-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
22 Март 2022, 11:05

Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, күренекле башҡорт шағирәһе Фәүзиә Юлдашбаеваның тыуыуына – 75 йыл

Фәүзиә Ураҙйән ҡыҙы Юлдашбаева 1947 йылдың 22 мартында Хәйбулла районы Әлибай ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылында башланғыс кластарҙы тамамлағас, уҡыуын Юлдыбай урта мәктәбендә дауам итә.1963 йылда «Юлдыбай» совхозының Һаҡмар фермаһында һауынсы булып эш башлай. Баймаҡта ауыл хужалығы техникумын тамамлаған тырыш ҡыҙҙы хисапсы итеп үрләтәләр. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ҡунаҡхана мөдире вазифаһын башҡара.

Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, күренекле башҡорт шағирәһе  Фәүзиә Юлдашбаеваның  тыуыуына – 75 йыл
Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, күренекле башҡорт шағирәһе Фәүзиә Юлдашбаеваның тыуыуына – 75 йыл

Фәүзиә Юлдашбаева башҡорт әҙәбиәтенә уҙған быуаттың 80-се йылдарында килә. 1992 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы итеп ҡабул ителә. Шағирәнең тәүге йыйынтығы – «Һаҡмар муйылының күҙе ҡара» китабы – 1985 йылда донъя күрә. Артабан бер-бер артлы «Йылайырым – йырлар йырым», «Сәхрәләргә сығам», «Ҡояш сатҡыһы», балалар өсөн «Бесәй ни өсөн мырлай?» китаптары баҫыла. Фәүзиә Юлдашбаеваны «нескә тойғоло лирик шағирә» тип нарыҡларға булалыр, сөнки һәр әҫәре күңел кисерештәренән туҡылған, улар моңсан, уйсан. Шулай уҡ халыҡ ижадына таяныу, фәлсәфәүи ҡараш та – шиғриәтенең төп һыҙаттары. Әҙибә сатира һәм юмор өлкәһендә лә, балалар әҙәбиәтендә лә берҙәй уңышлы ижад итә. Ләкин иң ҡыҙғанысы шул: ғүмере иртә өҙөлә уның – Фәүзиә Ураҙбай ҡыҙы 1996 йылдың 8 авгусында, 49 йәшендә генә, донъя ҡуя.

Автор:
Читайте нас: