0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
26 Декабрь 2020, 17:32

Сихри моң даръяһы ине ул

2020 йылдың 15 декабрендә XX быуат Башҡорт йыр сәнғәтенең легендаһы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл тулды.

Йөрәге аша үткәреп ул башҡарған «Ашҡаҙар», «Илсе Ғайса», «Сәлимәкәй» һәм башҡа бик күп халыҡ йырҙарын тыңлап туйыу мөмкин түгел ине, тип иҫләй сәхнә йондоҙон оло быуын тамашасыһы. Фәриҙә Ҡудашеваның «Йөрәк сере», «Аҡсарлаҡтар», «Ниңә гелән, иркәм», «Әйткән инең», ғөмүмән, репертуарындағы тиҫтәләгән эстрада йырҙарын халыҡ бөгөн дә яратып тыңлай. Башҡортостан һандуғасының ҡабатланмаҫ тауышын кемдер менән бутау мөмкин түгел шул.
Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған йырсы ижад юлын һуғышҡа тиклем үк Дүртөйлө колхоз-совхоз театрында башлай. Артабан Башҡорт дәүләт академия драма театрында һәм Башҡортостан радиокомитетында эшләй. Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы булараҡ сәхнәгә 1956 йылда сыға һәм үҙенең ҡабатланмаҫ моңо менән тамашасы һөйөүен яулай.
Пар йондоҙҙар булып, утыҙ йылдан ашыу тормош иптәше, күренекле артист һәм композитор Бәхти Ғайсин менән башҡорт эстрадаһы күгендә балҡый улар. «Төнгө Өфө», «Ике аҡҡош», «Ҡара мыйыҡ» һәм башҡа йырҙар – ижадсының тик Фәриҙә Ҡудашева өсөн яҙған әҫәрҙәре. Гастролдар менән улар Башҡортостан, Татарстан ауыл-ҡалаларын ғына түгел, ә Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстан һәм башҡа төбәктәрҙе гиҙә, унда йәшәгән башҡорт һәм татар халҡы алдында сығыш яһай.
Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудашеваға РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы исемдәре бирелгән.
Башҡортостан һандуғасы арабыҙҙан 90-сы йәшендә, 2010 йылдың 9 октябрендә, китте.
Читайте нас: