+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
19 Октябрь 2020, 16:39

Ҡәләмдәште юҡһынып

(Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл)Бөгөн һиңә бары 70 тулған булыр ине...Хәтирәләр өйөрөлтәп алып китте.Мин мәктәп тамамлап, университеттың тәүге курсында уҡып йөрөгәндә сәләмең килеп етте. «Ныҡ талантлы бала, әле асыласаҡ әле», – филология фәндәре докторы, яратҡан шағирәм Рәсимә Ураҡсинанан алған был һүҙҙәр миңә дөрөҫ юлдан барыуыма ышаныс, көс өҫтәне.

Һуңынан беҙ уның менән ныҡ итеп дуҫлашып киттек. Эс серҙәрен бүлештек. Бер көндө тик Ҡотоеваға бағышлайым тиер ине. Баҡсаһындағы һәр ҡыуаҡ, ағас, сәскә хаҡында һөйләп, мунсаһында сабып, сәйҙәр менән һыйлап, аҙағынан ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләр бүләк итеп, баҡса емештәрен тултырып ҡайтарыр ине. Шулай бик күп йылдар дауам итте. Мин уның хужалыҡсыл, таҙа, һәр яҡтан уйлап донъя көтөүенә һоҡлана инем. Ә бәлештәре ниндәй тәмле була ине.
Бер ваҡыт Төркиәнән килгән дуҫыбыҙҙы уның дачаһында һыйланыҡ. Һеҙгә ҡыйын булмаһын, миндә башҡорт мунсаһында төшөп, күңеле булып ҡайтһын, тине. Ҡунаҡ бик оҡшатты. Башҡорт ҡунаҡсыллығы шулай була тип маҡтап аҙаҡ был хаҡта журналында ла яҙып сыҡты.
Үлер йылында нишләптер май айында уҡ саҡыра башланы. Аптырап ҡалдым. Мине ул октябрь айҙарында саҡыра ине бит. «Иртәрәк саҡырам быйыл, аптырама. Шул хәтлем һөйләшәһем килә һинең менән. Ярай кире ҡаҡманың, килдең», – тип һөйөндө ул ҡосаҡлашып күрешкәс. Шулай уҡ ҡабатланмаҫ осрашыу булды ул. Шунан ул ҡапыл ғына операцияға инде. Эргәһенә хәлен белергә барҙым. «Көртмәле алып килеүең шәп булды! Ошондай нәмә ашағым килеүен ҡайҙан белдең?» – тине ул. Белдем дә, әммә был беҙҙең һуңғы осрашыуыбыҙ булыуын ҡайҙан беләйем?
– Тиҙерәк йүнәл. Беҙ һине яратабыҙ! – тием мин. Беҙ, сөнки минең һымаҡ бик күптәргә уның күңел йылыһы етә ине. Уҡыусылары һәр ваҡыт уның эргәһендә булды.
– Һин дә үҙеңде һаҡлап йөрө. Мин дә һине яратам, балаҡай. Бөтә көсөм менән тырышырмын һауығырға, – тип оҙатып ҡалған апайҙың вафатын ишетеү бик ауыр булды. Ул киткәндәге бушлыҡ әле һаман да үҙен тойҙорта. Һағындырта ихлас, эскерһеҙ, йомарт дуҫым. Минең өсөн ул үлмәгән, ә бары икенсе үлсәмгә күскән, һаман да уңыштарым булһа, ҡыуанып, хуплап, көйөнөстәрем булһа, бергә көйөнгәндәй тойола. Ул барыбер етмәй, уның ихлас алҡыштары, ҡыуаныуы етмәй. Ихлас итеп, бөтә йөрәктән бөгөн күктәргә бышылдайым: йәнең йәннәттә булһын, Рәсимә апай!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: