+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер яҡтыһы
8 Сентябрь 2020, 12:04

Байыш инәйҙәре

Мин – Бөйөк Еңеүҙән һуң ете йыл уҙғас тыуған бала. Революция, граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы осорон кисергән инәйҙәр менән йәшәгән, үҫмер саҡты улар менән үткәргән быуын вәкиле. Шул заманда йәнтөйәгем – Баймаҡ районы Байыш ауылының донъя тотҡалары булған ҡатындар тураһында һөйләгем килә.

Улар тураһында уйлай башлаһам, иң тәүҙә Камал инәй күҙ алдына баҫа. Тулы исеме – Ғәйникамал. Уның мин белгән беренсе өйө ауылдың иң осонда ине. Ҡалын итеп таштан төҙөлгән йорттоң түбәһенә, нәҙек бүрәнәләр теҙеп, һалам һалынған, уның өҫтөнән балсыҡ һәм тупраҡ түшәлгәйне. Иҙәне – балсыҡтан. Бар йыһаз – һике, өйҙөң дүрттән бер өлөшөн алып торған мейес, ағас кәштәләр.
Мәктәптә Мәжит Ғафури әҫәрҙәрен өйрәнгәндә, ярлыларҙың йортон Камал инәйҙең өйө һымаҡ күҙ алдына баҫтыра инем. Әммә инәй үҙе шул донъяһының киреһе булды: һәр ваҡыт ап-аҡ яулыҡ ябынған, аҡ күлдәкле, зәңгәр күҙҙәрен көлдөрөп, йылмайып йөрөр ине. Яңғыҙ йәшәгәс, берәй баланы йә оло инәйҙе йоҡларға ала. Кисен әкиәт һөйләй...
Күпмелер ваҡыттан һуң Камал инәй беҙҙең ҡаршыға ғына таҡта иҙәнле, таҡта түбәле өйгә күсте. Айнулла ағайҙар яңы йорт һалып сыҡҡас, уларҙың иҫке өйөн һатып алды. Шул тиклем ҡыуанды ул! Иҙәндәрен ҡырып, һап-һары итеп йыуа ине. Уның көлгә күмеп бешергән икмәге лә ҡыҙғылт һары ғына. Ҙур кешеләй итеп, мине: «Ҡыҙым, әйҙә, яңы икмәк менән сәй эсәйек», – тип саҡыра. Йылы икмәк киҫәгенең эсенә май ҡыҫтырып ашайбыҙ. Бер һыйыр тотто инәй. Табыны һыйлы булды. Йәйен емеш-еләккә йөрөнө. Шуға сейәле, муйыллы майҙар, таш келәттән сыҡҡан ҡаймаҡ, камауай шәкәр ашъяулыҡҡа ҡуна.
Йылмайып йөрөгән сағы кеүек, уның бойоҡ ваҡыттары ла булды. Ниҙәр уйлап ултырғандыр матур инәй: «Эй-й-й, бәхетең тишек тоҡсайҙа булғас, ни хәл ҡылаһың инде!» – тип ҡуя торғайны.
Камал инәй һөлөк һалыу оҫтаһы ине. Ҡыҙыл кирбес ҡыҙҙырып, теше һыҙлаған, эске ағзаларына һалҡын алдырғандарҙы ла дауаланы.
Инәй алтмыш-алтмыш биш йәштәрҙә яҡты донъя менән хушлашты. Әсәй-өләсәйҙәрҙең: «Ғәйникамал нәҙек менән ауырый», – тип шыбырлап ҡына һөйләшкәндәрен ишетеп, нәҙеге ни икән, тип ҡайғырғаным хәтерҙә. Ул үлгәс, түбән остоң бер йәме кәмене...
Минең өләсәйем «шәлсе Айһылыу» исемен йөрөттө. Ул станокта кәзә мамығынан шәл һуға торғайны. Шәлгә заказ туҡтап торһа, ҡылдан йәки сепрәктән балаҫ һуҡты. Өләсәй бигерәк киң күңелле кеше ине. «Ярты икмәге бар икән, Айһылыу ҡунаҡ саҡыра», – тигәндәр уның тураһында.
Беҙҙә йәшәп, һауынсы булып эшләгән Ғәйшә апай – әсәйемдең һеңлеһе – өләсәй һорауы буйынса «Ырғыҙ» романын уҡый (әҫәрҙең яңы донъя күргән сағы), мотор туҡтап, ут һүнгәнсе беҙ ҙә мөкиббән тыңлайбыҙ...
Камал инәйҙең уң яҡ күршеһе Хөмәйрә инәй булды. Ғатаулла олатай һуғышҡа киткәндә, ул дүрт ҡыҙы, ҡәйнәһе менән ҡала. Ауыр яралар менән фронттан ҡайтҡан яугир Байышта йорт төҙөргә өлгөрҙө. Һуғыштан һуң өс улдары тыуҙы. Тыл хеҙмәте ауырлығын күргән инәйгә сабыйҙарын яңғыҙ үҫтерергә тура килә – ире ҡыҫҡа ғүмерле була. Ҡәйнәһен тәрбиәләп, бер ҡыҙын ерләп, ҡалған балаларын аяҡҡа баҫтырып, инәй 96 йәшендә, бынан ун йыл элек, донъя ҡуйҙы.
Камал инәйҙең һул яҡ күршеһе – унан 15-20 йәшкә кесе Мәрфуға инәй төҫө менән уның ҡапма-ҡаршыһы: ҡап-ҡара сәсле, ҡара күҙле, ҡуңыр йөҙлө. Бик уңған, эштә «ҡара тырыш» ҡатын булып күҙ алдында тора. Һарыҡ ҡарағанға, «сәкмәнщица» ти торғайнылар үҙен. Совхоз һарайында ла, үҙ ихатаһында фуфайканың өҫтөнән алъяпҡыс йә халат кейеп, билен биштән быуып, мал тәрбиәләне.
Мәрфуға инәй, яңғыҙ йәшәмәһә лә, ғүмер буйы яңғыҙ ҡатын булды. Һуғыш башланыр алдынан уны Сыңғыҙ ауылынан Сирбаев тигән егеткә кейәүгә бирәләр. Балалары тыуырға өлгөрмәй, кейәүен фронтҡа оҙаталар. Иренең үлем хәбәре килгәс, әсәһе янына ҡайта. Уның ҡайтыуы әсәһе Гөлзәғифә инәйгә ҙур ярҙам була. Мәрфуға инәй тол әсәһенә биш туғанын ҡарап үҫтерешә. Улар үҙ аллы тормош ҡорғас та, ярҙамынан ташламай. Риза ҡустыһының ҡатыны үлгәс, етем ҡалған балаларҙың береһен үҙ тәрбиәһенә ала.
Мәрфуға инәйҙең йорто ялт итеп торҙо. «Мейестәре ап-аҡ, плитәләре таҙа, хатта һыу тамған эҙ юҡ», – ти торғайны әсәйем. Ул күрше-тирәгә үтескә аҡса биреп тора ине. Йыйнаҡлығы, аҡса тота белеүе өҫтөнә, йорто ла түбәнге оста иң матуры булды.
Арыраҡ – Латифа инәйҙең өйө. Ул – Гөлзәғифә инәйҙең килендәше. Икеһенең дә ирҙәрен, хәлле йәшәгән Ҡолмөхәмәтовтар нәҫеленән булған өсөн, Себергә һөрә совет власы. Латифа инәйҙең ике улы бар ине: Зәйнулла, Әхәт. Зәйнулла олатай һуғышта контузия ала. Фронттан ҡайтҡас, Маһикамал тигән һылыуға өйләнә. Ике бала булып, өсөнсөһө тыуырға торғанда, контузия эҙемтәһенән ул ауырый башлай. Ҡатыны, балаларын алып, әсәһенә ҡайтып китә. Латифа инәй ғүмеренең ахырынаса ауырыу улын ҡараны. «Ыҙалаһам да, ситтәр алдында “уф” тимәм», – ти торғайны.
Саҡ ҡына арыраҡ фронтовик Нуриәхмәт олатай менән Сәхипъямал инәй ғүмер итте. Уларҙың ике еткән улы, һуғыштан һуң тыуған бер ҡыҙы бар. Сәхипъямал инәй эшкә уңған, телдәр, торғаны бер тере энциклопедия ине. Өлкән улы, Нурислам ағай, рус теле уҡытыусыһы, әсәһенең үткер зиһен-хәтеренә таянып, Юлыевтарҙың (Юлый тархан тоҡомо) шәжәрәһен төҙөнө.
Ун ике балаға ғүмер бүләк иткән герой-әсә Мәғәтифә инәй ғүмер буйы һауынсы булып эшләне. Ғаилә башлығы Вәғиз олатай йәшләй генә фронтҡа алынып, ҡулын өҙҙөрөп ҡайтҡайны. Шуның өсөн уны үҙенең артынан – сулаҡ, эшсәнлеге, етеш йәшәгәне өсөн кулак тинеләр.
Мәғәтифә инәйҙәрҙең ҡаршыһында ҡәйнәһе Хөсниә инәй йәшәне. Ул дан баҡсасы була торғайны. Вәғиз улының һәм уның ғына йорттары алдында оҙон, бөҙрә тирәктәр үҫә ине. Зәкәриә олатай улы менән Свердлауға ылау сапҡанда бер урыҫ үҫентеләр биреп ҡайтарған икән. Ә картуф баҡсаһы алдында кишер, ҡыяр, кәбеҫтә, һуған ишелеп уңды.
Хөсниә инәйҙең күршеһе Нәзифә инәй яҫтыҡтай ҡабарып торған икмәктәре менән дан тотто. Һуғышҡа ҡәҙәр тыуған ике ҡыҙы, бер улы менән Фәхраз олатайҙы көтөп алғандар. Еңеүҙән һуң тағы бер ҡыҙ, бер ул тапҡан инәй ҡаты ғына ине. Ғөмүмән, был ҡатындарға фронтта йөрөп, «ҡаны боҙолоп ҡайтҡан» ирҙәре менән килешеп донъя көтөүҙәре лә еңел булмағандыр.
Бирерәк – өләсәйемдең ҡыҙы Гөлйәмилә инәй өйө. Ирен фронтҡа алғанда ҡулында бер балаһы, ҡорһағында икенсеһе менән ҡала. Ошо инәйем эшкә егәрле, телгә үткер, ирҙәрсә көслө булды. Ул килә башлаһа, нигеҙ буйынан үткәнендә, миңә өй һелкенгән кеүек тойола ине. Гөлйәмилә инәй түбән остар өсөн таштан ҡара мунса һалдырҙы, яҡын ғына ҡоҙоғон да ҡаҙытты.
Сиратлап яҡтыҡ ул мунсаны. «Ғаилә башлығы булған ирҙәр төҙөй алмаған мунсаны һин һалдырҙың», – тиеүселәргә: «Мин дә ғаилә башлығы бит!» – тип яуаплар ине.
50-60-сы йылдарҙа, аҙыраҡ күҙ асылғас, ауылда күпләп йорттар яңыртылды. Йорт күтәргәндә өмә яһала. Һарыҡ һуялар, бал әсетелә, тәм-том бешерелә. Ул йылдарҙа төҙөлгән ҡайһы бер йорттар әле лә бар.
Илленсе йылдар уртаһына тиклем берәйһе сит ауылға ҡунаҡҡа, туйға барһа, ауыл менән кейендереп ебәрҙеләр. Бер мәл Ҡанита тигән инәй Күктүбәгә ҡунаҡҡа саҡырыла. Мәжлестә яурынына ҙур һуҡма шәл һалып, остарын ике ҡулына тотоп, өҙҙөрөп бейей инәйебеҙ.
«Бейе, бейе, Ҡанита,
Бейеүселәр – Байышта.
Быйма кейеп бейегәнсе
Килер инең калушта!» – тип таҡмаҡ әйтеүселәргә:
«Сәй эсәм тәмләп кенә,
Сәйҙәрем – грузинский.
Шәлкәйем – айһылыуский,
Ә быймам – камалский!» – була яуабы.
...Эй, инәкәйҙәрем! Донъя тотҡаһы булған бит улар! Аҡ яулыҡлы, аҡ күлдәкле, аҡ күңелле инәйҙәрем! Үҙҙәренән дә ҙур донъя йөгөн яурындарына һалғандар ҙа тормош һуҡмағынан елепме елгәндәр!
Улар булғанға ауыр саҡтарҙа ла һәр өйҙә ут янды. Мөрйәләрҙән төтөн сыҡты. Һәр йортта ризыҡ әҙерләнде. Балалар үҫте. Яугирҙәр бер аҙ туҙғаныраҡ йорттарына, ҡаҡшаңҡыраған хужалыҡтарына әйләнеп ҡайтты. Ҡаҡшаһа ла, туҙһа ла, ҡайтыр йорттары, ғаиләһе, көткән әсәһе, ҡатыны булды. Улар – минең инәйҙәрем. Аҡыл өйрәтеп тә, һөйөп тә, ҡаты әйтеп тә, үҙ өлгөһөндә беҙҙе тәрбиәләгән кешеләр!

Рәйсә Үҙәнбаева.

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: