-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
7 Июнь 2021, 14:13

Бәхил бул, остазыбыҙ!

Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхина 96 йәшендә, яҡты донъяларҙы, үҙен яратҡан яҡын кешеләрен ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Был беҙгә, Хеҙмәттәштәренә, уҡыусыларына һәм яҡындарына ауыр юғалтыу.

Күптәрҙең яратҡан уҡытыусыларының береһе ине ул... Уның һымаҡ ғәҙел дә, яғымлы ла, ғәжәйеп бер көсө менән балаларҙы тыңлата алыу һәләтенә эйә, үҙе сибәр, йөҙәрләгән уҡыусыһын йөрәгенә һыйҙырған, оло шәхес , талантлы остаз ине ул. Данлыҡлы 1-се мәктәп-интернатта (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы) төрлө йылдарҙа уҡығандар уның дәресен һағынып иҫкә ала. Был уҡыу йортонда ҡырҡ йыл эшләү дәүерендә күптәргә ҡанат ҡуя, өлкән дуҫына әйләнә, ысын мәғәнәһендә, «һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һала». Интернат-мәктәптә уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар вазифаһын башҡарғанда ла, 49-сы мәктәптә балаларҙы тәрбиәләгәндә лә, 1-се башҡорт балалар йортонда тәрбиәсе булғанда ла, Октябрь районының мәғариф бүлегендә опека эштәре буйынса белгес булып эшләгәндә лә Мәхтүмә Ислам ҡыҙының төп ҡоралы – эшен еренә еткереп башҡарыу, яуаплылыҡ була. Эшкә мөкиббән китеп, ғаиләһе хаҡында ла онотмай ул. Улдарын лайыҡлы итеп тәрбиәләүҙе лә шул уҡ яуаплылыҡ менән башҡара. Яҡындарына, балаларына сабырлыҡтар теләйек. Яҡты күңелле яратҡан уҡытыусыбыҙҙы иҫкә алайыҡ. Йәне йәннәттә булһын мәрхүмәнең.

Хеҙмәттәштәре М.М. Хафизов, А.С. Ғайсин, күп һанлы уҡыусылары исеменән С. М.Ғайсин,

М. В. Фазлетдинова, Ҡ.А. Фазлетдинов, А.Г. Дәминева, С.Ә. Түлебаева, Ф.Т.Ғалаув, Й.Ғ. Ғәлимов,

Ю.И. Ғәйнетдинов, Ф.И.Мурзина, У.Ғ. Ураҡсин, М.Х. Иҙелбаев, М.Б. Сәғәҙәткирәева, Р.Ғ.Рафиҡов, С.Ә. Килдин,

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы гимназия-интернат коллективы,

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы коллективы.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: