-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
26 Август 2021, 14:16

«Әсәй, мин ҡайттым!»

Бөйөк Ватан һуғышының данлы-шанлы йылдары арттараҡ ҡалған һайын, Еңеүҙе яулаған яугирҙәребеҙҙең батырлығы һәм тыл эшсәндәренең фиҙакәрлеге тураһындағы хәтер беҙҙең өсөн ҡәҙерлерәк була бара. 1941 йылдың 22 июнендә илебеҙгә ябырылған дошманға ҡаршы көрәшкә ир-егеттәр генә түгел, гүзәл заттар ҙа күтәрелә. Меңдәрсә ҡатын-ҡыҙ, көслө зат менән бер рәттән, Совет Армияһы сафтарына баҫа. Шуларҙың береһе – Орел ҡалаһынан Варшаваға тиклем яу юлдары буйлап үткән Бишбүләк ҡыҙы Вера Егоровна Чернова (Иванова) хаҡында һөйләргә теләйем.

«Әсәй, мин ҡайттым!»
«Әсәй, мин ҡайттым!»

Ерекле ауылы һылыуы Вера тыуған ауылы мәктәбендә ете класты тамамлағандан һуң, уҡыуын Каменка урта мәктәбендә дауам итә. Яу башланыуы ҡыҙҙың тормошон тамырынан үҙгәртә. Уның Совет Армияһында сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе ағаһы һуғыштың тәүге көнөнән үк фронтҡа китә һәм хәбәрһеҙ юғала. Ағаһын өҙөлөп яратҡан Вера быны бик ауыр кисерә. Ҡыҙҙың 1942 йылда «Ҡыҙыл тәре» курсына уҡырға барыуына ла ҡәҙерле кешеһен юғалтыу йоғонто яһағандыр.

Курстағы һылыуҙар бер маҡсат – дошманды тиҙерәк ҡыйратыу теләге менән яна. Буласаҡ шәфҡәт туташтары бер нисә ай дауамында яу яланында, хәрби госпиталдәрҙә кәрәк буласаҡ күнекмәләргә өйрәнә.

1943 йылдың 1 сентябрендә Вера, саҡырыу ҡағыҙы алып, фронтҡа юллана. Был ваҡытта уға 19 йәш була – йәшлегенең күкрәп сәскә атҡан мәле, ҙур бәхеттәр хаҡында хыялланып, яратып һәм яратылып ҡына йәшәйһе килгән сағы! Вера һәм уның әхирәттәре тормошҡа мөкиббән ғашиҡ, тыныс ваҡытты көн дә иҫкә төшөрәләр һәм тиҙерәк шул саҡтарға ҡайтырға теләйҙәр. Күңелдәрендә дошманға сикһеҙ нәфрәт  ҡайнаған кеүек, Тыуған илгә, ата йортона, тәпәй баҫҡан ергә, ғәзиз туғандарына һәм яҡындарына ҡарата һөйөүҙең дә иге-сиге юҡ. Һәм ул һөйөүҙе яҡларға кәрәк!   

Өфө ҡалаһында ант ҡабул итеү тантанаһынан һуң Вера 2575-се эвакогоспиталгә ебәрелә – фронт менән бергә алға барыусы ҡыҙыл тәреле санитар поезда яу юлын башлай.

 Эшелонға теҙелгән вагондар төрлө-төрлө була: таҡтанан эшләнгәндәре – аттар һәм һыйырҙар өсөн. Кухня, мунса, кер йыуыу урыны, ашхана ла таҡта вагондарҙа ҡулайлаштырылған. Бер нисә вагон, һәндерәләр һәм буржуйка мейесе ҡуйылып, хәрби госпиталь өсөн яйлаштырылған. Ҡыҙҙар айырым вагондарҙа йәшәй. Эшелонда шулай уҡ операция залы ла була. Медицина буйынса дәрестәр бригада өсөн ауыр көндәрҙә лә үткәрелмәйенсә ҡалмай.

 Состав фронтҡа табан бара. Йорт нигеҙҙәре көлгә әйләнеп, ҡара төтөндә быҫҡып ятҡан ауылдар, емерелгән ҡалалар аша үтәләр. Поезд һәр бәләкәй һәм ҙур станцияла туҡтай: алғы һыҙыҡтан килтерелгән яралы һалдаттарҙы госпиталгә алалар.

«Вера, Верочка» – яралы яугирҙәр шулай тип яратып йөрөткән яҡташыбыҙ күҙ дауалау бүлегендә эшләй. Снаряд ярсығы эләгеп, бер күҙенән яҙған, йәки бөтөнләй күҙһеҙ ҡалған йәш кенә егеттәрҙе күп күрергә тура килә уға. «Дөм һуҡыр ҡалғандар менән айырыуса ауыр була торғайны. Уларҙың буш күҙ соҡорон дауалау ғына түгел, бер нимәгә лә ҡарамаҫтан, йәшәргә кәрәк икәненә ышандырыу мөһим ине», – тип хәтерләй ул. Яҡты донъяларҙы күреүҙән мәхрүм егеттәрҙе йәлләп, ултырып илаған саҡтары ла етерлек була. Әммә оҙаҡ күҙ йәше түгер ваҡыт түгел – поезд алға бара, яңы яралылар тейәлә, уларҙы ҡабул итеп урынлаштырырға, йәрәхәттәрен эшкәртергә, ҡулдарына ҡалаҡ та тота алмағандарын ашатырға кәрәк.

Еңел яра алыусыларҙы шунда уҡ, эвакогоспиталдә, дауалап, яңынан фронтҡа оҙаталар, ә ауыр йәрәхәтләнеүселәрҙе тылға ебәрәләр. Яугирҙәр аҡ халатлы фәрештәләргә рәхмәттәр уҡып хушлаша.

Яу юлдарынан эвакогоспиталь Тула, Орел, Брянск, Бобруйск, Барановичи һәм башҡа ҡалалар буйлап үтә. Польшаның Лодзь ҡалаһында оҙаҡ торалар. Шәхси йорттарҙа йоҡлап йөрөйҙәр. Вера Егоровна шул саҡтар хаҡында беҙҙең менән дә уртаҡлашты, һөйләгәндәрен иҫкә төшөрһәк, әле лә йөрәктәр өшөй: «Снаряд өҙгөләгән бәләкәй балаларын күтәреп, ярҙам итегеҙ, тип үтенеп килгән әсәләрҙе, һыуына барған сабыйҙарын ҡосаҡлап ултырған был ҡатындарҙың аҡылдан яҙыр сиккә етеп ҡайғырыуын бер ҡасан да оноторлоҡ түгел...»

Күрәһең, әҙәм балаһына ул хәтлем дә хәсрәттәрҙе үткәреп, артабан йәшәрлек көстө, сабырлыҡты Хоҙай Тәғәлә үҙе бирәлер. Вера һымаҡ тал сыбығылай йәш ҡыҙҙар, һуғыштың ҡот осмалы шәфҡәтһеҙлеген күреп, бик иртә өлкәнәйә. Һуғыш аҙағына тиклем күптәренең сәсе салланһа ла, иҫән-имен Еңеүҙе ҡаршылауҙарына үҙҙәрен бик бәхетле тоялар.

«Көндәрҙән бер көндә урамда шат тауыштар ишетеп, йүгереп сыҡтыҡ, – тип хәтерләй Вера Егоровна. – «Урра! Еңеү!» – тип һөрән һалып, кешеләр бер-береһен ҡосаҡлай, үбә. Шатлыҡтан башта илап, шунан көлөп ебәрҙек. «Урра! Еңеү! Тиҙҙән өйгә ҡайтабыҙ!» – тип ҡысҡырып, һикерә башланыҡ».

Ләкин тыуған йортҡа улай тиҙ генә ҡайтырға тура килмәй әле.

Наталья ТАРАСОВА,

Бишбүләк районы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: