+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
24 Декабрь 2021, 15:30

Башҡорт еренең тоғро ҡыҙы ине

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны Наилә Мәүлитбай ҡыҙы Фәхриеваны (Садыҡованы) башҡорт еренең тоғро ҡыҙы булды, тип иҫкә алабыҙ. Уның бөтә булмышы, йәшәйеше халҡына хеҙмәт итеүгә, уның көнкүрешен яҡшыртыуға арналды. Ул Ишембай ҡалаһында һәм районында  ғына түгел, тотош Башҡортостанда билдәле һәм абруйлы финансист-етәксе ине. Муниципаль район башлығы урынбаҫары, хакимиәттең финанс бүлеге начальнигы вазифаһында сирек быуат алыштырғыһыҙ белгес булды!

Башҡорт еренең тоғро ҡыҙы ине
Башҡорт еренең тоғро ҡыҙы ине

Ундай етәкселәр республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Үкенескә күрә, 2021 йылдың 18 ноябрендә уның ғүмер сәғәте мәңгелеккә туҡтап ҡалды.

Наилә Мәүлитбай ҡыҙы 1952 йылдың 23 декабрендә Төркмәнстан ССР-ының Чарджоу ҡалаһында донъяға килә. Атаһы Мәүлитбай Йосоп улы Садыҡов – тамырҙары менән Маҡар (хәҙерге Ишембай) районы Кинйәбулат ауылы егете, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, әсәһе Хәсәнә Нәжип ҡыҙы Әүхәҙиева – Татарстандың Туҡай (хәҙерге Әтнә) районы Чымбулат ауылы ҡыҙы, тыл хеҙмәткәре. 1955  йылда Садыҡовтар ғаиләһе аталарының тыуған яғына күсеп ҡайта. Кинйәбулат ауылында үткән бәхетле бала сағы хәтирәләре Наилә Мәүлитбай ҡыҙын бөтә ғүмере буйына йылытты. Ошо матур ауыл хаҡында һүҙ сыҡһа, уның күҙҙәре изгелек нуры һәм шатлыҡ менән балҡый ине. Кинйәбулатты ул ғорурлыҡ менән, атайсалым, тип атаны.

Садыҡовтар нәҫеленең XVIII быуаттың 70-се йылдарынан Кинйәбулатта йәшәүе билдәле. Улар эшһөйәр, хужалыҡсыл, тәрән аҡыллы булыуҙары менән айырылып торған. Наилә Мәүлитбай ҡыҙы ошо данлы Садыҡовтар нәҫеленең юлын лайыҡлы дауам итеүсе булды. Ул ҡалдырған изгелек яҡтылығы, хеҙмәт ҡаҙаныштары, күңеленең сафлығы күптәрҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Халҡының тоғро аҫыл ҡыҙы туғандарына ныҡлы имәндәй терәк, таяныс ине. Ауыл уҡытыусыһы, иҡтисадсы, ауыл хужалығы идаралығының баш иҡтисадсыһы, план комиссияһы рәйесе, Ишембай район советы халыҡ депутаттарының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Ишембай ҡалаһы һәм районының пенсия фонды идаралығы начальнигы, Ғафури районының Финанс идаралығы начальнигы, Башҡортостан финанс министрлығы идаралығының Ишембай районы буйынса начальнигы, Ишембай районы хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары – бына хеҙмәт биографияһының сағыу биттәре. Логик фекерләү, аналитик аҡыл, шәп хәтергә эйә Наилә Мәүлитбай ҡыҙы Фәхриева, үҙ һөнәренең оҫтаһы,  юғары квалификацияға эйә, һәләтле, алдан күреүсе етәксе булараҡ, күптәрҙең ихтирамын яуланы. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр ваҡыт район бюджеты программаһын оҫта итеп ҡора ине. Уның тәҡдиме һәм ярҙамы буйынса ҡалала матур ЗАГС бинаһы, яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары үҫеп сыҡты, атай-әсәйҙәренең ҡарауынан ҡалған балалар өсөн социаль приют барлыҡҡа килде. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында Петровский балалар йорто бинаһы хәҙерге талаптарға ярашлы төҙөкләндерелде, республикала иң яҡшыларҙың береһе тип табылған «Инсайт» психологик-педагогик һәм медик-социаль ярҙам үҙәге өсөн бина ремонтланып тапшырылды, бихисап ауылдарҙа фельдшер пункт­тары булдырылды, юлдарға асфальт түшәлде,  ауылдарҙың 80 процентына газ үткәрелде. Ғөмүмән, Наилә Мәүлитбай ҡыҙының булышлы­ғында райондың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн бихисап эштәр башҡарылды.

Ошоға сағыу миҫал – шанлы    90-сы йылдар... Олораҡ быуын, әлбиттә, айҙар буйына эш хаҡы, пенсия ала алмаған ауыр осорҙо онотмаған. Ишембай районы был ваҡытты еңелсә үткәрҙе. Наилә Мәүлитбай ҡыҙы Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары ойошмалары һәм предприятиелары менән үҙ-ара килешеп эшләүҙе яйға һалды. Ауыл уҡытыусылары ҡулалмашҡа мебель, көнкүреш техникаһы һәм башҡа кәрәк-яраҡ ала алды. Тап үҙе әйтмешләй, «ауыл ҡыҙы» булғас, унан да нығыраҡ ауыл кешеһен аңлаусы, уларға тиҙ һәм кәрәкле ярҙамды ойоштороусы булма­ғандыр. Тере ваҡытында уҡ ул ауыл кешеләренең үҙенә рәхмәтен ишетеп ҡыуаныу бәхетен татыны.

Наилә Мәүлитбай ҡыҙы юғары мәҙәниәтле, матур, изге, йомарт күңелле кеше ине. Уға, атаһы иртә мәрхүм булыу сәбәпле, туғандары һәм яҡындары өсөн терәк булырға, йөктө үҙенә алырға тура килде. Кәрәкле ваҡытта аҡыллы кәңәшсе ине. Хәстәрлекле ҡыҙ була белде. Ҡатын, әсә һәм өләсәй булараҡ үҙен раҫланы. Дуҫлыҡҡа тоғро әхирәт ине ул. Мул ҡуллы, уңған хужабикә, матур сәскәләр үҫтергән шәп баҡсасы ла булды һөйөклөбөҙ. Ул бәйләгән әйберҙәр ябай ғына түгел, башҡа берәүҙекенә лә оҡшамауы менән айырылып торҙо.

Тормош иптәше Ильяс Вәзих улы Фәхриев менән улар бынамын тигән балалар тәрбиәләне. Наил менән Әлиә, һөнәрҙәренең оҫталары булып танылып, тормошта үҙ урындарын тапҡан, хәҙер нәҫелдәренең изге йолаларын лайыҡлы дауам итә.

Наилә Мәүлитбай ҡыҙы, мәрхәмәтлелек акцияларын ойоштороусы булараҡ, ҡаланың һәм райондың йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнашты. «Эшсе ҡатын», «Айыҡ ауыл», «Эсмә, әсәй!», «Айыҡ өй, айыҡ урам, айыҡ ауыл» сараларының уның абруйы арҡаһында әһәмиәте артты, һөҙөмтәләре ҡыуандырҙы. Йәштәрҙә һәм үҫеп килеүсе быуында тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү буйынса ветерандар хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы оҙаҡ йылдар Ишембай районы ҡатын-ҡыҙҙар советын уңышлы етәкләне.

Ижади фекер йөрөткән киң ҡарашлы кеше, хаҡлы ялға сыҡҡас, өс йыйынтыҡ сығарҙы: «Минең ғүмерем тарихы. «Бүләк» (2017), «Ауыл ҡыҙҙары» (2020), «Бала сағым ауылы» (2021). Ғүмеренең ахырынаса яҙған ҡулъяҙмалары баҫылмай ҡала...

Наилә Фәхриеваның иле һәм халҡы алдындағы хеҙмәттәре лайыҡлы баһа алған. Ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» тигән юғары исемгә, «Финанс эше алдынғыһы» билдәһенә, «Ишембай ра­йонына хеҙмәттәре өсөн», «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы» уңайынан бирелгән миҙалдарға лайыҡ була, бихисап Маҡтау шаһәҙәтнамәләре менән бүләкләнә. Атаһы менән бер рәттән, уның хаҡында мәғлүмәт 2015 йылда «Башҡорт энциклопедияһы» фәнни-нәшриәт комплексы сығарған «Ишембай энцикло­педияһы» китабына индерелгән.

Ихтирамға лайыҡ Наилә Мәүлитбай ҡыҙы үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырҙы. «Уның хаҡында хәтер беҙ тере саҡта онотолмаҫ. Беҙҙең өсөн шул хәтлем яҡын һәм һөйөклө кеше ине. Тап ул әсәйебеҙ, ҡатыным булыуына ғорурланабыҙ һәм Аллаһы Тәғәләгә шуның өсөн рәхмәтлебеҙ. Уның беҙгә ҡарата бағлаған өмөт­тәрен аҡларға, уға лайыҡлы булып йәшәргә тырышасаҡбыҙ. Күңеле­беҙҙә рәхмәт тойғоһо мәңге йәшәр», – тиҙәр тәрән һөйөү һәм ихтирам менән тормош иптәше Ильяс Фәхриев, балалары Наил, Әлиә.

Яҡшы кешенән яҡты хәтер ҡала. Ул инде хәҙер, барлыҡ эштәрен теүәлләп, икенсе үлсәмдә тере ҡалғандарҙы йылыта. Хәтер юйылмай. Беҙҙең Наилә лә мәңге хәтерҙә буласаҡ.

Ғәлиә Ғөбәйҙуллина,

Ишембай ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас: