«Миңә Раевка мәктәбендә белем алырға насип булды. Уҡытыусыларым – холҡо, ҡиәфәте, темпераменты менән төрлө кешеләр, тик уларҙы фиҙакәрлек, үҙ эшен яратыу берләштерә ине. Уҡытыусы феномены кешенең абруйлы ҙур мәктәптә йә төпкөл ауылда – ҡайҙа икәнлегенә лә, милләтенең, инаныстарының төрлө булыуына ла ҡарамай.
Һуғыш йылдары. Мәктәбебеҙҙе госпиталь иткәндәр, беҙ Райпотребсоюз бинаһында уҡыйбыҙ. Туғыҙынсы кластамын. Нишләптер һуңлабыраҡ индем дәрескә, иң артҡы парталағы буш урынға ултырҙым. Химиянан уҡытыусыбыҙ яңы, ул эвакуацияланып килгән. Владимир Матвеев ағай берәм-берәм формулалар һорай. Һәр кем белгән тиклем яҙа ла ултыра. Мине лә таҡтаға саҡырҙы. Ниндәйҙер реакцияларҙың формулаһын яҙырға ҡушты. Ул әйткәнде яҙғас: «Юй!» – ти ҡаты итеп. Мин – уҡыу алдынғыһы, улай бойорған кеүек ҡаты өндәшкәнгә күнекмәгәнмен, бер аҙ ғына баҙап ҡалдым. Таҡтаны һөрткәс, бөтә белгән формулаларҙы яҙырға ҡушты. Уҡытыусы әйткәнсә ваҡ хәрефтәр менән был фәнде өйрәнгәндән алып үткән барлыҡ формулаларҙы теҙәм. Таҡтала урын ҡалмай башлағас, ағай миңә: «Ултыр. Һиңә сиреккә – «бишле», йыллыҡҡа ла «бишле» ҡуям», – тине. Ә бит әле уҡыу йылы башланып ҡына тора... Уҡыусының белемен, ғилем эстәү көсөн һәм теләген бер дәрестә лә һынап һиҙә торғандыр инде тәжрибәле педагогтар.
Күп йылдар үткәс, Матвеев ағайҙы баш ҡалабыҙ урамында осраттым. Ҡапыл ғына мине танымай торҙо. Теге ваҡиғаны иҫенә төшөргәйнем, ҡыуанысы йөҙөнә сыҡты: «Ә, иҫләнем, ул саҡта шул тиклем йөрәгем сыға яҙып шатланғайным», – ти.
Көслө, дәрте ташып торған уҡытыусыбыҙ теманы аңлатыр өсөн әллә ниндәй сүрәттәргә инә торғайны. Ике яҡ стенаны плюс һәм минуслы электродтар тип атай ҙа, уртала үҙе йүгереп йөрөп, атомдарҙың зарядланыуын, нейтралләшкәнен аңлата торғайны. Шулай үҙен йәлләмәй эшләне ул.
***
Өфөләге 9-сы мәктәпкә эшкә килгәс, үҙемдең Раевкалағы уҡытыусым, класс етәксем, мәктәп директоры Нәсимә Хәмит ҡыҙы Мағазова менән осраштым. Илебеҙгә яҡшы кешеләр, алыштырғыһыҙ кадрҙар тәрбиәләгән бөйөк уҡытыусы ул.
Ул йылдарҙа ат менән шахтанан күмер ташып, мәктәпте йылыттылар. Иҫке китап йә гәзит ситтәренә яҙабыҙ, һыуыҡтан ҡарабыҙ туңып китә... Үҫмер сағыбыҙ һуғыш мәленә тура килһә лә, ҡайғырып, төшөнкөлөккә бирелеп ултырманыҡ. Раевкаға Житомирҙан оперетта театры эвакуацияланды. Был беҙҙең өсөн ҙур яҙмыш бүләге булды. «Сильва», «Һатылған ҡыҙ», «Марица» оперетталарын ҡарайбыҙ, улар ҡуйған бер тамашаны ла ҡалдырмайбыҙ. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа дәртле ине. Концерттар ойошторҙолар, спектаклдәр күрһәттеләр. М. Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу», Б. Бикбайҙың «Ҡарлуғас» кеүек пьесаларын ҡараныҡ. Халыҡ театры ауылдарға ла йөрөнө, спектаклдәргә юғары класс уҡыусылары ла йәлеп ителде. Һомғол кәүҙәле, һылыу асыҡ йөҙлө, тулҡынланып торған сәсле Нәсимә апайыбыҙ – гел төп ролдәрҙә.
Бер саҡ инәйем менән «Ҡарлуғас» спектакленә барҙыҡ. Зал ул йылдарға хас булғанса шығырым тулы. Барыһы ла Ҡарлуғас менән Шатмораттың сәхнәгә сығыуын көтә. Бына спектакль башланды, тик, ҡараһаҡ, Шатморатты Шәмсетдин түгел, ғәҙәттә яуыз әҙәмдәр ролен башҡарыусы Абдрахман уйнай. Шәмсетдин Ғәлиәхмәтов – миңә ҡоҙа тейешле кеше, ут кеүек уңған, көслө, ҡыйыу егет, «ауылда беренсе малай» – бар ҡыҙҙар уға ғашиҡ. Абдрахманға алдан әҙерләнеү ҙә етмәгәндер инде, холҡо-ҡиәфәтенә лә был роль килешмәгән кеүек, уйнай алмай. Бына бер саҡ шаршау ябылды. Бер аҙ ғына ваҡыт сәхнә буш. Тиҙҙән моңло тауышы менән йырлап, шартлата баҫып Шәмсетдин килеп сыҡмаһынмы! Баҡһаң, хәлдәр былайыраҡ булған икән. Егетте хеҙмәткә саҡырғандар, ул станцияла тотҡарланып торған. Нәсимә апайыбыҙ уны тотҡарлауҙарын ҡайҙан белгәндер, ҡайһы арала станцияға барып өлгөргәндер, ни рәүешле рөхсәт алып, һалдатҡа юлланған Шәмсетдинде алып килә алғандыр – беҙгә ҡараңғы. Хәҙерге кеүек машина-такси, кеҫә телефоны төшкә лә инмәгән осор бит ул. Был ваҡиға шул саҡта залда ултырған һәр кемдең хәтерендә ғүмерлеккә уйылып ҡалды.
Шулай һәр эшен еренә еткерер уҡытыусыбыҙ бар ине беҙҙең. Артабан уның менән 1-се интернат-мәктәптә бергә эшләргә, өйөнә барып йөрөргә насип булды. Нәсимә Хәмит ҡыҙы балалар менән тиҙ уртаҡ тел таба, һәр береһенә шәхес итеп ҡарай торғайны. Үҙе шул тиклем хәстәрлекле ине. Түшәктә ятҡанында хәл белешергә барғанымда ла ул: «Мәхтүмә, мин бит һине кәбеҫтә бөйөрөгө бешерергә өйрәтмәгәнмен», – тине. Шунда ла үҙ хәленә зарланмай, элекке уҡыусыһын хәстәрләп ятҡанын әйт!
***
Зыя Баттал улы Усманов 50 – 60-сы йылдарҙа физиканан уҡытты, уға тиклем оҙаҡ йылдар балалар йорто директоры булды. Оло йәшендә беҙҙең кабинетта лаборант булып эшләне. Уңған, ярҙамсыл ине. Иҫ киткес кешелеклеген, кеселеклеген күрһәткән бер генә күренеште әйтеп үтәм.
Балалар йортонда ул директор саҡта тәрбиәләнгән ҡыҙҙар һөйләй: «Зыя Баттал улы беҙгә кейемдәрҙе таратҡанда, оҡшамағанын күрһә:
– Оҡшамаймы? Күҙҙәреңә тура килмәй бит, әйҙә, мин һиңә алмаштырып алып ҡайтам, – тип, килешмәгән кейемде икенсе төҫтәгеһенә алмаштырып алып ҡайта ине».
***
Беҙҙең быуын йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға тырышты. Мин мәктәптең комсоргы инем. Бер саҡ сәсрәп тиф менән ауырып киттем. Тора алмай яттым. Ҡыҙҙар хәлемде белергә килә. Әмәлгә ҡалғандай, ошо көндәрҙә план буйынса комсомол йыйылышы үтергә тейеш...
Түшәктән көс-хәл менән торҙом, үҙ ҡулым менән сигеп биҙәгән матур күлдәгемде кейҙем. Көҙгөнән миңә апаруҡ ябығып, йөҙө ағарып киткән ҡыҙыҡай ҡарай ине. Иптәш ҡыҙҙарым менән етәкләшеп киттем мәктәпкә. Баҫҡыс буйлап ауырлыҡ менән мендем, класҡа индем. Трибунанан тороп сығыш яһаным. Класта кемдәр ултырғандыр, нимә тураһында һөйләгәнмендер, әле иҫләмәйем. Күп йылдар үткәс, шул ваҡиғаны хәтергә төшөрөп, бер осрашҡанда ҡоҙам Шәмсиҙән (баяғы Шәмсетдин): «Шул йыйылышты хәтерләйһеңме? Нимә тураһында булды ул?» – тип һораным. «Тауышың бик хәлһеҙ ине ул мәл, беҙ ни һөйләгәнеңде ишетмәнек», – тип яуап бирҙе ул. Баҡһаң, өнөм үҙемдән алыҫ китмәгән, класта ултырғандар мине бөтөнләй ишетмәгән булып сыҡты!.. Ә бит береһе лә мине бүлдермәне, ҡаршы һүҙ әйтеүсе лә булманы. Халыҡ ни тиклем әҙәпле, тәртипле булған ул замандарҙа... Ә минең уйымда бары комсомол исеменә тап төшөрмәү, ҡушылған эште мотлаҡ һәм еренә еткереп башҡарыу ине. Һуғыш йылдарында кеше һуңғы һулышын алғанда ла алдына ҡуйған бурысты үтәргә тырышты.
***
Һәр һөнәр эйәһе кеүек үк, уҡытыусыға ла һынауҙарҙы күп үтергә тура килә. 1947 йылда институт тамамлап, Октябрьский ҡалаһында физика, математика уҡыта башланым. Бер үк ваҡытта өс мәктәптә эшләнем: 2-се татар, данлыҡлы 1-се рус мәктәбе һәм киске мәктәп. Нефтсе балаларының күпселеге бик һәләтле, тырыш булды, уларҙы бөгөн дә һағынам. Рус мәктәбендә беренсе дәресемдә ошондай «һынау» үткәреп алдылар.
Директор урынбаҫары класҡа оҙатып инде, исемемде әйтеп таныштырҙы ла сығып китте. Журнал да юҡ, китап-әсбаптар ҙа. Ҡулымда – Өфөнән алып килгән мәсьәләләр йыйынтығы ғына.
– Уҡытыусығыҙ ҡайҙа булды? – тип һорайым.
– Декретҡа китте, – тиҙәр. Быға әллә ни иғтибар бирмәй, дәресте дауам иттем. Йыл уртаһы ине, кластың ҡайһы темаға еткәнен белмәйем. Бер саҡ Калашников тигән уҡыусы ҡысҡырып 795-се мәсьәләне эшләүҙе һораны. Ҙур һанды былай ғына әйтте лә ҡуйҙы, үҙҙәренең дәреслектәре лә юҡ бит алдарында. Программала был тема ҡаралмаған, шулай ҙа һөйләнеп йә әрләшеп торманым, мәсьәләне систек. Уҡыусылар холҡомдо күрҙе, ҡаушап, бирешеп бармаҫымды ла һиҙҙе, артабан минең абруйҙың сиге булманы. Хатта директор Фаина Абрамовна Розенбаум әлеге мәктәпкә күсергә лә өндәне. Әйткәндәй, быға тиклем физиканы алып барған уҡытыусы бер ниндәй ҙә декретҡа китмәгән булып сыҡты – Зимин исемле абруйлы уҡытыусыны яңы асылған мәктәпкә директор итеп тәғәйенләгәндәр икән...
***
Интернат-мәктәптә ҡабул итеү имтихандары барған мәл. Үҙемдең физика кабинетында приборҙарҙы барлап, таҙартып, ипләп йөрөйөм. Бына бер малай килеп инде лә:
– О, приборҙар! – ти, ҡыҙыҡһыныуынан иҫе китеп.
Малайҙың исемен, ҡайҙан килгәнен һорашам. Имтихандарҙы насар тапшырмаған үҙе, шулай ҙа директор алмаған.
– Ниңә улай? – тип һорайым.
– Бында инвалидтар йорто түгел, тип әйтте, – ти.
Нисек имгәнгәнен дә һөйләп бирҙе малай. Үҙенең йөҙө балҡып тора, ҡыҙыҡһыныусанлығы, уҡырға теләгәне күҙенә яҙылған. Түҙмәнем, киттем директорға.
– Ниңә уны алмайһығыҙ? Малайҙың ни ғәйебе бар? – тип ҡаты һөйләштем.
Был аҙымымдың ярҙамы булдымы, ҡабул иттеләр ул баланы. Миңә үҙен уҡытырға тура килмәһә лә, күреп-күҙәтеп, яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып торҙом. Яҡшы өлгәште Таһир Дәүләтбаев, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында уҡып сыҡты, һуңынан Өфө дәүләт нефть техник институтында студенттарға белем бирҙе. Миңә мәңге рәхмәтле булды, кафедраһы уҡытыусылары менән бергә ҡунаҡҡа ла саҡырҙы. Уңышҡа ирешеп, тормошта үҙ урынын тапҡан уҡыусыма ҡарап, теге саҡта әл дә вайымһыҙлыҡ күрһәтмәгәнмен, тип ҡыуандым.
Уҡытыусы балаларға белем биреүсе генә түгел, бәләкәс кешенең күңелендә булғанды аңлап, үҫтереүсе, дөрөҫ йүнәлеш биреүсе лә булырға тейеш бит ул».
Александр ДАНИЛОВ һәм
ғаилә архивы фотолары.
"Башҡортостан ҡыҙы", №10, 2015 йыл.