» – минең китабыма ул ҡушҡан исемдәр. Һүҙ байлығы күңел байлығы менән үрелеп, ғәжәйеп бер йылылыҡ хасил итеү һәләте бар  ине ул исемдәрҙән.

Сабир ағай минең хаҡта Зилә Ғәлләмова фильм төшөргәндә ижадым хаҡында үҙ фекерен әйтте. Кем һинең хаҡта әйтә алыр тигәс, тап Сабир ағай күҙ алдыма килде шул. Матур бер иҫтәлек булып ҡалды.

Ғаиләләрендә, йыш булмаһам да, була торғайным. Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы ғүмер буйына иң ҡыйын саҡтарҙа  кәңәшсем, күңел баҫҡан кешемә әйләнде. Күрешкәндә Сабир ағайҙың яҡты хәтере йәнләнә, ҡыҙыҡтарҙы иҫләп көлөшәбеҙ, һағынабыҙ. Ул һаман беҙҙең арала кеүек, әммә ул ғына беҙгә етмәй. Эх, тиһең дә бит... Йәшәйһе  лә йәшәйһе, бай тәжрибәһен романдарына яҙып ҡалдыраһы ине уға. Эш кешеһе өйҙә генә ултырып сыҙамағандыр инде. Яҙып ҡына өйҙә ултырыуҙы мөрхәтһенмәгәндер. Күңеле гел кешеләргә, юлға тартылды. Йырҙары юлдарға уралды. Юл хикмәттәрен яҙҙы.

Гөрләтеп етмеш  йәшен үткәргәйнек кенә бит. Яҙыусылар менән бер ғаилә булып күңел астыҡ. Ағай көр һәм энергияһы ташып торған уҙаман булып алдыбыҙға баҫты. Эргәһендә һәр ваҡыт нәзәкәтле, зауыҡ менән кейенгән Зәйтүнә апай. Тик ағайҙың ғүмере бик иртә өҙөлдө. Ул үлде тигәс, ҡысҡырып илап ебәрҙем. Шул хәтлем ауыр булды уны юғалтыу. 2018 йылдың 31 авгусы китте ул баҡыйлыҡҡа. Уның  урыны һаман буш. Тулыланырға уйламай ҙа. Уның кеүек кеше юҡ та, булмаҫ та тием дә ҡуям. Ғаиләһе генә түгел, ана күпме яҙыусы унһыҙ терәкһеҙ, етем ҡалды. Яҡты исемен, ижадын ҡалдырҙы. Уның хаҡында хәтер мәңге йөрәктәрҙә һаҡланыр.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас в