...1942 йылдың 14 майы. Әй йылғаһы, ярҙарынан ташып, йәйрәп ята. 20 йәшлек Зәйтүнә, ҡарға ҡанатылай ҡара сәстәрен елгә елберҙәтеп, йылғаның теге яғына осоп сығырҙай булып талпына. Әйҙең был яғында Салауат районы Лағыр ауылы булһа, икенсеһендә – уның тыуған ауылы Иҫке Мөхәмәт. Боҙло йылғаны йөҙөп сығырлыҡ әмәлдәр юҡ шул! «Әсәәәәәй! Әсәәәй! – тип һөрәнләй Зәйтүнә, ҡулындағы мобилизациялау ҡағыҙын һелтәй-һелтәй. – Мин һуғышҡа китәм!» Их, урау юлдан ҡайтып, ғәзизе менән матурлап хушлашырға, ут эсенә ингәндә фатихаһын алырға ла бит, ҡайҙа һуң ваҡыты! Лағыр ауылында ла китеп барышлай ғына туҡталғандар...
Бына шулай әсәһе менән һаубуллаша ла алмайынса фронтҡа юллана һылыу ҡыҙ.
Зәйтүнә Кәбир ҡыҙы Мөхәмәтйәрова Иҫке Мөхәмәт ауылында 1922 йылда донъяға килә. Ишле ғаилә осто осҡа саҡ-саҡ ялғап йәшәй. Ләкин балаларҙың алтауһы ла уҡырға, һөнәрле булырға ынтыла. Зәйтүнә, ете класты тамамлағас, Лаҡлы май заводына эшкә урынлаша.
Һуғышҡа ул Салауат районы хәрби комиссариатынан алына. «Беҙ, яуға саҡырылыусы ҡыҙҙар, комиссариат ихатаһында теҙелеп баҫтыҡ. Алдыбыҙҙа хәрби комиссар сығыш яһаны. «Ҡыҙҙар! Яҡташтарығыҙҙың наказын хәтерҙән сығармағыҙ, үҙегеҙҙе хәрбиҙәрсә ҡыйыу тотоғоҙ, командирҙар бойороғон бер һүҙһеҙ үтәгеҙ. Беҙ дошманды еңгәнсе һуғышасаҡбыҙ, уны үҙенең ояһында ҡыйратасаҡбыҙ!» – тине хәрби комиссар», – тип уртаҡлашасаҡ ул, йылдар үткәс, был көн хаҡында. Комиссарҙың һүҙҙәре Зәйтүнә күңеленә мәңгелеккә уйылып ҡала.
Хәрби эшелонда ҡыҙҙар Ырымбурға тиклем бара. Унан Зәйтүнәне Чкалов ҡалаһына хәрби шоферҙар курсына ебәрәләр. Өйөндәге архивта, ҡәҙерле ҡомартҡы булып, Көньяҡ Урал округы автобронетанк ғәскәрҙәренең Чкалов ҡалаһындағы мәктәбе тарафынан 1942 йылдың 3 июлендә уға бирелгән 239-сы таныҡлыҡ һәм гел «дүртле», «бишле» билдәләре ҡуйылған баһалау бите һаҡлана.
Бер айҙан инде башҡорт һылыуы данлыҡлы «полуторка» машинаһында ҡаҙаҡ далаларына фронт өсөн иген артынан юллана.
1943 йылдың ғинуарында Зәйтүнәне Икенсе Украина фронты составындағы беренсе авиация батальонына хәрби йөктәрҙе ташыусы шофер итеп ебәрәләр. Ул фронтҡа ни кәрәк – шуны, хатта самолеттар өсөн авиабомбалар ҙа ташый. Немецтар тарафынан ныҡлы һаҡланған Днепр йылғаһын кисеүҙә ҡатнаша.
1943 йылдың 20 октябрендә Икенсе һәм Өсөнсө Украина фронттары, дошмандың Запорожьелағы плацдармын ҡыйратып, Запорожьены һәм Днепропетровск ҡалаһын азат итә. Днепрҙың уң ярында Ҡыҙыл Армия тырышлығы менән 500 километр оҙонлоғондағы ике стратегик плацдарм булдырыла. Днепр өсөн ҡан ҡойғос алыштарҙа совет ғәскәрҙәре тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
118 немец дивизияһы юҡ ителә. Дошмандың «Көньяҡ», «А» һәм «Үҙәк» армиялары төркөмдәренең төп көстәренә емергес һөжүм яһала, Украинаның Уң ярын һәм Ҡырымды тулыһынса азат итеү өсөн шарттар тыуҙырыла.
Зәйтүнәгә тағы ла ҡатмарлы һәм ҡурҡыныс бер кисеүҙе – Германияның төп йылғаһы Одер аша үтергә тура килә. Сигенгән саҡтарында немецтар бөтә шлюздарҙы ла аса. Шул арҡала һыу кимәле 2,5 метрға күтәрелә. Одер аша сыҡҡан ғәскәрҙәребеҙ Берлинға юл тота. Шпрей тигән йылғаны кисеү ҙә мөһим әһәмиәткә эйә була. Уның көнбайыш ярында немецтарҙың өсөнсө оборона һыҙаты урынлашҡан була.
Башҡорт гүзәле Зәйтүнә: «Маңлайыңа ни яҙылған, шуны үтәһең. Күрәсәгең күрмәйенсә гүргә кереп булмай», – тип ҡабатларға ярата, арыҫлан йөрәкле булыуы менән абруй яулай. Айбарлы ҡыҙҙан, әйтерһең, дошман пулялары һәм снарядтары ла ҡурҡа – теймәйенсә урап үтәләр.
Һауа армияһы командующийынан алған Рәхмәт хатында: «Һауа армияһының ҡанатлы яугирҙәре дошманды ерҙә лә, күктә лә тар-мар килтерҙе – Һеҙ ошо данлыҡлы армияла хеҙмәт иттегеҙ. Батырлыҡ күрһәтеп, Берлинды һәм Дрезденды алыуға, Чехословакияның баш ҡалаһы Праганы азат итеүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерҙегеҙ», – тигән һүҙҙәр бар.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2021) һанында уҡығыҙ.