-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
25 Сентябрь 2021, 11:10

Беҙ һине хәтерләйбеҙ, Мария!

«Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» тигәндә беҙ йөҙ-ҡиәфәт сибәрлеген генә түгел, эске күркәмлекте лә күҙ уңында тотабыҙ. Тап күңел байлығы, ҡаһарман йөрәге менән барсабыҙға өлгө булып тороусы кеше – ҡарт өләсәйем Мария Ермолаевна Васильева тураһында һөйләргә теләйем. Яҙмам әсәйем хәтирәләренә нигеҙләнгән, әсәйемә иһә,  үҙ сиратында, уларҙы өләсәйем бәйән итеп ҡалдырған.

Беҙ һине хәтерләйбеҙ, Мария!
Беҙ һине хәтерләйбеҙ, Мария!

Ҡарт өләсәйем Мария 1888 йылда Лась-Сирма (башҡортса – шишмә) тигән сыуаш ауылында донъяға килгән. Шунда гүзәл ҡыҙ булып буй еткергән һәм ябай ҙа, бер үк ваҡытта ҡатмарлы ла ғүмерен тыуған ауылында үткәргән. Уйлап ҡараһаң, уның яҙмышында илебеҙ тарихын китап итеп уҡырға мөмкин! 1917 йылғы революция, граждандар һуғышы, ҡаты сирҙәр эпидемияһы, аслыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы – быларҙың бөтәһе лә ҡарт өләсәйем яҙмышы аша үткән.

Ләкин, дәүер нисек кенә ауыр булмаһын, тормош үҙ ағышы менән барған. Мария яҡшы егетте осратып, кейәүгә сыҡҡан, бер-бер артлы шалҡандай ике малай тапҡан. Йыл артынан йыл уҙған. Көнитмештәре еңел булмаһа ла, Мария балаларының, үҙенең киләсәге яҡшыраҡ буласағына өмөтләнгән. Йәйғор төҫөндәге хыялдар ҡорған һәм, уларҙы ысын итәм тип, баш күтәрмәй эшләгән. Ул замандағы крәҫтиән тормошо ҡатын-ҡыҙҙан ни тиклем ныҡлы һаулыҡ һәм ирҙәр сыҙамлығы талап итеүен әле күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.

Тап ҡоростай сәләмәтлеге һәм көслө йәшәү рухы ҡурҡыныс эпидемия тотош ғаиләләрҙе, хатта ауылдарҙы ҡырғанда уға иҫән ҡалырға ярҙам итә лә инде. Афәт уның ғаиләһен дә урап үтмәй. Ҡарт өләсәйем аяҡтан йығылып һуштан яҙа һәм бер ай буйы аңына килә алмайынса түшәктә ята. Изгелекле күршеһе ай дауамында уның ауыҙына ҡалаҡ менән һыу һәм һурпа һалып тора. Һушына ҡайтҡас, дәһшәтле сир ирен, ике улын алып киткәнлеген белеп, йөрәге туҡтай яҙа.

Әммә тормош дауам итә. Иҫән ҡалғандарҙы был донъяла әле үтелеп бөтмәгән юлы, ашайһы аштары, эшләйһе эштәре көтә. 45 йәшендә ҡарт өләсәйем икенсе тапҡырға кейәүгә сыға. Сергей бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән яңғыҙаҡ егет була. Саҡ ҡына алға китеп, шуны әйтәм: ул минең ҡарт олатайым буласаҡ һәм нәҫелебеҙ тарихында шаян һүҙле, изге күңелле бәһлеүән булып ҡаласаҡ. Ғаилә ҡорорға ынтылып тормаған буйҙаҡтар, ғәҙәттә, гүзәл затҡа ҙур талаптар ҡуйып һайлана. Мария иһә бик һылыу ҡатын була. Ләкин матурлығынан тыш, ул башҡа яҡшы сифаттары менән дә абруй яулай. Ауылда бит һәр кеше күҙ алдында. Сыуаш ауылдарында борон-борондан ҡатын-ҡыҙҙың уңғанлығы, сыҙамлылығы һәм һаулығы шәп булыуы баһаланған. Йыш ҡына ҡатындар ирҙәренән өлкәнерәк булған, был иһә ныҡ, ышаныслы ғаилә тормошоноң нигеҙе тип иҫәпләнгән. Мария иренең дә, уның туғандарының да ышанысын аҡлай. Баштараҡ  иһә Сергейҙың нәҫеле, Марияның егәрлелегенә һоҡланһа ла, бер ҙә өйләнмәгән ҡустыһының тол ҡатынды алыуын бик хушһынмаған була. 46 йәшендә Мария иренә Анюта тигән ҡыҙ табып бирә. Тағы ике йылдан Раиса (минең өләсәйем) донъяға килә. Ҡарт өләсәйемә 50 йәш тулғанда тағы бер ҡыҙҙары – Валентина тыуа.

Өс йылдан Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ҡарт олатайым Сергей йәше буйынса хәрби көстәр сафында хеҙмәткә тура килмәй. Уны «хеҙмәт» армияһына саҡыралар – элек төҙөлөш ғәскәрҙәрен шулай тип йөрөтәләр. Ҡарт олатайым тимер юлдар ремонтлай һәм төҙөй. Ҡыҫҡаһы, төҙөлөш батальоны һалдаты була.

1944 йылда ул хәтәр сир – туберкулез менән ауырып, демобилизациялана. Ҡарт өләсәйем, иң мөһиме – иҫән ҡайтҡан, һауығыр әле, тип ышана. Ләкин был өмөт, яҙғы ҡар ирегән кеүек, юҡҡа сыға бара. Шәфҡәтһеҙ сир үҙ ҡорбанына тырнаҡтарын нығыраҡ батыра, елеген һура. Ҡасан ғына әле баҫҡан ерендә ут сәсрәткән шаян ирҙе хәҙер таныуы ла ҡыйын була. Ҡулына иҫке гармунын алып, дәртле көйҙәр һыҙҙырғанда ла ул элекке кеүек шатланмай. Бейеү көйө ишетеү менән, әлегә бер ни аңламаған өс ҡыҙы тыпырҙатып төшөп китә. Ошондай минуттарҙа өйҙәренә бәхет ҡунаҡлағандай итә. Балалар аптыраша: тик ни өсөн әсәй менән атайҙың күҙҙәренән йәш сөбөрҙәп аға? Шул тиклем рәхәт һәм күңелле булғанда илайҙармы ни?  Еңеү көнөнә бер ай ҡала ҡарт олатайым мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Ғәзизенең кәүҙәһен ишек алдынан алып сыҡҡанда ҡарт өләсәйем һуштан яҙа.

Дарья ЧЕРНОВА.

Бишбүләк районы.

Редакциянан: Дарья Чернованың был яҙмаһы журналыбыҙ һәм Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ойошторған «Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ яҙмышында» конкурсында рус телендәге эштәр араһында икенсе урынға лайыҡ булғайны.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: