+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
28 Май 2021, 14:13

Дәһшәтле йылдар аша

25 мартта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы «Башҡортостанда һуғыш балалары тураһында» закон ҡабул итте. Уға ярашлы, 1927 йылдың 22 июне менән 1945 йылдың 3 сентябре арауығында тыуған республикала йәшәүсе оло быуын вәкилдәренә «һуғыш балалары» статусы бирелә. Башҡортостанда әле ғәрәсәтле йылдар михнәттәрен күргән 189 мең кеше йәшәй. Яңы закон уларға ҡайһы бер социаль өҫтөнлөктәр менән файҙаланыу хоҡуғы бирҙе.

Ҡыҙыл йондоҙло йорт
Зәкиә Райман ҡыҙының тыуған йортона 1975 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығын байрамы уңайынан, ауыл советы ике ҡыҙыл йондоҙ беркетә. Ошо өйҙән һуғышҡа киткән һәм яу яландарында баштарын һалған Имаметдин Райман улы менән Нуриәхмәт Насретдин улы Байгилдиндарҙың – Райман менән Сәбиләнең тәүге никахтарынан тыуған улдарының – яҡты иҫтәлеге хөрмәтенә ҡуйыла ул йондоҙҙар.
1921 йылда тыуған Имаметдин хеҙмәткә һуғышҡа тиклем алына. Дошман яу асҡанда сержант дәрәжә­һендә була. Уның 1941 йылдың 26 июлендә яраланыуы тураһында архивтан табылған мәғлүмәт бар. Арта­банғы яҙмышы билдәһеҙ – хәбәр­һеҙ юғал­ғандар исемлегенә индерелгән. Матрай ауылында никахлашҡан йәш кәләше Хәмдиниса ҡала. Ҡыҙ балаһы тыуа, ләкин ауыр һуғыш йылдарында мәрхүм була.
Нуриәхмәт (1925 йылда тыуған) фронтҡа 1943 йылда алына, пулеметсы була. Украинаның Сумы өлкәһе Конотопск районы үҙәге өсөн барған ҡаты алышта 1943 йылдың 9 сентябрендә һәләк була. Атап үтелгән райондың Шевченково утарында ерләнгән.
Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында Матрайға Шевченково мәктәбе уҡыусыларынан хат килеп төшә. Унда Нуриәхмәт Насретдин улы Байгилдиндың ауыл эргәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнеүе, төбәкте немец фашистарынан азат иткән батырҙар тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлауҙары тураһында яҙыла. Советтар иленең тарҡалыуы, 90-сы йылдар көрсөгө туғандарына батырҙарса һәләк булған яугирҙең ҡәберенә тыуған төйәктән тупраҡ алып барып һалыуға кәртә була.
Зәкиә Райман ҡыҙының ике туған ағаһы Зыяетдин һәм уның улы Илһам Байгилдиндар ҙа бар Ватанды фашист илбаҫарҙарынан һаҡлап сафҡа баҫҡан һалдаттар исемлегендә.
Зыяетдин Зариф улы (1902 йылда тыуған) Матрай мәктәбенең тәүге директоры була. Һуғыштың башында уҡытыусыларға бронь бирелгән­лектән, тик 1942 йылдың 20 майында ғына армияға алына. Имаметдин менән Нуриәхмәт туғандары кеүек, уның да һалдат ғүмере бик ҡыҫҡа була – шул уҡ йылдың июлендә хәбәрһеҙ юғала.
Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары яҙмышын асыҡлау өсөн киң мөмкинлектәр асылды. «Мемориал» дөйөмләштерелгән мәғлүмәттәр банкы сайтында (https://www.obd-memorial.ru) Зыяетдин Зариф улы Байгилдиндың яҙмышы тураһында мөһим мәғлүмәт таба туғандары.
Ул Воронеж өлкәһенең Кантимировка ҡасабаһы эргәһендә немецтарға әсир төшә. 1944 йылдың 18 апрелендә Германияла Фореллькруг/Зенне (хәҙерге Төнъяҡ Рейн-Вестфалия ере, Шлосс-Хольте-Штукенброк ҡалаһы) концентрацион лагерында вафат була. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, ҡәбере лә бар: 30-сы рәт, 1984-се ҡәбер. Исемлектә 13210-сы булып теркәлгән.
Ә Зыяетдин ағаһының улы Ил­һамға (1925 йылда тыуған) ҡарата яҙмыш мәрхәмәтле була.
Ул һуғышҡа 1943 йылдың февраль айында алына. Механизацияланған 2-се Николаевск гвардия корпусының 37-се Ҡыҙыл Йондоҙло Никольск гвардия танк бригадаһы идара рота­һының танк радиотелеграфсыһы булып хеҙмәт итә. Батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына һәм «Хәрби хеҙмәте өсөн» миҙалына лайыҡ була. Һуғышты лейтенант дәрәжәһендә тамамлай.
Йылдан-йыл һуғыш ветерандары исемлеге ҡыҫҡара, ҡулына ҡорал тотоп Ватанды һаҡлаусылар араһы һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара. Хәҙер дәһшәтле ул йылдарҙың тере шаһит­тары булып күп осраҡта һуғыш балалары ҡала. Шуға ла Республика Ҡоролтайы депутаттары ҡабул иткән закон бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә.

Айбулат Ғафаров.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: